Дөмәй Ишкәев
Дөмәй Ишкәев | |
Тыуған көнө |
билдәһеҙ |
---|---|
Тыуған урыны |
Байлар улусы, Ҡазан даруғаһы, Өфө өйәҙе |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны |
Ҡазан, Ҡазан өйәҙе |
Дөмәй Ишкәев (? — 1706) — 1704—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе.
Биография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дөмәй Ишкәев сығышы менән Өфө өйәҙе Ҡазан даруғаһы Байлар улусы башҡорттарынан булған[1]. XVII быуаттың икенсе яртыһында Минзәлә буйында Дөмәй Тарлауы[2] (Димитарлау, Дөмәй Утары) ауылына нигеҙ һала[3].
1704—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе булараҡ билдәле. Ихтилал башҡорт ерҙәрен тартып алыу, һалымдар һәм йөкләмәләрҙең артыуы, христианлаштырыу сәйәсәте һәм чиновниктарҙың башбаштаҡлығы арҡаһында барлыҡҡа килә. Дөмәй Ишкәевтең ауылы шулай уҡ ҡазан чиновниктары тарафынан бөлдөрөүгә һәм талауға дусар була[4]. Бигерәктә ҡазан комиссары А. С. Сергеев үҙенең карателдәре менән ҙур аяуһыҙлыҡ күрһәтә, ул Минзәлә буйындағы Дөмәй ауылын талай һәм күп кенә байлыҡтарын һәм әсирҙәрҙе алып китә[5].
1705 йылдың яҙында Дөмәй Ҡазан даруғаһы башҡорттарының ихтилалына етәксеһе булып китә. Шул уҡ йылдың йәйендә уның етәкселегендәге баш күтәреүселәр хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы Кама аръяғы нығытмалары тирәһендә һуғыш алып бара. Хәл ҡатмарланғас, батша хөкүмәте мәсьәләне тыныс юл менән сисеү маҡсатында генерал-фельдмаршал Б. П. Шереметевты ихтилал тоҡанған районға ебәрә. 1705 йылдың декабрендә Ҡазанға килеп, генерал-фельдмаршал Сергеев тарафынан әсиргә алынған башҡорттарҙы азат итергә бойора һәм баш күтәреүселәр мөрәжәғәте буйынса Өфө воеводаһы итеп А. Аничковты тәғәйенләй[6]. Әммә аҙаҡ, ҡазан чиновнигы Н. А. Кудрявцев эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә, был саралар тулыһынса тиерлек юҡҡа сыға[4].
1706 йылдың яҙында һәм йәйендә Дөмәй Ишкәев батша властары менән һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша. Шул уҡ йылдың мартында 8 кешенән торған башҡорт делегацияһы составында Әстерхан ҡалаһына Б. П. Шереметевҡа килә, Шереметев үҙ сиратында уларҙы һөйләшеүҙәр алып барыу сөсөн Мәскәүгә ебәрә[6][1]. Баш ҡалала Дөмәй Ишкәев башҡа башҡорт вәкилдәре менән бергә ҡулға алына һәм Н. А. Кудрявцев һорауы буйынса 1706 йылдың 3 авгусында Ҡазанға килтерелә. Күп язаларҙан һуң Дөмәй Ишкәев аҫыла[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Акманов И. Г. Дөмәй Ишкәев // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Хәҙерге Татарстан Республикаһының Сарман районы
- ↑ Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 166—167. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Таймасов С. У. Башкортостан и Казахстан в период становления Оренбургской губернии: Учебное пособие для студентов 1-3 курсов педагогических вузов по специальности «050401 — История». — Стерлитамак, 2007. — С. 77. — 246 с. — ISBN 5-86111-268-1.
- ↑ Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 166—167. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ 6,0 6,1 Башҡортостан тарихы: Боронғо замандарҙан XIX быуат аҙағына тиклем. 8 класс өсөн дәреслек. / Яуаплы ред. И. Ғ. Аҡманов. — Өфө: Китап, 2007. — С. 85—86. — 248 с. — ISBN 978-5-295-04137-2.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Акманов И. Г. Башкирские восстания XVII — начала XVIII вв. — Уфа: Китап, 1993.
- История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов. — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Акманов И. Г. Дөмәй Ишкәев // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Акманов И. Г. Вожди восстаний ХVII—ХVIII вв. из башкир Казанской дороги // Ватандаш. — 2006. — № 5. — ISSN 1683-3554.