Эстәлеккә күсергә

Ашҡаҙар (радио)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ашҡаҙар
Ил

Рәсәй флагы Рәсәй

Слоган

Ашҡаҙар моңло радио

Йышлыҡ

66,68 Өфө,
72,2 Бәләбәй һ.б.

Тапшырыу ваҡыты

тәүлек әйләнәһенә

Тапшырыу зонаһы

Башҡортостан

Эшләй башлаған ваҡыт

7 февраль 2010

«ТК Урал — СТР» яуыплылығы сикле йәмғиәт

Етәксеһе

Миләүшә Ғәлиева

Сайт

http://www.ashkadarfm.ru/

«Ашҡаҙар» радиоһы — башҡорт телендә эшләүсе мәҙәни радиоканал.

Радио рухи ҡиммәттәрҙе, милли поэзияны, театраль асыштарҙы, халыҡ ижадын һаҡлап ҡалыу өсөн ойошторола. Тәүге тапшырыу 2010 йылдың 7 февралендә эфирға сыға. Башҡортостандағы йылға һәм шул уҡ исемдәге йыр исеме менән радио Ашҡаҙар исемен йөрөтә.

Программала:

  • әҙәби әҫәрҙәр,
  • радиоспектаклдәр,
  • «Түңәрәк өҫтәл» артында һөйләшеүҙәр,
  • премьералар,
  • билдәле шәхестәре хаҡында ижади портреттар,
  • үҙешмәкәр коллективтар сығышы.

Башҡортостандың мөғжизәгә тиң урындары хаҡында тапшырыуҙар әҙерләнә. Башҡорт матбуғат сараларына махсус ваҡыт бүленгән. Балалар һәм өлкәндәр өсөн классик музыка өлгөләре тапшырыла. Башҡортостан радиоһының Алтын фондында һаҡланған тапшырыуҙар «Ашҡаҙар» тулҡындарында яңы һулыш ала.

Музыкаль биҙәлеште халыҡ йырҙары, классик, инструменталь көйҙәр, ваҡыт һынауы аша үткән эстрада йырҙары, зауыҡлы заманса йырҙар тәшкил итә.

Хазина ансамбле Башҡортостан Республикаһының «Ашҡаҙар», «Юлдаш» Дәүләт радиоларында Көньяҡ Урал башҡорттары кейемдәренең тарихы буйынса 21 тапшырыуҙа, «Милли биҙәүестәр» темаһына 4 тапшырыу әҙерләнгән.

Тапшырыу йышлыҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Радио УКВ1 йышлыҡ диапозонында эшләй. Тапшырғыс йышлыҡтары һәм ҡеүәте түбәндәгесә:

Тапшырыуҙарҙы интернет аша Ер шарының һәр тарафында тыңларға 2012 йыл 2 май архивланған. була. Тапшырыуҙар теҙмәһе менән ошонда 2013 йыл 2 февраль архивланған. танышып була.

ТапшырыуЭфир ваҡытыАңлатмаАрхивҡа һылтанма
Ижади портретҺәр дүшәмбе 9.15, 18.15.Бер шәхескә мең ҡараш. Геройҙың шәхесен төрлө яҡлап асыуҙы маҡсат итеп ҡуйған тапшырыу.архив 2017 йыл 18 июнь архивланған.
Халыҡ гәүһәрҙәреҺәр шишәмбе 9.15, 18.15.Һәүәҫкәр ижадсылар менән таныштырыусы тапшырыу.архив 2017 йыл 18 июнь архивланған.
«Тыуған төйәк»һәр шаршамбы 9.15, 18.15.Башҡортостаныбыҙҙың гүзәл урындары, уларҙың тарихы, легендалары хаҡындағы тапшырыу.архив 2017 йыл 18 июнь архивланған.
Үткәндәр һағындакесаҙна 9.15, 18.15.Республикалағы музейҙарға һәм күргәҙмәләргә радиоэкскурсиялар.архив 2017 йыл 18 июнь архивланған.
Халыҡ медицинаһыкесаҙна 9.15, 18.15.архив 2017 йыл 18 июнь архивланған.
Фатихаһәр йома 9.15, 18.15.Дини тапшырыу.архив 2017 йыл 18 июнь архивланған.
Аудио китапханайома 11.15, 21.15Сәсмә әҫәрҙәр.архив 2017 йыл 18 июнь архивланған.
Илһамшәмбе, йәкшәмбе 11.15, 21.15.Төрлө быуын шағирҙарҙың шиғырҙары яңғырай. Фондта һаҡланған яҙмаларҙан билдәле әҙиптәрҙең үҙ тауыштары менән уҡылған шиғырҙар, артистар уҡыуындағы шәлкемдәр, яңы яҙмалар тәҡдим ителә.архив 2017 йыл 18 июнь архивланған.
Радиокомпозицияларшәмбе, йәкшәмбе 11.15, 21.15.Төрлө темаларға төрлө йылдарҙа яҙылған радиокомпозициялар.архив 2017 йыл 18 июнь архивланған.
Ашҡаҙарҙа — премьераШишәмбе 15.15, шәмбе 15.15Яңы йырҙар, спектакль премьералары менән таныштыра барыусы рубрика. Башҡарыусылар йәки авторҙар ижад емештәрен үҙҙәре тәҡдим итә.архив 2017 йыл 18 июнь архивланған.
Мәңгелек моңҺәр йома 15.15Башҡортостан, Рәсәй, донъя композиторҙарының ижадына байҡау яһаусы, ваҡыт һынауын үткән классик көйҙәр яңғыратыусы программа.архив 2017 йыл 18 июнь архивланған.
Заман йөҙөҺәр йәкшәмбе 10.15 һәм 22.15Аналитик программа. Республикалағы, илдәге һәм барлыҡ донъялағы ижтимағи-сәйәси ваҡиғаларға байҡау.архив 2017 йыл 18 июнь архивланған.
ХазинаҺәр йәкшәмбе 15:15Халҡыбыҙ яҙмышын сағылдырған халыҡ йырҙарының тарихы.архив 2017 йыл 18 июнь архивланған.
ОсҡонАйына бер тапҡыр сыға.Өмөтлө йәштәр һүҙ ала.архив 2017 йыл 18 июнь архивланған.
«СӘМ» радиожурналыАйына бер тапҡыр ай аҙағында сыға.Сәнғәт, әҙәбиәт, мәҙәниәт ваҡиғаларына байҡау яһаусы мәғлүмәти-аналитик программа.архив 2017 йыл 18 июнь архивланған.
Беҙҙең донъяархив(недоступная ссылка)
Һүҙ ҡәҙереБашҡорт теленең үҙенсәлектәре.архив 2017 йыл 18 июнь архивланған.
Яңы китапДонъя күргән яңы китаптар менән тыңлаусыларҙы таныштыра барыуҙы маҡсат итеп ҡуйған тапшырыуархив 2017 йыл 18 июнь архивланған.
Клуб уттарыҺәр дүшәмбе һәм шаршамбы — 15.15Мәҙәниәт йорттарының, ижади коллективтарҙың, китапханаларҙың эшмәкәрлеген яҡтыртыусы программа.архив 2017 йыл 18 июнь архивланған.
Әкиәттә — хәҡиҡәтархив 2017 йыл 18 июнь архивланған.
Ашҡаҙарҙа — мәҫәл яңғырайархив 2017 йыл 18 июнь архивланған.
Халыҡ ләҡәптәреАуыл мәҙәктәре, ғаилә көләмәстәре, мәрәкә хәлдәр, хикмәтле хикәйәттәр һәм ҡушаматтар тарихы.архив 2017 йыл 18 июнь архивланған.
ЭлмәлекБашҡорт халҡының милли кейемдәре хаҡында рубрика.архив 2017 йыл 18 июнь архивланған.
1812...1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған тапшырыуҙар теҙмәһе.архив 2017 йыл 18 июнь архивланған.
Ил даныТапшырыу сит тарафтарҙа тыуған еребеҙҙе танытып, халҡыбыҙҙың данын арттырып йәшәгән милләттәштәребеҙ менән осраштыра.архив 2017 йыл 18 июнь архивланған.


  • «Матбуғат»
  • Репортаждар
  • «Сәсмәүер»
  • «Үткәндәр һағында»,
  • «Ил даны»