Имамғаязов Мәжит Имамғаяз улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Имамғаязов Мәжит Имамғаяз улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 1 октябрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (82 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Ҡариҙел районы, Үреш-Битулла ауыл Советы (Ҡариҙел районы), Борхан
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Имамғаязов Мәжит Имамғаяз улы (рус. Имамагаязов Мазит Имамзаязович) (1 октябрь 1938 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, 1990—1991 йылдарҙа КПСС-тың Благовещен ҡала комитетының беренсе секретары, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә«» БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Имамғаязов Мәжит Имамғаяз улы 1938 йылдың 1 октябрендә Башҡорт АССР-ының Ҡариҙел районы Борхан ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт, юғары белемле — 1962 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, 1987 йылда КПСС Үҙәк комитетының Юғары партия мәктәбен тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1962 йылда, ауыл хужалығы институтын тамамлағас, колхозда зоотехник булып эшләй, артабан Ҡыйғы ауыл хужалығы идаралығында баш зоотехник һәм начальник булып эшләй. 1973—1982 йылдарҙа КПСС-тың Благовещенск райомында икенсе секретарь. 1982—1990 райсовет башҡарма комитеты рәйесе. 1990—1991 йылдарҙа КПСС-тың Благовещен ҡала комитетының беренсе секретары. 1991 йылда «Химволокно» берекмәһенең генераль директор урынбаҫары. 1992 йылдан «Восток» Халыҡ-ара коммерция акционер банкының Благовещен филиалы директоры. [1]

Благовещен ҡалаһы, 84-се Старик һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы. [2]

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]