Сарлы
Ауыл | |
Сарлы татар. Сарлы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
1764[1] |
Элекке исеме |
Сарлыҡ |
Халҡы | |
Милли состав |
татарҙар[1] |
Конфессиональ составы |
мосолмандар |
Этнохороним |
сарлылар |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 85511 |
Почта индексы |
423315 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Сарлы́ (Сарлы́ҡ) — Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы ауылы. Сарлы ауыл биләмәһе үҙәге.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Ыҡ йылғаһы буйында, Аҙнаҡай ҡалаһынан төньяҡ-көнсығыштараҡ 33 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сарлы (Сарлыҡ) — юрмый башҡорттарының ауылы. 1764 йылдан билдәле. Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙе Юрмый улусы составында була. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Стәрлетамаҡ улусы составына керә һәм уның үҙәге була[3].
ХХ быуат башында 2 мәсет, 2 мәктәп, тирмән теркәлгән.
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Төмөтөк районы, 1931 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1935 йылдан — Төмөтөк районы, 1958 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1963 йылдан — Әлмәт районы, 1965 йылдан — йәнә Аҙнаҡай районы составында[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1816 йылда ауылда 29 ихатала ир затлы 187 башҡорт, 17 ихатала 42 йән яһаҡлы татар һәм 5 ихатала 27 йән типтәр; 1834 йылда — 139 башҡорт, 42 типтәр һәм 52 дәүләт крәҫтиәне; 1859 йылда — 313 башҡорт, 59 типтәр һәм 76 дәүләт крәҫтиәне теркәлгән[3].
Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
1822[2] | 1834[2] | 1859[2] | 1889[2] | 1897[2] | 1910[2] | 1926[2] |
169 | ↗337 | ↗863 | ↗1202 | ↗1466 | ↗1754 | ↘917 |
1938[2] | 1949[2] | 1958[2] | 1979[2] | 1989[2] | 2002[2] | 2008[2] |
↗1074 | ↘751 | ↘732 | ↗776 | ↘534 | ↘499 | ↗528 |
Иҡтисад
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл халҡы игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнә[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фәрхетдинова Зәйнәп Фазлетдин улы — йырсы, Татарстан Республикаһының халыҡ артисы.
- Хисамов Ифрат Ниғмәт улы — композитор.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Статья о с. Сарлы из Татарской энциклопедии (5-й том) на сайте Института Татарской энциклопедии
- ↑ 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 2,12 2,13 2,14 Татарская энциклопедия (5-й том). Село Сарлы . Дата обращения: 17 ғинуар 2016. Архивировано 17 ғинуар 2016 года.
- ↑ 3,0 3,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 567. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.