Эстәлеккә күсергә

Өфө өйәҙе (XVI быуат аҙағы — XVIII быуат башы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Өфө өйәҙе (рус. Уфимский уезд) — Урыҫ батшалығының административ-территориаль берәмеге. 1586 йылда ойошторолған[1].1708 йылдың 18 декабрендәге указ нигеҙендә Ҡаҙан губернаһы составына ингән, һуңынан Өфө провинцияһына әүерелдерелгән.

Өйәҙ сиктәре көнбайышта Волга йылғаһына тиклем барып еткән, төньяҡ-көнбайышта Кама йылғаһының һул ярҙарынан (урыны менән уң яҡ ярҙан) үткән, көньяҡ-көнсығышта һәм көньяҡта Тубыл йылғаһының үренән Яйыҡтың һәм уның ҡушымтаһы Илектең урта ағымы буйлап барып Ағиҙел һәм Кесе Үҙән йылғаларының түбәнге өлөшөнә тиклем еткән[2].

Ойәҙ составында дүрт даруға (юлдар) айырыла[3]:

Өйәҙ идаралығы төрлө дәүләт органдары ҡарамағында булған. Дөйөм идаралыҡ Ҡаҙан Һарайы Приказына ярашлы атҡарылған. Ҡаҙан Һарайы Урыҫ дәүләтенең ул осорҙағы үҙәк органдарының береһе булған һәм административ, хәрби, суд һәм финанс идаралыҡтары менән шөғөлләнгән. Ҡаҙан Һарайы Приказы элекке Ҡазан, Әстерхан һәм Себер ханлыҡтары, бынан тыш Өфө өйәҙе, Ҡаҙан өйәҙе, Түбәнге һәм Урта Волга буйы, Мещера һәм Нижгород өйәҙе (1587 йылға тиклем) ингән бик ҙур территорияға идара иткән. Ҡаҙан Һарайы Приказының мөһим бурыстарының береһе яһаҡ китаптарын төҙөү һәм урыҫ булмаған халыҡтарҙан яһаҡ йыйыу була[4]. Разряд приказына ярашлы воеводалар тәғәйенләнгән[5]. Күрше халыҡтар менән мөнәсәбәттәр (Өфө өйәҙе өсөн — каҙаҡтар, ҡалмыҡтар, нуғайҙар, Яйыҡ казактары) Илсе приказы менән яйланған[6]. Оло Һарай Приказы һарай волостары һәм ауылдары менән идара иткән. Урындағы үҙидара Өфө приказлы йорто аша тормошҡа ашырылған.

Өфө приказлы йорто

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өфө приказлы йорто Өфө өйәҙендә һәм Өфөлә административ, хәрби, дипломатик, полиция, суд, финанс һ.б. идаралыҡтар менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл иткән. Урындағы идаралыҡ органы башында воевода торған, уға күп кенә һанлы хеҙмәткәрҙәр буйһонған. Штат составына дьяк (дәүләт хеҙмәткәре), подьячийҙар, целовальниктар (вазифалы кешеләр), таможня башлыҡтары, годовальщиктар, тәржемәселәр һәм толмачтар ингән[7].

  1. История башкирского народа : в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов. — М.: Наука, 2009. — Т. I. — С. 17. — 400 с. — ISBN 978-5-02-037010-4 (в пер.).
  2. Буканова Р.Г, Фазылов Р. Р. Уфимский уезд // Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т.6. — Уфа: Башкирская энциклопедия., 2010, С.500.
  3. Муравьев А.
  4. Азнабаев Б. А. Приказ Казанского дворца // Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т.5. — Уфа: Башкирская энциклопедия., 2009, С.181; Руденко С. И. Башкиры: историко-этнографические очерки. — Уфа: Китап, 2006, С. 30.
  5. Буканова Р.Г Разрядный приказ // Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т.5. — Уфа: Башкирская энциклопедия., 2009, С.253.
  6. Буканова Р.Г Посольский приказ // Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т.5. — Уфа: Башкирская энциклопедия., 2009, С.158-159.
  7. Буканова Р.Г Уфимская приказная изба // Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т.6. — Уфа: Башкирская энциклопедия., 2010, С.483.
  • Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т.5. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2009.
  • Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т.6. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2010.
  • История башкирского народа. В 7 т. Т.3. — Уфа.: Гилем, 2011, C.90.
  • Муравьев А. В., Самаркин В.В Историческая география эпохи феодализма (Западная Европа и Россия в V—XVII вв.). — М.: Просвещение, 1973.
  • Руденко С. И. Башкиры: историко-этнографические очерки. — Уфа: Китап, 2006.