Эстәлеккә күсергә

Тулин Сергей Заһит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тулин Сергей Заһит улы
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе Рәсәй
Тыуған көнө 11 сентябрь 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны Миәкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө криминолог
Уҡыу йорто Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d]
Рязань гвардия юғары һауа-десант команда училищеһы
Ғилми дәрәжә юридик фәндәр кандидаты[d]
Хәрби звание генерал-майор[d]
Командалыҡ иткән 104-й гвардейский десантно-штурмовой полк[d] һәм 205-я отдельная мотострелковая бригада[d]
Һуғыш/алыш Распад Югославии[d], Первая чеченская война[d] һәм Вторая чеченская война[d]
Ғәскәр төрө Һауа-десант ғәскәрҙәре[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Батырлыҡ ордены Рәсәй Федерацияһы Геройы медаль «За спасение погибавших» медаль «За воинскую доблесть»

Тулин Сергей Заһит улы (1992 йылға тиклем — Ғиззәтуллин Риф Заһит улы; 11 сентябрь 1957 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең хәрби хеҙмәткәре, запастағы генерал-майор. Юридик фәндәр кандидаты. Рәсәй Федерацияһы Геройы.

Риф Заһит улы Ғиззәтуллин 1957 йылдың 11 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Кесе Гәйнә ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1974 йылда, Миәкә урта мәктәбенең 9-сы класынан һуң, Ҡаҙан Суворов хәрби училищеһына уҡырға инә, уны 1976 йылда, ә 1980 йылда Рязань Юғары һауа-десант команда училищеһын тамамлай.

1980-1987 йылдарҙа Карпат яны хәрби округының 39-сы айырым десант-штурмлау бригадаһында (Хыров ҡалаһы) хеҙмәт итә. Эҙмә-эҙлекле разведка взводы командиры, разведка ротаһы командиры, батальон штабы командиры, парашют-десант батальоны командиры вазифаларын биләй.

1990 йылда М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны тамамлай. Гвардия майоры дәрәжәһенә эйә була. 1990—1991 йылдарҙа — 38-се айырым һауа-десант бригадаһы командиры урынбаҫары (Белорус хәрби округы).

1992—1993 йылдарҙа — Югославияла БМО-ның тыныслыҡ урынлаштырыу контингентына ингән 554-се айырым пехота батальоны штаб начальнигы. 1993 йылда гвардия подполковнигы званиеһында 76-сы гвардия һауа-десант дивизияһының 104-се гвардия парашют-десант полкы командиры итеп тәғәйенләйҙәр.

1994 йылдың декабренән 1995 йылдың майына тиклем полктың батальон тактик төркөмө етәксеһе булып Чечняла хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Грозный ҡалаһын штурмлауҙа ҡатнаша, унда 76-сы һауа-десант дивизияһының алдынғы отряды («Көнбайыш» төркөмө составында) менән командалыҡ итә. Был төркөм менән ул Грозныйҙың көньяҡ-көнбайыш ситендә рубежды яулай, дивизияның төп көстәрен ҡалаға алып сыға. Гудерместы ҡамауҙа һәм азат итеүҙә ҡатнаша. Контузия алһа ла сафта ҡала һәм йырып сығырға ынтылған боевиктарҙы тотоп торған йыйылма полк менән идара итә. Чечняла хәрби хәрәкәттәр барышында ике тапҡыр яралана һәм контузия ала.

1995 йылда Грозный ҡалаһы өсөн барған алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнә.

Рәсәй Федерацияһы Президентының 1996 йылдың 20 июлендәге 1064-се указы менән, «полктың хәрби хәрәкәттәре менән оҫта етәкселеге, Төньяҡ-Кавказ төбәгендә хәрби бурысын үтәгән ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн», гвардия полковнигы Тулингә «Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеме бирелә.

1997 йылдың февралендә Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәре Генераль штабының халыҡ-ара хәрби хеҙмәттәшлек Баш идаралығы өлкән офицеры итеп тәғәйенләнә. 1998 йылда Генераль штабының Хәрби академияһына уҡырға инә, уны 2000 йылда уңышлы тамамлай. Генерал-майор дәрәжәһенә күтәрелә.

2000—2001 йылдарҙа — 205-се айырым мотоуҡсылар бригадаһы командиры. 2001—2002 йылдарҙа — 58-се армия (Төньяҡ-Кавказ хәрби округы) командующийы урынбаҫары. 2002 йылдың июнь айында Рязань өлкәһенең хәрби комиссары итеп тәғәйенләнә.

2007 йылдан — запаста.

2007 йылдан — «Хәрби-сәнәғәт компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең проекттар департаменты директоры, 2008 йылдан — проекттар менән идара итеү буйынса генераль директор урынбаҫары. 2008—2009 йылдарҙа «Арзамас машиналар эшләү заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советына инә. Рязань өлкә грек-рим көрәше федерацияһы рәйесе булып тора.

2009 йылдың 8 октябрендә «Енәйәт язаһын хәрби хеҙмәт буйынса сикләүҙәр рәүешендә бойомға ашырыу: криминал һәм хоҡуҡи аспекттары» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Өйләнгән, улы һәм ҡыҙы бар. Ҡатыны — медицина хеҙмәте подполковнигы, хәрби госпиталь табибы, медицина фәндәре кандидаты.

1992 йылда, Югославиягә барғанда, халык-ара ҡораллы көстәр штабы талабы буйынса, документтарындағы «урыҫ булмаған» фамилияны урыҫ фамилияһына алмаштырырға тура килә[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһы Геройы (1996)
  • «Алтын Йондоҙ» миҙалы<ref>Указ Президента РФ № 1064 от 20 июля 1996 года
  • Батырлыҡ ордены (1995)
  • Герои нашего времени (О Героях России — уроженцах и жителях Республики Башкортостан) / авт.-сост. Е. А. Смирнов. — Уфа : Китап, 2016. — 327 с. : илл. ISBN 978-5-295-06554-5.