Нестеров Михаил Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Михаил Васильевич Нестеров
Mikhail Nesterov self-portrait.jpeg
Автопортрет, 1915
Тыуған:

19 май 1862({{padleft:1862|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})

Тыуған урыны:

Рәсәй империяһы Ырымбур губернаһы
Өфө ҡалаһы

Үлгән:

18 октябрь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (80 йәш)

Үлгән урыны:

СССР, Мәскәү ҡалаһы

Подданныйлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Жанр:

тарихи сюжет, портрет

Уҡыған урыны:

 

  • Московское училище живописи, ваяния и зодчества
  • Императорская Академия художеств
Стиль:

Модерн

Наградалары:

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1942

Исемдәре:
РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Премиялары:

Сталин премияһы — 1941

Изма:

Нестеров Михаил автограф.JPG

Commons-logo.svg Викимилектә эштәре

Михаил Васильевич Нестеров (19 май 1862 — 18 октябрь 1942) — совет рәссамы, Һынлы сәнғәт академигы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, (1942), I дәрәжә Сталин премияһы лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нестеров Михаил Васильевич 1862 йылдың 19 майында Өфөлә сауҙагәр ғаиләһендә тыуған. Мәскәү живопись, һынлы сәнғәт һәм архитектура училищеһында (1877—1881 һәм 1884—1886) В. Г. Перов, А. К. Саврасов, И. М. Прянишниковта, Петербург сәнғәт академияһында (1881—1884) П. П. Чистяковта уҡый. 1889 йылдан экспонент, 1896 йылдан Передвижниктар ширҡәте ағзаһы. Башлыса Мәскәүҙә йәшәй (1890—1910 йылдарҙа — Киевта). Рәссамдың тәүге эштәре передвижниктар рухында яҙылған, иллюстратор булараҡ күп эшләгән.

«Дәрүиш», «Үҫмер Варфоломейға Илаһи зат күренеүе» картиналарында (икеһе лә Третьяков галереяһында) Нестеровтың кешенең эске донъяһы менән ҡыҙыҡһыныуы тулы сағылыш таба. Рәссам 1942 йылдың 18 октябрендә Мәскәүҙә вафат була.

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Совет осоронда Михаил Нестеров ижадының реализм башланғысы яңы үҫеш ала. Ул фән һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең һоҡландырғыс образдарын ижад итеп, башлыса, портретист булараҡ эшләй. Был, нигеҙҙә, 1930-сы йылдар портреттары (П. Д. һәм А. Д. Кориндар — 1930, А. Н. Северцов — 1934, И. Д. Шадр — 1934, С. С. Юдин — 1935, И. П. Павлов — 1935, СССР Дәүләт премияһы — 1941; К. Г. Держинская — 1937, Е. С. Кругликова — 1938, В. И. Мухина — 1940 — барыһы ла Третьяков галереяһында) рәссамды социалистик реализм живописының күренекле оҫталары рәтенә сығара. Портреттарға картина формаһы камиллығы, композицияның гармониялы, асыҡ төҙөлөшө, күләм һәм киңлекте аныҡ һынландырыу хас. Нестеров лирик пейзаж оҫтаһы булараҡ та эшләүен дауам итә («Ауылда көҙ», 1942, Третьяков галереяһында). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған. Михаил Васильевич Өфөнө бик ныҡ яратҡан, унһыҙ йәшәй алмаған. Бында ул йылына ике, өс тапҡыр килеп киткән. Уны бында әсәһе Мария Михайловна, атаһы Василий Иванович һәм яратҡан апаһы Александра Васильевна һағынып көтөп алған.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өфөлә Нестеров һәйкәле
  • 2015 йылда Михаил Нестеровтың тыуыуына 155 йыл тулыу Өфөлә киң билдәләнде[1].
  • Башҡортостан дәүләт художество музейына Михаил Нестеров исеме бирелгән.
  • 2015 йылдың 11 декабрендә Өфөлә М. В. Нестеровҡа һәйкәл асылған[2].
  • Баш ҡалала Нестеров скверы бар.
  • Ленин урамында рәссамдың йорто торған урынға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2012)[1].
  • 2012 йылда рәссамдың быуат ярымлыҡ юбилейы билдәләнгән көндәрҙә Өфөлә бөтә Рәсәй күргәҙмәһе ойошторолдо[1].
  • «Михаил Нестеров. Неизвестные страницы творчества» тигән китап донъя күрҙе (2012)[1].
  • 1962 йылда СССР-ҙа Михаил Нестеровҡа арналған почта маркаһы сығарыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]