Ҙур Суҡаяш
Ҙур Суҡаяш | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ үҙәге | Сухояшское сельское поселение[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Сухояшское сельское поселение[d][1] |
Почта индексы | 423325 |
Ҙур Суҡаяш (татар. Зур Сукаеш, рус. Большой Сухояш) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы ауылы.
География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауыл Суҡаяш йылғаһы буйында, Аҙнаҡай ҡалаһынан төньяҡҡа табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауылға юрмый ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1742 йылдан билдәле. Ауыл Юрмый улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Стәрлетамаҡ административ-территориаль улусы составына керә[3].
XX быуат башында ауылда 2 тирмән, 2 мәсет, 2 мәктәп теркәлгән[2].
1928 йылда ауыл кешеләре Ҡурай-Йылға ауылына нигеҙ һала[2].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан Тымытыҡ районы, 1931 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1963 йылдан — Әлмәт районы, 1965 йылдан — йәнә Аҙнаҡай районы составында була[2].
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1859 йылда ауылда 896 ҡаҙна крәҫтиәндәре һәм башҡорттар иҫәпләнгән[3].
1859 | 1890 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
896 | 1291 | 1586 | 944 | 1052 | 765 | 603 | 548 | 449 | 462 | 450 |