Нуғайбәковтар
Уҡыу көйләүҙәре
Нуғайбәковтар | |
| |
Нәҫел китабы теркәлгән губерна: | |
---|---|
Башлап ебәреүсе: | |
Барлыҡҡа килгән урыны: |
Бөгөлмә өйәҙе (хәҙер Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы) Юрмый улусының Урсай ауылы |
Подданлығы: |
Нуғайбәковтар — кантон башлыҡтары, башҡорт дворяндары нәҫеле. Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙе Юрмый улусының (хәҙер Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы) Урсай ауылы башҡорттарынан.
Дөйөм характеристика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нуғайбәковтар нәҫелен башлап ебәреүсе сотник Нуғайбәк Әсәнов (Хәсәнов) була. Нуғайбәк Әсәнов Юрмый улусының Чалпы ауылында йәшәй[1].
Нуғайбәковтар нәҫеленең бер өлөшө күрше Урсай ауылына килеп төпләнә. Улар араһынан Көрмәнкәй Нуғайбәков билдәле. Көрмәнкәй Нуғайбәков 1803—1820 йылдарҙа 12‑се башҡорт кантоны башлығы була. Уның улы:
- Шаһингәрәй Көрмәнкәй улы Нуғайбәков (1790 — ?) — сотник (1829). 1808 йылда — казак, 1812 йылда — зауряд-яҫауыл, 1813 йылда — поход старшинаһы, 1814 йылда — 14 класс чинын (хорунжий) ала. 1820—1836 йылдарҙа 12-се башҡорт кантоны башлығы вазифаһын үтәй. 1821 йылда 13 класс чинына күсерелә. 1829 йылда сотник хәрби дәрәжәһенә лайыҡ була. 1832 йылда ҡасҡындарҙы тотоуҙа хөкүмәткә булышлыҡ иткән өсөн көмөш миҙал менән бүләкләнә. 1833 йылда 4-се дәрәжә Изге Станислав ордены менән бүләкләнә. 1835 йылдың 4 апрелендә ер эштәренә йүнәлтелгән башҡорттар йыйылған урында, 21 чиновник, 650 казак һәм йорт старшиналары алдында кантон башлығы Шаһингәрәй Нуғайбәков рус телендә ошолай телмәр тота: «люди те [башкиры] не на службу, а на каторжную работу командируются» һәм «башкиры ныне стаи плохи не умеют от оной избавиться», һәм көлөмһөрәп атыу ҡоралдарығыҙ эшкенәме тип башҡорттарҙан һораша. Ошо ваҡиға арҡаһында команда алдында юғары властарға ҡарата әҙәпһеҙ һүҙҙәр әйткәне өсөн 1836 йылда вазифаһынан алына[2], орденынан мәхрүм ителә, башта уны Себергә һөргөнгә ебәрергә уйлайҙар, әммә аҙаҡ казак чинын биреп 2-се мишәр кантонына йәшәргә күсерәләр. 1839 йылда хорунжий чинын ҡайтарып, 12-се башҡорт кантонына кире әйләнеп ҡайтырға рөхсәт ала. Бәләбәй өйәҙендә поташ заводына, Бөгөлмә өйәҙендә тирмәнгә эйә булған. Ике 3атыны булла: обер-офицер ҡыҙы Бибисара Усманова[3] һәм Шәмсенисә Баязит ҡыҙы[4]. Уның улдары:
- Әхмәтгәрәй Шаһингәрәй улы Нуғайбәков (1821[5] — ?) — 1850-се йылдар башынан 1854 йылға ҡәҙәр 13-сө башҡорт кантоны башлығы була[6].
- Солтангәрәй Шаһингәрәй улы Нуғайбәков (1822 йыл тирәһе — ?) — яҫауыл (1860). 1845 йылда Ырымбур Неплюев кадет корпусын тамамлай. 1848—1852 йылдарҙа 10-сы линия Ырымбур батальоны эргәһендәге Хәрби суд комиссияһында тәржемәсе булып хеҙмәт итә. 1854 йылдан 4-се мишәр кантоны башлығы, 1856—1863 йылдарҙа 22-се башҡорт кантоны башлығы вазифаларын башҡара. 1863—1865 йылдарҙа 9-сы Бәләбәй кантоны башлығының ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә[7]. «1853—56 йылдарҙағы Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә» бронза миҙалы менән бүләкләнгән.
- Әхмәтмөхтәр Шаһингәрәй улы Нуғайбәков Ырымбур Неплюев кадет корпусын тамамлай[8].
- Мөхәмәтгәрәй Шаһингәрәй улы Нуғайбәков — 1839 йылда Башҡорт-мишәр ғәскәрендә урядник булып хеҙмәт итеүе билдәле[9].
1831 йылдың 11 декабрендә Нуғайбәковтарҙың нәҫеле Ырымбур губернаһы дворян нәҫел тарихы китабына индерелгән[10].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 571—573. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ 1837 йылда Шаһингәрәй Нуғайбәковтың кейәүе (Мирфафа апаһының ире)Шаһимәрҙән Сыртланов 12-се кантон башлығы вазифаһында тәғәйенләнә.
- ↑ Тагирова Л. Ф., 2012, с. 86—87
- ↑ Ильясова А. Я., 2015, с. 104
- ↑ Ильясова А. Я., 2015, с. 131
- ↑ Тагирова Л. Ф., 2012, с. 102
- ↑ Тагирова Л. Ф., 2012, с. 158
- ↑ Тагирова Л. Ф., 2012, с. 115
- ↑ Тагирова Л. Ф., 2012, с. 87
- ↑ Ильясова А. Я., 2015, с. 119
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ильясова А. Я. История башкирского дворянства. — Уфа: Китап, 2015. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06335-0.
- Тагирова Л. Ф. Кантонные начальники Башкирии: национальная региональная элита первой половины XIX века. 2-е изд., переработанное и исправленное. — Уфа: УНЦ ИИЯЛ, 2012. — 164 с. — ISBN 978-5-91608-071-1.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Таһирова Л. Ф. Нуғайбәковтар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.