Эстәлеккә күсергә

Сыртлановтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Сыртлановтар — башҡорт дворяндар нәҫеле. Ҡазан даруғаһының Ҡаңлы улусы Шланлыкүл ауылындан (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы) башҡорттары.

Нәҫелде башлап ебәреүсе — Ишбулды Сыртланов (1757—1833), указлы мулла.

Уның улдарынан иң билдәлеләре:

  • Шиһабетдин Сыртланов (1793—1813) — поход яҫауылы. Ватан һуғышында (1812) һәм урыҫ армияһының сит илгә походтарында (1813—14) ҡатнашыусы;
  • Шаһиәхмәт Сыртланов (1797—?) — зауряд-яҫауыл (1815). 1814 йылда алып 12‑се башҡорт кантонында хеҙмәт итә. 1816 йылда, 1833 йылда поход яҫауылы, 1818—1826 йылдарҙа йорт старшинаһы;
  • Шаһимәрҙән Сыртланов (1803—?) — 1816 йылда старшина ярҙамсыһы, 1834 йылда указлы мулла;
  • Шаһигардан Сыртланов (1804—?) — ғәскәри старшина. 1821 йылда башлап 12‑се башҡорт кантонында хеҙмәт итә. 1833 йылда алып 12‑се башҡорт кантоны башлығыярҙамсыһы, 1834 йылдаң — башлығы, 1856 йылдаң — 21‑се башҡорт кантоны башлығы. «1853—1856 йылдарҙа Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнгән. Бәләбәй өйәҙендә 2 тирмәне һәм йылҡы заводы була.
  • Ғимаҙетдин Сыртланов (1805—?), указлы мәзин; Мифтахетдин Сыртланов (1807—?), урядник (1829). 1823 йылда башлап 12‑се башҡорт кантонында, 1831 йылда Ырымбур ҡалаһында хеҙмәт итә;
  • Ғәбделваһап Сыртланов (1816—?) — урядник;
  • Шиһабетдин Сыртланов (1818—?) — урядник.

Шаһиәхмәт Сыртланов улдарынан иң билдәлеһе Сиражетдин Сыртланов (1818—1858), зауряд-хорунжий.

Шаһимәрҙән Сыртланов улдарынан иң билдәлеһе Имаметдин Сыртланов (1824—?), указлы мулла.

Шаһигардан Сыртланов иң билдәле улдары:

  • Арыҫланбәк Сыртланов (1830—?) — зауряд-сотник (1857). 1848 йылда алып 13‑сө башҡорт кантонында, 1857 йылда — 21‑се башҡорт кантоны башлығы ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. «1853—1856 йылдарҙа Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнгән;
  • Йыһангир Сыртланов (1832—?) — указлы мулла;
  • Шаһисолтан Сыртланов (1834—?) — сотник. Ырымбур Неплюев кадет корпусын тамамлағандан һуң (1855) 21‑се башҡорт кантонында хеҙмәт итә, 1861 йылда башлап 20‑се башҡорт кантоны башлығы. «1853—1856 йылдарҙа Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнгән. Атаһы менән берлектә Бәләбәй өйәҙендә һыу тирмәне һәм йылҡы заводы хужаһы була;
  • Шаһихәйҙәр Сыртланов (1847—?) — Өфө губернаһынан 1‑се (1906) һәм 2‑се (1907) Дәүләт думаһы депутаты. Дворяндарҙан. Почётлы мировой судья[1][2].

Шаһихәйҙәр Сыртланов иң билдәле улдары:

Сыртланов нәҫеленә шулай уҡ Ампир Шәйбәк улы Сыртланов (1936, БАССР‑ҙың Бүздәк районы Сыртлан ауылы) инә, техник фән кандидаты (1983). Рәсәйҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1992), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1992). Өфө нефть институтыне тамамлаған (1960). 1984—2003 йылдарҙа «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһында: баш инженер, директоры урынбаҫары, генераль директор. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының 2‑се саҡырылыш депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), «Почёт Билдәһе» (1981) ордены менән бүләкләнгән.

Сыртланов нәҫеленә шулай уҡ:

Сыртланов нәҫеле XIX быуат 2‑се яртыһында Өфө губернаһының дворян нәҫел тарихы китабына яҙылған.

  1. Бойович М. М. Наши депутаты. Государственная дума 1го созыва. Москва. 1906. Издание т-ва Сытина И. Д.
  2. Бойович М. М. Члены Государственной Думы. Второй созыв. 1907—1912 г. Москва. 1907. Издание т-ва Сытина И. Д.