Эстәлеккә күсергә

Сөйөндөк (Аҙнаҡай районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сөйөндөк
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Сарлинское сельское поселение[d][1]
Халыҡ һаны 208 кеше (2002)[2]
Почта индексы 423315
Карта

Сөйөндөк[3] (Һөйөндөк[4]; татар. Сөендек, рус. Суюндук) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы ауылы.

Ауыл Ыҡ йылғаһы буйында, Аҙнаҡай ҡалаһынан көнсығышҡа табан 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан[5].

Ауылға юрмый ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1786 йылдан билдәле[4]. Ауыл Юрмый улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл ? административ-территориаль улусы составына керә[6].

XX быуат башында ауылда 2 мәсет, 2 мәктәп, һыу тирмәне теркәлгән[5].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан Тымытыҡ районы, 1931 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1935 йылдан — Тымытыҡ районы, 1958 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1963 йылдан — Әлмәт районы, 1965 йылдан — йәнә Аҙнаҡай районы составында була[5].

1795 йылда ауылда 45 башҡорт, 30 типтәр, 10 яһаҡлы татар һәм 24 хеҙмәтсе татар; 1859 йылда — 73 ир затлы башҡорт, 91 ир затлы хәрби званиелы керҙәш һәм 62 ир затлы дәүләт крәҫтиәне иҫәпләнгән[6].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [5][4])
17951834186518971910192019261938194919581970197919892002
1091164459481174731470554414353272275199208
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Численность и размещение населения республики Татарстан. Итоги всероссийской переписи населения 2002 года
  3. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 377. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  4. 4,0 4,1 4,2 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Сөйөндөк (Аҙнаҡай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Татарская энциклопедия.
  6. 6,0 6,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 568. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.