Эстәлеккә күсергә

Саркисов Александр Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Саркисов Александр Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 19 май 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Вафат булған көнө 13 ғинуар 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө авиация сәнәғәте[d]
Эш урыны Министерство авиационной промышленности СССР[d]
Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты
Климов[d]
Сатурн (НПО)[d]
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d] һәм профессор[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Октябрь Революцияһы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Ленин премияһы

Саркисов Александр Александрович (19 май 1936 йыл, Мәскәү — 13 ғинуар 2019 йыл, Санкт-Петербург[1]), СССР һәм Рәсәй ғалимы һәм конструкторы, авиация двигателдәре төҙөү өлкәһендә белгес, етештереү ойоштороусыһы. Генераль конструктор, техник фәндәр докторы, профессор. Ленин премияһы лауреаты.

  • 1959: Өфө авиация институтын «Осоусы аппараттар двигателдәре» һөнәре буйынса тамамлай;
  • 1959— 1972: СССР Авиация сәнәғәте министрлығының Өфө тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһында (УМКБ «Союз») эшләй: инженер-конструктор, конструкторҙар төркөмө етәксеһе, әйҙәүсе конструктор;
  • 1972— 1982, шунда уҡ: баш конструктор урынбаҫары — ойошма етәксеһе урынбаҫары;
  • 19781983: төп эше менән бер үк ваҡытта Өфө авиация институтында уҡыта;
  • 1983 — 1987: Авиация сәнәғәте министрлығының 3-сө баш идаралығы начальнигы урынбаҫары — баш инженеры;
  • 19882003: генераль конструктор — Федераль дәүләт унитар предприятие (ФГУП) «В. Я. Климов исемендәге завод» етәксеһе;
  • 1990 йылдан:Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты профессоры;
  • 1991: техник фәндәр докторы.

Хәрби һәм граждандар самолеттары (Су-15, Су-25, МиГ-21БИС, МиГ-29, Ил-114, Ан-140, вертолеттар (Ми-8, Ми-24, Ми-28, Ка-32, Ка-50, Ка-52), пилотһыҙ осоу аппараттары өсөн тәғәйенләнгән юғары эффективлы газ турбиналы авиация двигателдәре (ГТД) эшләп сығарыуға ҙур өлөш индерә. Уның етәкселегендә двигателдәрҙе эксплуатациялауҙың ышаныслылығын һәм файҙалылығын һиҙелерлек арттырыусы цифрлы автоматик идара итеү һәм контролләү системаһы (БАРК — блок автоматического регулирования и контроля) эшләнә. Авиация двигателдәре базаһында халыҡ хужалығында киң ҡулланыу тапҡан мобиль энергия ҡулайламалары булдырыла: электр станциялары, иҫке нефть скважиналарын тергеҙеү, нефть ҡатламын һыу ярҙамында гидравлик өҙөү өсөн насос станциялары, магистраль нефть үткәргес торбаларҙы таҙартыу өсөн приводтар. «Конструкция и проектирование авиационных ГТД» юғары уҡыу йорто дәреслеге авторы (1989). Авиация һәм һауала осоу фәндәре академияһы вице-президенты. Бер нисә тармаҡ академияһыны мөхбир ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Умер создатель авиадвигателей Александр Саркисов. ТАСС (14 ғинуар 2019). Дата обращения: 14 ғинуар 2019.
  2. Санкт-Петербург. 300 + 300 биографий. Биографический словарь / St. Petersburg. 300 + 300 biographies. Biographic Glossary // Сост. Г. Гопиенко. — На рус. и англ. яз. — М.: Маркграф, 2004. — 320 с. — Тир. 5000 экз. — ISBN 5-85952-032-8.
  3. О присвоении почетного звания «Заслуженный деятель науки Российской Федерации» Саркисову А. А. 2019 йыл 15 ғинуар архивланған. Указ Президента РФ от 07.06.1996 г. № 847.