Шафиҡов Ғәзим Ғәзиз улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ғәзим Шафиҡов
Тыуғас бирелгән исеме:

Шафиҡов Ғәзим Ғәзиз улы

Эшмәкәрлек төрө:

урыҫ телендә ижад иткән шағир, прозаик, драматург, сценарист, публицист, тәржемәсе һәм фольклорсы.

Тыуған көнө:

1 октябрь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны:

Ҡырғыҙ ССР-ы, Фрунзе (хәҙер Бишкәк) ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Вафат булған көнө:

28 ғинуар 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (69 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан, Өфө

Награда һәм премиялары:
Салауат Юлаев ордены
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Ғәзим Ғәзиз улы Шафиҡов (1 октябрь 1939 — 28 ғинуар 2009) — Башҡортостандың урыҫ телендә ижад иткән шағиры. Прозаик, драматург, сценарист, публицист, тәржемәсе һәм фольклорсы. 1977 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1992), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989), Салауат Юлаев ордены кавалеры, М.Аҡмулла исемендәге әҙәби премия лауреаты.

Тормош юлы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәзим Ғәзиз улы Шафиҡов 1939 йылдың 1 октябрендә Ҡырғыҙ ССР–ының баш ҡалаһы Фрунзела (хәҙер — Ҡырғыҙ Республикаһының баш ҡалаһы Бишкәк) уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Ата-әсәһе ғәиләһен Башҡортостанға күсереп алып ҡайтҡас, Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында мәктәпкә бара, унынсы класты Өфөлә тамамлай. 1957 йылда М. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙер — Башҡорт дәүләт университеты) филология факультетына уҡырға инә. 1962 йылдан республика йәштәренең урыҫ телендә сыҡҡан «Ленинец» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр һәм бүлек мөдире, Башҡорт АССР-ының Телевидение һәм радио буйынса дәүләт комитетында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. Артабан СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында — ғилми хеҙмәткәр, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзында әҙәби консультант була. 1981—1983 йылдарҙа Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы Юғары әҙәби курстарҙа уҡый.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәзим Шафиҡовтың ижади юлы Башҡорт дәүләт университетында уҡыған йылдарҙан башлана: ул нәҡ ошо осорҙа шиғриәт менән әүҙем мауыға. Университетты тамамлап, йәштәр гәзитендәге хеҙмәте дәүерендә ул журналистиканың иң алдынғы жанры публицистикала эшләй. башҡортсанан урыҫсаға тәржемә итеү ҙә уның көндәлек эшмәкәрлегенә әйләнә. Йылдан-йылы республикала киң билдәлелек яулай барған әҙип үҙен шулай уҡ проза һәм драматургия өлкәләрендә лә, сценарийҙар яҙыуҙа ла уңышлы һәм емешле һынап ҡарай. Уның «Операция» һәм «Иҫке фатир» исемле спектаклдәре Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә бер нисә миҙгел буйы тамашасыларҙы йәлеп итте. Әҙиптең сценарийҙары буйынса бер нисә документаль фильм, шул иҫәптән ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы хәрби летчик Муса Гәрәев хаҡында — «Шоңҡар», Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле тураһында — «Күңел ҡанаттары», Социалистик Хеҙмәт Геройы флотатор Нурия Муллаҡаеваға арналған «Муллаҡаеваның йондоҙо» һәм башҡалар төшөрөлдө. Әҫәрҙәре өсөн яңы темалар һәм геройҙар эҙләп, ул республиканың ҡала һәм райондары буйлап ижади командировкаларға йыш сыға[1]. "Атыу"(1999), "Сыңғыҙхандың күләгәһе"(2007)романы, "Аттила"(2002)трагедияһы авторы.

Баҫылған китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урыҫ телендә:

  • Рожденные в седле: Стихи — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1971. — 62 с.
  • Поющий стебель: Стихи и поэмы — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1979. — 64 с.
  • Водораздел: Стихи — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1983. — 96 с.
  • Последняя вспышка лампы: Повесть. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1986. — 256 с.
  • Жизнь, очарованная танцем. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1983. — 68 с.
  • Песнь Шульган-Таша: Стихи, поэмы — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1989. — 159 с.
  • И совесть, и жертвы эпохи. Их память народа хранит: Портреты. Уфа: Бэшкнигоиздат. 1991. — 224 с.
  • Крючья под ребро: Эссе, мысли, стихи. — Уфа: Китап, 1993. — 466 с.
  • Формула Канта: Стихи, поэмы, переводы [1962-1985]. — Уфа: Китап, 1996. — 272 с.
  • Дыхание жгучее истории. — Уфа: Китап, 1998.  — 368 с.
  • Старик в ночи: Повести, рассказы, очерки. — Уфа: Китап, 2004.  — 372 с.
  • Тень Чингисхана. — Уфа: Китап, 2007 г. — с.
  • Расстрел. — Уфа: Китап, 1999.
  • Избранное в 3-х томах. — Уфа: Китап, 2009 г.

Тәржемәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Урал-Батыр: Эпос — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1986. — стр. (рус.)

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.  (рус.)
  • Шәкүр Р. Ялҡынлы ижад ҡомары // Ағиҙел, 2014, 9-сы һан.