Юғары Стәрле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юғары Стәрле
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Верхнестярлинское сельское поселение[d][1]
Административ-территориаль берәмек Верхнестярлинское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423314
Карта

Юғары Стәрле[2] (Стәрлетамаҡ, Усман; татар. Югары Эстәрле, рус. Верхнее Стярле) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы ауылы.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл Стәрле йылғаһы буйында, Аҙнаҡай ҡалаһынан көнсығышҡа табан 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылға юрмый ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Юрмый улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Стәрлетамаҡ административ-территориаль улусы составына керә һәм уның үҙәге була[4].

XX быуат башында ауылда улус идаралығы, 2 мәсет, 2 һыу тирмәне теркәлгән[3].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан Тымытыҡ районы, 1931 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1935 йылдан — Тымытыҡ районы, 1958 йылдан — Ютазы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҙнаҡай районы составында була[3].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1816 йылда ауылда 34 ир затлы башҡорт, 110 типтәр һәм 54 татар; 1859 йылда — 1457 дәүләт крәҫтиәне һәм башҡорт иҫәпләнгән[4].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [3])
18591897192019261938194919581970197919892000
14571628170411281420904849906770605611

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 377. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Татарская энциклопедия.
  4. 4,0 4,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 568. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.