Вьюгин Олег Вячеславович
Вьюгин Олег Вячеславович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 29 июль 1952 (72 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, Өфө өлкәһе, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, иҡтисадсы, финансист |
Уҡыу йорто | МДУ-ның механика-математика факультеты[d] |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре кандидаты[d][1] |
Вьюгин Олег Вячеславович Викимилектә |
Вьюгин Олег Вячеславович (29 июль 1952 йыл — Рәсәйҙең банк хеҙмәткәре һәм дәүләт эшмәкәре. 2016 йылдан — «МДМ-Банк»тың Директорҙар советы рәйесе. Физика-математика фәндәре кандидаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оле́г Вячесла́вович Вьюгин 1952 йылдың 29 июлендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа. 1974 йылда Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетын, 1977 йылда аспирантура тамамлай, физика-математика фәндәре кандидаты.[2]
- 1978—1979 йылдарҙа — Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетының математика кафедраһында кесе ғилми хеҙмәткәр.
- 1979—1980 йылдарҙа — «Цветметавтоматика» Үҙәк ғилми-тикшеренеү институтының төп инженеры.
- 1980—1989 йылдарҙа — Халыҡ ҡулланыуы тауарҙарына халыҡ ихтыяжын һәм сауҙа конъюнктураһын өйрәнеү буйынса Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, сектор мөдире.
- 1989—1993 йылдарҙа — төп ғилми хеҙмәткәр, Рәсәй Фәндәр академияһының Халыҡ хужалығын күҙаллау институтында лаборатория мөдире.
- 1993—1996 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Финанс министрлығының макроиҡтисад сәйәсәте департаменты начальнигы. 1994 йылдан — шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Финанс министрлығы коллегияһы ағзаһы.
- 1996—1999 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһының финанс министры урынбаҫары.
- 1999 йылда — Рәсәй Федерацияһы финанс министрының беренсе урынбаҫары. Финанс министрлығында эшләгән осорҙа макроиҡтисади һәм бюджет сәйәсәте, шулай уҡ Рәсәйҙең эске һәм тышҡы бурысы менән идара итеү мәсьәләләре менән шөғөлләнә.
- 1997 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең иҡтисади реформа буйынса комиссияһы составына инә. 1997—2000 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙары буйынса Федераль комиссия коллегияһы һәм Милли фонд ассоциацияһының Күҙәтеү советы эшендә ҡатнаша.
- 1999—2002 йылдарҙа — «Тройка-Диалог» инвестиция компанияһы" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте вице-президенты.
- 2002—2004 — Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкы рәйесенең беренсе урынбаҫары, аҡса-кредит сәйәсәте мәсьәләләре өсөн яуаплы.
- 2004 йылдың 23 мартынан 2007 йылдың 9 майына тиклем — Финанс баҙарҙары буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе.
- 2007 — "МДМ-Банк"тың Директорҙар советы рәйесе.
- 2009 — "МДМ-Банк"тың Директорҙар советы рәйесе.
- 2010 — «НАУФОР» Директорҙар советы рәйесе.
- 2013 йылдың ғинуарынан шулай уҡ Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең Рәсәй буйынса Morgan Stanley өлкән советнигы.
- 2015 йылда — «Финанс баҙарының иң яҡшы бойондороҡһоҙ директоры» номинацияһында 2015 йылғы «Репутация» Бөтә Рәсәй финансистар премияһы лауреаты[3].
- 2016 йылда — "МДМ-Банк"тың Директорҙар советы рәйесе.
Рәсәй Федерацияһы Финанс министрлығы коллегияһы, Рәсәй Федерацияһы Иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министрлығы коллегияһы, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Конкурентлыҡҡа һәләтлелек һәм эшҡыуарлыҡ буйынса совет, Сит ил инвестициялары буйынса консультатив совет, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы һәм Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы менән үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләре буйынса комиссияһы, Внешторгбанктың күҙәтеү советы ағзалары.
Ихтималлыҡ теорияһы һәм макроиҡтисади модель әҙерләү буйынса егерменән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.
Юғары етәкселәр рейтингында — 2010 йылғы «Коммерсантъ» гәзите буйынса «Коммерция банктары» номинацияһында II урын яулай[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://ria.ru/20090527/172436531.html?ysclid=lwyujaexco829904798
- ↑ Каталог РНБ
- ↑ Лауреаты Премии «Репутация» в 2015 году. finday.ru. Дата обращения: 31 марта 2016.
- ↑ Рейтинг высших руководителей-2010 . Газета «Коммерсантъ» № 176 (4476) (23 сентябрь 2010). Дата обращения: 23 сентябрь 2010.