Урманай (Татарстан)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Урманай
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Урманаевское сельское поселение[d][1]
Административ-территориаль берәмек Урманаевское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423311
Карта

Урманай[2][3] (Яңы Урманай; татар. Уразай, рус. Уразаево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы ауылы.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл Стәрле йылғаһы буйында, Аҙнаҡай ҡалаһынан көнсығышҡа табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылға юрмый ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1761 йылдан билдәле. Ауыл Юрмый улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Чекан административ-территориаль улусы составына керә[5].

XX быуат башында ауылда 2 мәсет, һыу тирмәне теркәлгән[4].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан Тымытыҡ районы, 1931 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1957 йылдан — Тымытыҡ районы, 1958 йылдан — Ютазы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҙнаҡай районы составында була[4].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1816 йылда ауылда 127 ир затлы аҫаба башҡорт, 12 ир затлы керҙәш башҡорт һәм 1 ир затлы мишәр; 1859 йылда — 366 ир затлы аҫаба башҡорт, 5 ир затлы керҙәш башҡорт һәм 5 ир затлы мишәр иҫәпләнгән[5].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [4][3])
17951834185918971920192619381949195819701979198920022010
1014438861373165812681093774529565402608619607

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 378. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. 3,0 3,1 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Урманай (Татарстан) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Татарская энциклопедия.
  5. 5,0 5,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 570-571. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.