Мостаев Хашим Фәтих улы
Мостаев Хашим Фәтих улы | |
татар. Хашим Фатыйх улы Мостаев | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 11 сентябрь 1918 |
Тыуған урыны | Ҡаҙарма, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 24 декабрь 2015 (97 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт академия драма театры |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Мостаев Хашим Фәтих улы (11 сентябрь 1918 йыл — 24 декабрь 2015 йыл) — балет артисы, педагог-балетмейстер. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1999), Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаты (2007). Профессиональ балет сәнғәтенә һәм башҡорт халыҡ хореографияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хашим Фәтих улы Мостаев 1918 йылдың 11 сентябрендә Өфө губернаһы Өфө өйәҙенең[1] Ҡаҙарма ауылында тыуған. 1921 йылда ғаилә Өфөгә күсеп килә.
1925—1929 Өфө ҡалаһының беренсе баҫҡыс 20-се мәктәбендә уҡый. 1930 йылдан алып 1934 йылға тиклем дөйөм белем биреү мәктәбендә — ете йыллыҡ «Әғәмәли улы» мәктәбендә уҡый. Мәктәп директоры Закир Шакиров (КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары Шакиров Миҙхәт Закир улының атаһы) уҡыусыларҙың мәктәп үҙешмәкәр сәнғәтттендә ҡатнашыуыун хуплай. Тап ошо мәктәптә төрлө ваҡытта композитор һәм «Шурәле» балеты авторы Ф. Яруллин һәм балет бейеүсеһе Рудольф Нуриев уҡыған.
Мәктәпте тамамлағас, 1934—1936 йылдарҙа Өфө театр техникумында, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ҡарамағындағы театр студияһының балет бүлегендә уҡыуын дауам итә. Студияны йәштәрҙе театр сәнғәтенә профессиональ кимәлдә өйрәтеү өсөн театрҙың ректоры һәм режиссеры Б. Имашев ойоштора. Унда уға бейеү оҫталығы дәрестәрен милләте менән латыш Карл Матсон да бирә.
Бер үк ваҡытта Мостаев Өфө театр техникумындағы фортепьяно бүлегендә лә уҡый (педагогы Штегман) һәм 1935—1938 йылдарҙа башҡорт драма театрында эшләй. 1936—1938 йылдарҙа театр техникумы янындағы балет бүлегендә уҡый (һуңынан музыка училищеһы).
Бейеүгә ҡыҙыҡһыныу уны Ленинград хореография училищеһына алып килә, унда Мостаев 1938 йылдан 1946 йылға тиклем уҡый (педагогы Б. В. Шавров). Күренекле балет бейеүсеһе һәм мөғәллим Константин Сергеев уның бейегәнен бик оҡшата һәм уны ҡабул итеүгә ризалыҡ бирә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылда Ленинградтан Өфөгә ҡайта, Башҡорт опера театры һәм Т. Шевченко исемендәге Киев опера һәм балет театрының берләшкән труппаһында балет солисы булып хеҙмәт итә. Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә Мостаев спектаклдәрҙә балет артистары А. Васильева, М. Соболь, З. Бәхтийәрова, Г. Сөләймәнова, Л. Богданова, М. Круглова һәм башҡалар менән бергә бейей.
1941 йылдың сентябрендә Ҡыҙыл армияға доброволец булып хеҙмәт итергә китә[2]. Унда уны механикка уҡырға ебәрәләр. Силәбе Хәрби авиация механиктар мәктәбен (ЧВАШМ) тамамлағас, 1941—1943 йылдарҙа Көнбайыш фронтта авиация полкында хеҙмәт итә, «Ил-2» самолеттарҙы хеҙмәтләндерә.
1943 йылда оборона наркомының урынбаҫары генерал-полковник Щаденко бойороғона ярашлы демобилизацияална һәм Башҡорт опера һәм балет театрында милли башҡорт балеты «Сыңрау торна»ла ҡатнашыу өсөн Өфөгә ҡайтарыла. Премьера БАССР-ҙың 25-йыллығына тәғәйенләнә — 1944 йылдың 20 мартына. Спектакль премьераһында Арыҫланбай һәм Йомағол партияларында бейей[3], уның партнерҙары бейеүселәр Зәйтүнә Насретдинова һәм Нинель Юлтыева булалар. Шунан тағы ла «Баҡсаһарай фонтаны» балетын да сәхнәләштереүҙә ҡатнаша.
1946 йылда С. М. Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театрында эшләй, 1964 йылдан — Өфө сәнғәт училищеһында хореография бүлеге мөдире. 1965 йылдан А. Я. Ваганова исемендәге Ленинград хореография училищеһында уҡыта
Шул дәүерҙә Юрий Григорович, Алла Шелест, Наталья Дудинская, Рудольф Нуриев кеүек аҫыл заттар менән бейеү насип була уға.
1970 йылда Өфө ҡалаһына кире ҡайта, 1974 йылға тиклем Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе, ә 1995 йылдан 2013 йылға тиклем — балетмейстеры була.
Бер үк ваҡытта, 1982—1992 йылдарҙа, Өфөләге «Нефтсе» Мәҙәниәт йортонда эшләгән «Ләйсән» бейеү студияһы менән етәкселек итә. Ғүмеренең һуңғы йылдарында ул «Шоңҡар» тарихи романын яҙа, роман Башҡортостандың Маҡар районында (хәҙер Ишембай районы), Өфөлә, Парижда һәм башҡа урындарҙа XVIII быуат аҙағындағы һәм XIX быуат башынан алып беҙҙең көндәргә тиклемге ваҡиғаларҙы үҙ эсенә ала Һигеҙ йылдан ашыу ул «Алыҫ һәм яҡын» хәтирәләр альбомын яҙа[4], китапты ул үҙенең уҡытыусыларына, айырып әйткәндә, Фәйзи Ғәсҡәровҡа бағышлай. .
Спектаклдәрҙәге эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә Арыҫланбай, Йомағол («Сыңрау торна»; 1944), Гәрәй («Баҡсаһарай фонтаны», Б. В. Асафьев), Нур («Зөһрә», Н. Г. Жиганов) образдарында;
- С. М. Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театры сәхнәһендә: Фрондосо («Лауренсий» А. А. Крейн), Ганс («Жизель», А. Адан), Парис («Ромео һәм Джульетта», С. С. Прокофьев) ролдәрендә; шунда уҡ ул 1950 йылда Ю. А. Шапориндың «Декабристар» А. Г. Рубинштейндың «Демон» операларында бейеүҙәр ҡуя;
- Ленинград хореография училищеһы сәхнәһендә «Мечта» (1947), «Голубь Мира» (1951, С. А. Заранек), «Дочь снегов» (1956, Г. А. Портнов) операларын ҡуя; Башҡорт опера һәм балет театрында «Ҡара йөҙҙәр» (1965, Х. Ш. Заимов һәм А. Г. Чугаев) балетын, «Гөлнәзирә» һәм концертные номера «Татар романсы» (Жиганов муз.), «Көтөүсе йыры» (Заимов муз.) концерт номерҙарын ҡуя;
- Ф. Ғәскәров исемендәге Халыҡ бейеүҙәре ансамблендә ул «Ҡумыҙ менән бейеү», «Ирәндек», «Азамат», «Бөрйән ҡыҙҙары», «Сәскә атыусы ҡурай», «Үткән замандың күренештәре» күмәк бейеүҙәрҙе һәм «Ҡурай тауышына», «Бүләк», «Бөрйән ҡыҙы», «Башҡорт вальсы» һәм башҡа соло бейеүҙәрен ҡуя[5].
Уҡыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мостаев Хашим Фәтих улының уҡыусылары — бейеүселәр, балет артситары: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Гөлнара Халитова, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Роман Рыкин, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Аркадий Зинов, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Римма Закирова һәм башҡалар.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мустаев Х. Ф. Роман «Шонкар» (2008),
- Книга-альбом воспоминаний «Далёкое и близкое» (2012).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаты
- БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988)
- «Ғәскәров мираҫы — республика ҡаҙанышы» концерт программаһы 2013 йылда Башҡортостан Республикаһы президенты грантына лайыҡ булды.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2018 йылдың 3 декабрендә Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең күренекле балетмейстер, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Хашим Мостаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған концерты булды. Программаға Хашим Мостаев ҡуйған бейеүҙәр ингәйне. Улар иҫәбендә — «Ирәндек», «Азамат», «Ҡумыҙ менән бейеү», «Сәскә атыусы ҡурай», «Беләҙектәр сыңы», «Француз яулығы», «Бөрйән ҡыҙҙары» һәм башҡалар. Республиканың Мәҙәниәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йыл ғәскәровсылар өсөн Хашим Мостаевтың юбилейы билдәһе аҫтында уҙа. «Ғүмергә торошло бейеү» программаһын республикала һәм унан ситтә лә тамашасылар яратып ҡараны[6].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы
- ↑ Еженедельник «Истоки». Хашим МУСТАЕВ: покоряя мир 2016 йыл 25 апрель архивланған.
- ↑ Башкирская энциклопедия. Ст. Мустаев Хашим Фатыхович 2016 йыл 1 февраль архивланған.
- ↑ Журнал Бельские просторы. Х. Мустаев. Главы из автобиографического альбома воспоминаний «Далёкое и близкое»(недоступная ссылка)
- ↑ Хашим Мустаев — патриарх башкирского танца (к 95-летию известного танцовщика) — Хореографы — Биографии — Каталог статей — Сайт Отдела культуры 2016 йыл 12 март архивланған.
- ↑ Радий Хәбиров балетмейстер Хашим Мостаевтың 100 йыллығына арналған концертта булды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 4 декабрь 2018 йыл (Тикшерелеү көнө: 4 декабрь 2018)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Жиленко Н. А. Гран‑па башкирского балета. Уфа, 2008.
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 4. Л-О. 2008. −672 с. ISBN 978-5-88185-068-5. науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мостаев Хашим Фәтих улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 4 декабрь 2018)
- Хашим Мостаев — башҡорт бейеү патриархы (билдәле бейүсенең 95 йәше айҡанлы) 2016 йыл 12 март архивланған.
- Профессиональ балет сәнғәтенә һәм халыҡ хореографияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе хашим мостаев тормош классикаһы китте 2017 йыл 25 июнь архивланған.
- http://belsk.ruspole.info/node/2193
- 11 сентябрҙә тыуғандар
- 1918 йылда тыуғандар
- Өфө өйәҙендә тыуғандар
- 24 декабрҙә вафат булғандар
- 2015 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусылары
- Кушнаренко районында тыуғандар
- Өфө губернаһында тыуғандар