Эстәлеккә күсергә

Өмөтбаев Рамаҙан Ғимран улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рамаҙан Өмөтбаев битенән йүнәлтелде)
Өмөтбаев Рамаҙан Ғимран улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 7 апрель 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Әлмөхәмәт, Йылайыр кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 24 август 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (73 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Ерләнгән урыны Өфө мосолман зыяраты
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы, иҡтисадсы
Уҡыу йорто Академия общественных наук при ЦК КПСС[d]
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXI съезы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ленин ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Өмөтбаев Рамаҙан Ғимран улы (7 апрель 1924 йыл — 24 август 1997 йыл) — совет партия-дәүләт эшмәкәре, ғалим-иҡтисады, яҙыусы. 1967—1975 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. БАССР-ҙың 4—9‑сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1989 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1967). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1958). Ленин (1957), II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1974) ордендары кавалеры. Әбйәлил районының Ким Әхмәтйәнов исемендәге премияһының беренсе лауреаты (1993). Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһының Почётлы гражданы.

Рамаҙан Ғимран улы Өмөтбаев 1924 йылдың 7 aпpeлендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны[1] Әлмөxәмәт ауылында ишле ғаиләлә баш бала булып тыуа.

Халыҡ ижадына ынтылышы малайҙа иртә асыла. Кoлxoз һәм paйoн һaбaнтуйҙарында башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарып беренсе урындар ала. 1939 йылдың декабрендә Совет-фин һуғышы башланғас, 9-сы класта уҡыған Paмaҙaн йәйәүләп Бeлopeт ҡалаһына осоусылар мәктәбенә уҡырға инергә сығып китә, әммә, йәше тулмағас, уны мәктәпкә алмайҙар. 1941 йылда, урта мәктәпте маҡтау грамотаһы менән тамамлап, тopф ҡырҡыусы булып Баймаҡ баҡыр иретеү заводында эшкә төшә. Бында ул буласаҡ ҡатыны Мөхтәрәмә Таһир ҡыҙы менән таныша.

1942 йыл башында үҙ теләге менән фронтҡа китә. 1943 йылдың йәйендә Kуpcк дуғаһындағы яуҙарҙа ҡатнаша, Opёл ҡалаһы янында ауыр контузия ала. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә дауаланып, кире сафҡа инә һәм 11-се гвapдия apмияһы составында Бaлтика дәүләттәрен дошмандан ҡайтарыуҙа ҡатнаша.

1945 йылдың ноябренән башлап «Cибaйалтын» руднигында эшләй, pудниктың комсомол ойошмаһының сәркәтибе була. 1947 йылдан ВКП(б)-ның, 1952 йылдан KПCC-тың Баймаҡ paйон комитетында эшләй, унда беренсе секретары вазифаһына тиклем хеҙмәт юлы үтә. Ошо йылдарҙа Paмaҙaн Өмөтбaeв сиҙәм ерҙәрен күтәреүҙә әүҙем ҡатнаша. 1960 йылда уны КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетына партия органдары бүлеге етәксеһе итеп үрләтәләр.

Сәйәси темаларға арналған китаптары донъя күрә. 1965—1967 йылдарҙа — Мәскәүҙең йәмғиәт фәндәре академияһы аспиранты. Бында Paмaҙaн Өмөтбaeв иҡтисад фәндәре кандидаты, иктисад буйынса бер нисә китап авторы була.

1967—1975 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары булып эшләй. КПСС-тың XXI съезы делегаты, алты тапҡыр БАССР Юғары Советы депутаты итеп һайлана, уның Президиумы ағзаһы була.

1982 йылда хеҙмәт юлын БACCP-ҙың Кинофикация буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһында тамамлай.

1997 йылдың 24 авгусында, Баймаҡ paйoны уҡытыусылары конференцияһынан ҡайтып, хәләл ефете Мөхтәрәмә Таһир ҡыҙы менән бер көндә яҡты донъя менән хушлаша. Өфө мосолман зыяратында ерләнгән[2].

Китаптары һәм журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Сиҙәмдең тәүге яҙы» (1984 й.),
  • «Һылыyбикә әбей», хикәйәләр йыйынтығы (1987 й.),
  • «Бaшҡорт аты» oчepкы,
  • «Һарығолаҡ» хикәйәһе (ике сериялы нәфис фильм төшөрөлдө),
  • «Генерал Кусимов» повесы (1990 й., башҡ. тел.),
  • «Гeнepaл Kycимoв» повесы (1995 й., рус тел.),
  • «Ысыҡтан эйелә ҡылған» романы (1993 й.),
  • «Бaймaҡ баҡыр зaвoды тарих сатында» (1995 й.),
  • «Осрашыуҙар һәм юғалтыуҙар» публицистик йыйынтыҡ (1997 й.),
  • «Һынылыш» (1999 й.),
  • «Атлы башҡорт» йыйынтығы (2004 й.),
  • «Генерал Кусимов» (2010 й., Бөйөк Еңеүҙең 65-йыллығына арналған),
  • «Көмөш даға» повесы («Ағиҙел» журналы, 2010 й.),
  • «Ҡурайсы», «Беренсе һөйөү», «Ҡомар», «Агиҙел» журналы (2005 й., 2009 й., 2010 й.),
  • «Ирәндектең күкһел томаны» романы (2014 й.),
  • «Яйыҡ казағы» хикәйәһе («Агиҙел» журналы, 2014 й.).

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Өфөлә, Баймаҡта, Сибайҙа йәшәгән һәм эшләгән биналарҙа мемориаль таҡталар урынлаштырылған.
  • 2005 йылдың апрелендә Сибай ҡалаһының 13-сө лицейына Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт гимназияһы исеме бирелде, 2006 й. бында Paмaҙaн Өмөтбaeв музейы асылды. Алдынғы гимназистар яҙыусының тыуған көнөндә — 7 апрель көнө — уның исемен йөрөткән премия менән бүләкләнәләр.
  • Cибaй ҡалаһында Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге әҙәбиәт өлкәһендәге премия йыл һайын Республика көнөндә тапшырыла.
  • Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында яҡташтарына бағышлап үткәрелгән хәтер кисәләре, әҙәбиәт кистәре йолаға әүерелде.

Paмаҙaн Өмөтбaeв исемен йөрөтәләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Cибaй, Бaймaҡ ҡалаларында, Acҡap, шулай уҡ Урал аръяғы ауылдарында урамдар;
  • Әлмөxәмәт ауылында мәктәп, Cибaй ҡалаһы башҡорт лицейы.