Антипин Иван Алексеевич
Антипин Иван Алексеевич | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 11 сентябрь 1921 |
Тыуған урыны | СССР, Башҡорт АССР-ы, Стәрлетамаҡ кантоны, Ҡыҙыл Еҙем |
Вафат булған көнө | 21 декабрь 2005 (84 йәш) |
Вафат булған урыны | Украина, Луцк |
Ерләнгән урыны | Луцк |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Антипин Иван Алексеевич (11 сентябрь 1921 йыл — 21 декабрь 2005 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр. Штурмлаусы авиация полкы лётчигы. Генерал‑майор (2004). Советтар Союзы Геройы (1944).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иван Алексеевич Антипин 1921 йылдың 11 сентябрендә хәҙерге Башҡортостандың Архангел районы Ҡыҙыл Еҙем ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. рус.
9 класс тамамлаған. Һуңынан махсус комсомол наборы буйынса Белорет ҡалаһындағы аэроклубҡа уҡырға инә.
1941 йылдың апрелендә Башҡорт АССР-ының Архангел район военкоматы тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Свердловск хәрби авиация осоусылар мәктәбен тамамлаған (1941). 1942 йылдың октябренән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.
5-се һауа армияһының 1-се штурмлаусы авиация корпусы 292-се штурмлаусы авиация дивизияһы 667-се штурмлаусы авиация полкы осоусыһы лейтенант Иван Антипин 1944 йыл башына дошмандың тере көсөн һәм хәрби техникаһын штурмлау өсөн 89 уңышлы хәрби осош яһай, 16 һауа һуғышында ҡатнаша, шәхсән «Ю-87» самолетын һәм төркөмдә 6 дошман самолетын бәреп төшөргән. 20 дошман танкын, тере көстәр һәм йөк менән 125 автомашинаһын, 8 зенит-артиллерия батареяһын юҡ иткән, 3 яғыулыҡ складын, 2 боеприпастар складын, 9 автоцистернаны шартлатҡан һәм 500-гә яҡын дошман һалдаты һәм офицерын юҡ иткән.
Һуғыштан һуң А. И. Антипин хеҙмәтен СССР хәрби һауа көстәрендә дауам итә. 1945 йылдың мартынан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. 1949 йылда штурмандарҙың Юғары офицерҙар мәктәбен, 1956 йылда — Хәрби-һауа академияһын тамамлаған.
1968 йылдан алып полковник И. А. Антипин — запаста, ә һуңынан отставкаға киткән. Украинаның Волынск өлкәһендәге Луцк ҡалаһында йәшәй. Украина Хөкүмәте атҡаҙанған ветеранға «генерал-майор» хәрби званиеһы бирә.
И. А. Антипин 2005 йылдың 21 декабрендә вафат була. 2005 йылдың 23 декабрендә Луцк ҡалаһында ерләнгән.
Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- СССР Юғары Советы Президиумы указы менән 1944 йылдың 1 июлендә лейтенант Антипин Иван Алексеевичкә Ленин ордены менән «Алтын йондоҙ» миҙалы (№ 1978) тапшырыла һәм Советтар Союзы Геройы исеме бирелә
- Ленин Ордены (01.07.1944)
- Ҡыҙыл Байраҡ Ордены (01.09.1943)[1]
- Ҡыҙыл Байраҡ Ордены (30.09.1943)[2]
- Александр Невский Ордены (22.02.1945)[3]
- I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены (12.02.1944)[4]
- I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[5]
- II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены (06.08.1944)[6]
- Ҡыҙыл Йондоҙ Ордены
- Миҙалдар
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Герой исеме Өфө ҡалаһында Еңеү паркындағы гранит стелала һәм Белорет ҡалаһында мемориаль таҡтала мәңгеләштерелгән.
- Архангел ауылының Еңеү паркында Антипин Иван Алексеевичтың бюсы ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 702, л. 1, 12, 13)ф. 33, оп. 686044, д. 702, л. 1, 12, 13)
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 2969, л. 7, 17, 18)ф. 33, оп. 686044, д. 2969, л. 7, 17, 18)
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 1859, л. 2, 30—32)ф. 33, оп. 690306, д. 1859, л. 2, 30—32)
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 934, л. 1, 4, 5)ф. 33, оп. 690155, д. 934, л. 1, 4, 5)
- ↑ Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 2713, л. 2, 15, 16)ф. 33, оп. 690155, д. 2713, л. 2, 15, 16)
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Антипин Иван Алексеевич. «Герои страны» сайты.
- 11 сентябрҙә тыуғандар
- 1921 йылда тыуғандар
- Башҡортостанда тыуғандар
- 21 декабрҙә вафат булғандар
- 2005 йылда вафат булғандар
- Волынь өлкәһендә вафат булғандар
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Александр Невский ордены (СССР) кавалерҙары
- Бөйөк Ватан һуғышы осоусылары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Архангел районында тыуғандар
- КПСС ағзалары