Ҡырғыҙ Совет Социалистик Республикаһы
| Ҡырғыҙ Совет Социалистик Республикаһы | |||||
| ҡырғ. Кыргыз Советтик Социалисттик Республикасы | |||||
| |||||
|
Девиз: «Бөтә илдәрҙең пролетарийҙары, берләшегеҙ! (Бардык өлкөлөрдүн пролетарлары, бириккиле!)» | |||||
|
Гимн: «Ҡырғыҙстан гимны» | |||||
| Баш ҡала | |||||
|---|---|---|---|---|---|
| Эре ҡалалары |
Фрунзе | ||||
| Телдәр | |||||
| Аҡса берәмеге |
СССР һумы | ||||
| Майҙаны |
198,5 мең км² (СССР-ҙа етенсе) | ||||
| Халҡы |
4 257 мең кеше (СССР-ҙа унынсы) | ||||
| Идара итеү формаһы |
Совет республикаһы | ||||
| Часовые пояса |
+6 | ||||
| Интернет-домен | |||||
| Телефонный код |
+7 | ||||
| Награды | |||||
| Дәүләт башлыҡтары | |||||
| Ҡырғыҙстан Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары | |||||
| • 1937 — 1938 |
Аммосов Максим Кирович | ||||
| Ҡырғыҙ ССР-ы Президенты | |||||
| • 1990—1991 | |||||
Ҡырғыҙ Совет Социалистик Республикаһы (ҡырғ. Кыргыз Советтик Социалисттик Республикасы) йәки Ҡырғыҙ ССР-ы (ҡырғ. Кыргыз ССР) — Советтар Союзы составындағы 1936 йылдың 5 декабренән 1991 йылдың 31 авгусына тиклем союздаш республика.
Дөйөм мәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урта Азия совет республикаларының милли-территориаль бүленешенә ярашлы, 1924 йылдың 14 октябрендә Ҡара-Ҡырғыҙ автономиялы өлкәһе ойошторола (1925 йылдың 25 майынан РСФСР составындағы автономиялы өлкә — Ҡырғыҙ автономиялы өлкәһе тип үҙгәртелә). 1926 йылдың 1 февралендә Ҡырғыҙ АССР-ы, ә 1936 йылдың 5 декабрендә Ҡырғыҙ Совет Социалистик Республикаһы итеп үҙгәртелә.
Союздаш республикалар араһынан Ҡырғыҙ ССР-ы майҙаны буйынса етенсе була. Территорияһының майҙаны — 198,5 мең км².
Баш ҡалаһы — Фрунзе (хәҙерге Бишкәк).
1991 йылдың 5 февралендә Ҡырғыҙ ССР-ы Юғары Советы Ҡырғыҙ ССР-ының Конституцияһы (Төп законы) тексында «Ҡырғыҙ Совет Социалистик Республикаһы» һәм «Ҡырғыҙ ССР-ы» һүҙҙәрен «Ҡырғыҙстан Республикаһы» һүҙҙәренә алмаштыра[2]. Был ҡарар СССР Конституцияһының 71-се статьяһына тап килмәй.
1991 йылдың авгусында Аҡаев Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетын (ГКЧП) бер һүҙһеҙ ғәйепләй һәм демократик лидер булараҡ билдәлелек ала.
1991 йылдың 31 авгусында Ҡырғыҙ ССР-ы Юғары Советы Ҡырғыҙ Республикаһының дәүләт бойондороҡһоҙлоғо тураһында декларация ҡабул итә[3].
Ҡырғыҙ Республикаһы (Ҡырғыҙ ССР-ы) 1991 йылдың 26 декабрендә СССР тарҡалғанға тиклем формаль рәүештә уның составында була, сөнки 1990 йылдың 3 апрелендәге «Союз республикаһын СССР составынан сығарыу менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү тәртибе тураһында» СССР Законында ҡаралған процедуралар үтәлмәй ҡала.
Етәкселек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ойошторолғандан алып бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителгәнгә тиклем юғары етәкселекте КПСС составындағы Ҡырғыҙстан Коммунистар партияһы тормошҡа ашыра. Ҡырғыҙстан Коммунистар партияһының юғары органы булып Үҙәк Комитет (ҮК) тора, ә уның беренсе секретары республиканың ғәмәлдәге етәксеһе була.
Ҡырғыҙстан Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретарҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙгәртеп ҡороу осоронда, республика менән етәкселек итеүҙе партия структураларынан парламент структураларына яйлап күсереү маҡсатында, партияның Үҙәк Комитетының беренсе секретары Абсамат Масалиев Ҡырғыҙ ССР-ы Юғары Советы рәйесе итеп һайлана.
Ҡырғыҙ ССР-ының Үҙәк башҡарма комитеты рәйестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]РСФСР составында Ҡырғыҙ автономияһы ойошторолғандан алып (Ҡара-Ҡырғыҙ автономиялы өлкәһе (1924—1925), Ҡырғыҙ автономиялы өлкәһе (1925—1926), Ҡырғыҙ АССР-ы (1926—1926)) Үҙәк башҡарма комитет рәйестәре уның рәсми юғары етәкселәре булып тора. Асылда, был вазифа 1936 йылдың 5 декабрендә СССР-ҙың яңы Конституцияһын ҡабул итеү һөҙөмтәһендә индерелгән Юғары Совет Президиумы рәйесе вазифаһына тап килә. Ләкин СССР-ҙа ла, Ҡырғыҙ ССР-ында ла элекке власть органдары 1938 йылға тиклем (юғары советтарҙың яңы составы формалаша) элекке власть органдары эшләүен дауам итә. Ҡырғыҙ ССР -ының вәкәләттәре яңы власть органына 1938 йылдың 18 июлендә тапшырыла.
- Абдулҡадир Ураҙбәков (5 декабрь 1936 — 16 сентябрь 1937)
- Михаил Иванович Ус (1937 йылдың 16 сентябре) — 4 октябрь 1937)
- Мәрйәм Туғамбаева (1937 йылдың 4 октябре) — 4 ноябрь 1937)
- Солтанҡул Шамурзин (1937 йылдың 4 ноябре) — 16 декабрь 1937)
- Соколов Иван Федорович (16 декабрь 1937 йыл) — 15 февраль 1938)
- Морат Сәлихов (1938 йылдың 15 феврале) — 15 май 1938)
- Аманҡолова Кәлимә вазифа башҡарыусы (1938 йылдың 15 майы) — 18 июль 1938)
Ҡырғыҙ ССР-ы Юғары Советы Президиумы рәйестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡырғыҙ ССР-ының юғары закондар сығарыу органы булып бер палаталы Юғары Совет тора, уның депутаттары, Ҡырғыҙстан Компартияһы етәкселеге тарафынан мотлаҡ хуплау тапҡандан һуң, альтернативаһыҙ нигеҙҙә 4 йылға һайлана (1979 йылдан — алып 5 йылға). Юғары Советтың даими эшләүсе орган булмай, уның депутаттары йылына 2-3 тапҡыр бер нисә көнлөк сессияға йыйыла. Көндәлек административ эштәрҙе алып барыу өсөн Юғары Совет даими эшләүсе Президиум һайлай, ул республика башлығының коллектив башлығы функцияларын номиналь рәүештә үтәй.
- Толубаев Асаналы (19 июль 1938 — 22 март 1943)
- Тоҡобаев Молдогазы (22 март 1943 — 14 ноябрь 1945)
- Ҡолатов Турабай Ҡолат улы (14 ноябрь 1945 — 25 август 1978)
- Ибраһимов Солтан Ибраһим улы (1978 йылдың 25 авгусы — 1978 йылдың 22 декабре)
- Бусс Андрей Андреевич (1978 йылдың 22 декабре — 1979 йылдың 10 июне) (вазифа башҡарыусы)
- Арстанбек Дөйшәев Дөйшәй улы(10 ғинуар 1979 — 14 ғинуар 1981)
- Ҡошоев Темирбәк Ҡодайбиргән улы (14 ғинуар 1981 — 8 август 1987)
- Аҡматов Таштанбәк Дөйшәй улы (8 август 1987 — 10 апрель 1990)
1990—1994 йылдарҙа Ҡырғыҙ ССР-ы Юғары Советы рәйестәре.
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1990 йылдың апреленә тиклем Юғары Совет рәйесе ултырыштарҙа алып барыусы вазифаларын ғына башҡара. 1990 йылдың 10 апрелендә Ҡырғыҙ ССР-ы Юғары Советы Президиумы тарҡатыла һәм уның вәкәләттәре Юғары Совет Рәйесенә тапшырыла, был уны республиканың иң юғары вазифалы кешеһе итә. Әммә 1990 йылдың 27 октябрендә Ҡырғыҙстан ССР-ының президенты вазифаһы индерелә[4], бынан һуң Юғары Совет рәйесенең функциялары йәнә алып барыусы бурыстары менән сикләнә.
- Мәсәлиев Абсамат Мәсәли улы (1990 йылдың 10 апреле — 1990 йылдың 10 декабре)
- Шәримҡолов Медетҡан Шәримҡол улы (11 декабрь 1990 — 13 сентябрь 1994)
Ҡырғыҙ ССР-ы халыҡ комиссарҙары Советы рәйестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡырғыҙ халыҡ комиссарҙары Советы РСФСР составында ҡырғыҙ автономияһы ойошторолғандан алып республика хөкүмәте вәкәләттәрен үтәй. 5 декабрҙә Ҡырғыҙ АССР-ы СССР-ҙың союздаш республикаһы статусын ала һәм РСФСР составынан сығарыла. Шуның менән бергә бынан алда ойошторолған республика башҡарма власть органдары үҙ эшен дауам итә.
- Иҫәкәев Баялы Дикамбай улы (1933 йыл 27 сентябрь — 8 сентябрь 1937 йыл)
- Сәлихов Морат (1937 йылдың 8 сентябре — 1938 йылдың 15 феврале)
- Әбүзәров Исмәғил (1938 йылдың 15 феврале — 1938 йылдың 27 апреле) (вазифа башҡарыусы)
- Ребров Иван (1938 йылдың 27 апреле — 19 июле) (вазифа башҡарыусы).
- Кулатов Турабай Кулат улы (1938 йыл 20 июль — 1945 йыл 14 ноябрь)
- Раззаков, Исхаҡ Разҙаҡ улы
1946 йылдың 15 мартында Ҡырғыҙ ССР-ының халыҡ комиссарҙары Советы Ҡырғыҙ ССР-ы Министрҙар Советына алмаштырыла.
Ҡырғыҙ ССР-ы Министрҙар Советы рәйестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юғары Совет республика хөкүмәтен ойоштора, Ҡырғыҙ ССР-ы закондарын ҡабул итә.
- Раззаков Исхаҡ Разҙаҡ улы (1946 йыл 15 март — 1950 йыл 10 июль)
- Һөйәрҡолов Абды Һөйәрҡол улы (1950 йыл 10 июль — 1958 йыл 6 март)
- Дикамбаев Казы Дикамбай улы (1958 йыл 6 март — 1961 йыл 10 майы)
- Мәмбәтов Болот Мәмбәт улы (1961 йыл 10 май — 1968 йыл 23 ғинуар)
- Һөйөмбаев Әхмәтбәк Суттобай улы (1968 йыл 23 ғинуар — 1978 йыл 22 декабрь)
- Ибраимов Солтан Ибраһим улы (1978 йыл 22 декабрь — 1980 йыл 4 декабрь)
- Ходос Пётр Михайлович (1980 йыл 4 декабрь — 1981 йыл 14 ғинуар)
- Дөйшәев Арстанбәк Дөйшәй улы (1981 йыл 14 ғинуар — 1986)
- Йомағолов Апас Йомағол улы (1986—1991 йыл 21 ғинуар)
Административ бүленеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡырғыҙ ССР-ы ойошторолған мәлдә уның территорияһы райондарға бүленә. 1938 йылдың 11 мартында райондар 4 округҡа берләштерелә: Джалал-Абад, Ысыҡкүл, Ош һәм Тянь-Шан. Райондарҙың бер өлөшө туранан-тура республика буйһоноуында ҡала. 1939 йылдың 21 ноябрендә округтар өлкә итеп үҙгәртелә, ә республика буйһоноуындағы райондар Фрунзе өлкәһенә берләштерелә. Һөҙөмтәлә Ҡырғыҙ ССР-ында 5 өлкә була:
- Джалал-Абад өлкәһе
- Ысыҡкүл өлкәһе
- Ош өлкәһе
- Тянь-Шан өлкәһе
- Фрунзе өлкәһе
1944 йылда Талас өлкәһе ойошторола. 1956 йылда бөтөрөлә. Уның артынан 1959 йылда Джалал-Абад, Ысыҡкүл һәм Фрунзе өлкәләре бөтөрөләләр. 1962 йылда Тянь-Шан өлкәһе бөтөрөлгәндән һуң, Ҡырғыҙстанда Ош өлкәһе генә ҡала. Республиканың ҡалған территорияһы республика ҡарамағындағы райондарға бүленә. 1970 йылда Ысыҡкүл һәм Нарын (элек Тянь-Шан) өлкәләре, ә 1980 йылда — Талас өлкәһе тергеҙелә. 1988 йылда Нарын һәм Талас өлкәләре ҡабаттан бөтөрөлә, әммә 1990 йылда тергеҙелә. Шул ваҡытта Джалал-Абад һәм Чуй (элекке Фрунзе) өлкәләре тергеҙелә[5].
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төп халыҡ — ҡырғыҙҙар (1970 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса 1284 мең кеше[6]). 1970 йылда республикала, башлыса Төньяҡ һәм Көнсығыш Ҡырғыҙстан ерҙәрендә һәм ҡалаларҙа, урыҫтар (855 000 кеше[7]) һәм украиндар (120 000 кеше[8]) йәшәй. Бүтән милләттәр: үзбәктәр (332 000), немецтар (89 мең[9]), татарҙар (68 мең), уйғырҙар (24 мең), ҡаҙаҡтар (21 мең), тажиктар (21 мең), башҡалар.
Ҡырғыҙҙар, республиканың ҡайһы бер территорияларында сағыштырмаса әҙселекте тәшкил итһәләр ҙә, бөтә йәшәү дәүерендә республикала күпселекте тәшкил итә.
| Халыҡ | 1926[10] | 1939[11] | 1959[12] | 1970[13] | 1979[14] | 1989[15] |
|---|---|---|---|---|---|---|
| Бөтәһе | 516 395 | 1 458 213 | 2 065 837 | 2 932 805 | 3 522 832 | 4 257 755 |
| Ҡырғыҙҙар | 66,8 % | 51,7 % | 40,5 % | 43,8 % | 47,9 % | 52,4 % |
| Урыҫтар | 11,3 % | 20,8 % | 30,2 % | 29,2 % | 25,9 % | 21,5 % |
| Үзбәктәр | 11,2 % | 10,4 % | 10,6 % | 11,3 % | 12,1 % | 12,9 % |
| Украиндар | 6,2 % | 9,4 % | 6,6 % | 4,1 % | 3,1 % | 2,5 % |
| Немецтар | … | … | 1,9 % | 3,1 % | 2,9 % | 2,4 % |
| Татарҙар | … | 1,4 % | 2,7 % | 2,3 % | 2,0 % | 1,6 % |
| Ҡаҙаҡтар | … | 1,6 % | … | … | … | … |
| Чечендар | … | … | 1,2 % | … | … | … |
Мәғариф һәм фән
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1990 йылда республикала 9 юғары уҡыу йорто була, уларҙа 58,8 мең талип уҡый[16]
1954—1993 йылдарҙа Ҡырғыҙ ССР-ының Фәндәр академияһы һәм уның ғилми стационарҙары, мәҫәлән, Тянь-Шан физика-география станцияһы эшләй[17].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ После распада СССР остался в должности.
- ↑ Закон КР от 5 февраля 1991 года № 386-XII «О внесении изменений и дополнений в Конституцию (Основной закон) Республики Кыргызстан». Дата обращения: 22 июль 2015. Архивировано 23 июнь 2015 года.
- ↑ Декларация РК от 31 августа 1991 года № 578-XII «О государственной независимости Республики Кыргызстан». Дата обращения: 22 июль 2015. Архивировано 2 апрель 2015 года.
- ↑ Закон КР от 24 октября 1990 года № 222-XII "Об учреждении поста Президента Киргизской ССР и внесении изменений и дополнений в Конституцию (Основной Закон) Киргизской ССР". cbd.minjust.gov.kg. Дата обращения: 1 апрель 2019. Архивировано 1 апрель 2019 года.
- ↑ Киргизская Советская Социалистическая Республика / Б. О. Орузбаева. — Фрунзе: Гл. ред. Киргизской Советской Энциклопедии, 1982. — С. 29—30. — 488 с. — 45 000 экз.
- ↑ Демоскоп Weekly - Приложение. Справочник статистических показателей. www.demoscope.ru. Дата обращения: 2 апрель 2019. Архивировано 2 апрель 2019 года.
- ↑ Демоскоп Weekly - Приложение. Справочник статистических показателей. www.demoscope.ru. Дата обращения: 2 апрель 2019. Архивировано 2 апрель 2019 года.
- ↑ Демоскоп Weekly - Приложение. Справочник статистических показателей. www.demoscope.ru. Дата обращения: 2 апрель 2019. Архивировано 2 апрель 2019 года.
- ↑ Демоскоп Weekly - Приложение. Справочник статистических показателей. www.demoscope.ru. Дата обращения: 2 апрель 2019. Архивировано 2 апрель 2019 года.
- ↑ Перепись-1926. Дата обращения: 6 август 2012. Архивировано 4 март 2016 года.
- ↑ Перепись-1939. Дата обращения: 6 август 2012. Архивировано 10 ноябрь 2011 года.
- ↑ Перепись-1959. Дата обращения: 6 август 2012. Архивировано 4 март 2016 года.
- ↑ Перепись-1970. Дата обращения: 6 август 2012. Архивировано 4 июнь 2011 года.
- ↑ Перепись-1979. Дата обращения: 6 август 2012. Архивировано 4 июнь 2011 года.
- ↑ Перепись-1989. Дата обращения: 6 август 2012. Архивировано 7 ғинуар 2012 года.
- ↑ Абакирова Г. Б. Интеграционные процессы в вузах Кыргызстана // Евразийская интеграция: экономика, право, политика. — 2012. — № 12. — Стр. 132—137
- ↑ Забиров Р. Д. [Ред.] Тянь-Шанская физико-географическая станция и исследование высокогорной Киргизии: [Материалы всесоюзн. конф., сент. 1978]. Фрунзе: Илим, 1980. 199 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- История Киргизской ССР 2019 йыл 12 май архивланған. — гимн и факты.
- Совнарком СССР и союзных республик: Персональный состав, 1923—1991 (Киргизская ССР)