Түбәнге Стәрле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Түбәнге Стәрле
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Верхнестярлинское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423314
Карта

Түбән Стәрле[2] (Түбәнге Стәрлетамаҡ, Түбәнге Стәрле[3]; татар. Түбән Эстәрле, рус. Нижнее Стярле) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы ауылы.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл Стәрле йылғаһы буйында, Аҙнаҡай ҡалаһынан көнсығышҡа табан 38 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылға юрмый ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1786 йылдан билдәле. Ауыл Юрмый улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Стәрлетамаҡ административ-территориаль улусы составына керә[5].

XX быуат башында ауылда 2 мәсет, 2 мәктәп теркәлгән[4].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан Тымытыҡ районы, 1931 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1935 йылдан — Тымытыҡ районы, 1958 йылдан — Ютазы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҙнаҡай районы составында була[4].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1816 йылда ауылда 26 ир затлы аҫаба башҡорт, 21 ир затлы керҙәш башҡорт, 112 типтәр һәм 166 дәүләт крәҫтиәне; 1859 йылда — 28 ир затлы башҡорт, 36 ир затлы керҙәш башҡорт, 201 типтәр һәм 406 дәүләт крәҫтиәне иҫәпләнгән[5].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [4][3])
179518891910192019261938194919581970197919892002
570649907926429490367284279207126112

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 377. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. 3,0 3,1 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Түбәнге Стәрле // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Татарская энциклопедия.
  5. 5,0 5,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 566-567. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.