Эстәлеккә күсергә

Сафонов Владимир Евгеньевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сафонов Владимир Евгеньевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 11 сентябрь 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө хоҡуҡ белгесе
Эшмәкәрлек төрө хоҡуҡ фәне[d]
Эш урыны Рәсәй дәүләт суд эшмәкәрлеге университеты[d]
Уҡыу йорто Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Дипломатик академияһы[d]
Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә юридик фәндәр докторы[d]
Ғилми етәксе Мөҡсинов Ирек Шәриф улы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы

Сафонов Владимир Евгеньевич (11 сентябрь 1953 йыл) — Рәсәй юрисы. Юридик фәндәр докторы (2000), профессор (2003). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы[1].

Владимир Евгеньевич Сафонов 1953 йылдың 11 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында тыуған[2][3]

1973 йылда Ишембай нефть техникумын тамамлай[2] һәм электрик булып эшләй башлай[4].

ВЛКСМ-дың Ишембай ҡала комитетында инструктор һәм секретарь, БАССР профессиональ-техник белем биреү идаралығының йәмәғәт фәндәре бүлеге начальнигы булып эшләй[5].

1987 -1990 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһында бәлиғ булмағандар тураһында закондар үтәлешен күҙәтеү буйынса бүлек прокуроры[2][5].

1988 йылда Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай[2][5].

1996 йылда Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығының Дипломатик академияһын «халыҡ-ара хоҡуҡ» һөнәре буйынса тамамлай. Шул уҡ йылда Рәсәй Фәндәр академияһының Дәүләт һәм хоҡуҡ институты аспирантураһын тамамлай һәм, «юридик фәндәр кандидаты» ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, профессор И. Ш. Муксиновтың ғилми етәкселегендә «Роль договорных отношений в становлении Республики Башкортостан» темаһына диссертация яҡлай[2][5].

2000 йылда докторантураны тамамлай һәм, «юридик фәндәр докторы» ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Российская государственность и теория современного федерализма: политико-правовые проблемы» темаһы буйынса диссертация яҡлай[2].

1996 йылдың 27 мартынан 2001 йылдың 1 ғинуарына тиклем — Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды судьяһы[2][5]. Әлеге ваҡытта отставкала[2].

2001 йылдан — Рәсәй хөкөм эше академияһында конституцион хоҡуҡтар кафедраһы профессоры, ә 2007 йылдан — дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы кафедраһы мөдире булып эшләй.

2003 йылда профессор ғилми дәрәжәһе бирелә[5].

Халыҡ-ара хоҡуҡ, сит илдәрҙең конституцион хоҡуғы, дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы, суд власы буйынса 100-ҙән ашыу фәнни эштәр, монографиялар, дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары авторы, шуларҙан — 4 монография, 6 уҡыу әсбаптары[2][5].

Рәсәй юристар Ассоциацияһы ағзаһы, Халыҡ-ара хоҡуҡ ассоциацияһы ағзаһы[1][5]. Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһының «Военная история, теория и права» секцияһы ағза-корреспонденты.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

В. Е. Сафонов, федератив мөнәсәбәттәргә күсеү шарттарында, федераль үҙәк көсәйә барғанда, хәҙерге Рәсәй дәүләтселеге тәбиғәтен комплекслы өйрәнергә тырыша. Демократия һәм дәүләт власының эшкә һәләтлелелеге талаптарына яуап биргән федератив ҡоролоштоң иң яҡшы моделен эшләү юлдары ҡарала[2].

Сәйәси эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Правое дело» партияһында тора, унда контроль-ревизия комиссияһы составына ингән[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы (2012) «законлылыҡты нығытыуҙағы ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн»[1].
  • Сафонов В. Е. Роль договорных отношений в становлении Республики Башкортостан: Автореф. дис.: канд. юрид. наук. — М., 1996.
  • Сафонов В. Е. Правовые основы внешнеэкономических соглашений Республики Башкортостан. — М., 1995.
  • Сафонов В. Е. «Федеративное государство: проблемы разграничения предметов ведения и полномочий». — Уфа, 1999.
  • Сафонов В. Е. «Государство (республика) в составе Российской Федерации: теоретико-методологические и правовые аспекты». — СПб., 2001
  • Сафонов В. Е. «Российская государственность и теория современного федерализма: политико-правовые проблемы». — М., 2002.
  • Сафонов В. Е. «Зарубежные системы судебного конституционного контроля: виды и полномочия». — М., 2003.
  • Муксинов И. Ш., Рахимов Р. А., Сафонов В. Е., Хабибулин А. Г. Развитие конституционного судопроизводства — гарантия становления гражданского общества // Правоведение. — 1999, № 3.
  • Сафонов В. Е. Проблемы разрешения конституционно-правовых коллизий в системе федеративных отношений Российской Федерации // Национальный вопрос и государственное строительство: проблемы России и опыт зарубежных стран: Материалы науч. конф. (Москва, 27—28 апреля 2000 г.) / Под ред. С. А. Авакьяна. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 2001.
  • Сафонов В. Е. Конституционные суды республик Российской Федерации на страже их Основного Закона // Проблемы укрепления конституционной законности в республиках Российской Федерации: Материалы науч.-практ. конф. Уфа, 1998; Проблемы образования и деятельности конституционных (уставных) судов субъектов Российской Федерации: Материалы Всероссийского совещания, Москва, 24 декабря 1999 г. — М.: Формула права, 2000.
  1. 1,0 1,1 1,2 Алим Фаизов Владимир Сафонов стал заслуженным юристом России // Башинформ, 28.04.2012
  2. 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 Сырых, 2006
  3. Сафонов Владимир Евгеньевич 2019 йыл 20 декабрь архивланған. // Конституционный Суд Республики Башкортостан
  4. Сафонов Владимир Евгеньевич 2019 йыл 20 декабрь архивланған. // Конституционный Суд Республики Башкортостан
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 5,7 Сафонов Владимир Евгеньевич 2019 йыл 20 декабрь архивланған. // Конституционный Суд Республики Башкортостан Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «ks-rb» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  6. Правое дело-2. Восставшие из ада — Аналитический и новостной сайт информационно-экспертной группы Панорама