Аҡаев Асҡар Аҡаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡаев Асҡар Аҡаевич
ҡырғ. Аскар Акаев
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Ҡырғыҙстан
Тыуған көнө 10 ноябрь 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[1][2][3][…] (79 йәш)
Тыуған урыны Кызыл-Байрак[d], Кеминский район[d], Сөй өлкәһе[d], Ҡырғыҙ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Хәләл ефете Майрам Акаева[d]
Балалары Айдар Аскарович Акаев[d] һәм Бермет Аскаровна Акаева[d]
Һөнәр төрө иҡтисадсы, математик, сәйәсмән
Эш урыны СССР Фәндәр академияһы[d]
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Биләгән вазифаһы Президент Киргизской Республики[d], Президент Киргизской Республики[d] һәм Президент Киргизской Республики[d]
Уҡыу йорто Санкт-Петербург мәғлүмәт технологиялары, механика һәм оптика тикшеренеү милли университеты[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы беспартийный[d]
Участвовал в выборах Президентские выборы в Киргизии[d], Президентские выборы в Киргизии[d] һәм Президентские выборы в Киргизии[d]
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXVIII съезы[d]
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Вики-проект Проект:Математика[d]
 Аҡаев Асҡар Аҡаевич Викимилектә

Аҡаев Асҡар Аҡаевич (10 ноябрь 1944 йыл) — Советтар Союзы һәм Ҡырғыҙстандың дәүләт, сәйәси һәм фәнни эшмәкәре.

1990 йылдың 27 октябренән алып 1991 йылдың 31 авгусына тиклем — Ҡырғыҙ ССР-ыпрезиденты. 1991 йылдың 31 авгусынан 2005 йылдың 11 апреленә тиклем — Ҡырғыҙ Республикаһы президенты. Дүрт тапҡыр (1990, 1991, 1995 һәм 2000) президент һайлауҙарында еңә. Бынан тыш, 1995 һәм 2003 йылдарҙағы бөтә халыҡ референдумдары барышында үҙ вәкәләттәрен оҙайта алды. Уның президентлыҡ осоро, бер яҡтан, сағыштырмаса сәйәси тотороҡлолоҡ дәүере тип баһаланһа, икенсе яҡтан — киң йәйелгән ришүәтселек һәм эшһеҙлек менән билдәләнә һәм илдә Ләлә революцияһы (унан һуң Рәсәйгә ҡасып килә) башланыуға алып килә. Ул ҡасып китеү менән, Республика Генпрокуратураһы Аҡаевҡа һәм уның ғаилә ағзаларына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғата, Рәсәй Федерацияһына уны биреү тураһында тейешле запрос ебәрелә, әммә Рәсәй уны биреүҙән баш тарта. Ҡолатылғанынан бирле Мәскәүҙа мәжбүри эмиграцияла, һөнәри нигеҙҙә фәнни эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. 2021 йылдың 2 авгусында, 16 йыл эсендә тәүге тапҡыр, Ҡырғыҙстанға ҡайта. Илгә килеп етеү менән ГКНБ-ға алып китәләр.

Профессор, физика-математика фәндәре докторы. 1989—1990 йылдарҙа Ҡырғыҙ ССР-ы фәндәр академияһы президенты. 2006 йылдың майынан Рәсәй фәндәр академияһының сит ил ағзаһы. Халыҡ-ара инженер академияһының почётлы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Асҡар Аҡаевич Аҡаев 1944 йылдың 10 ноябрендә Ҡырғыҙ ССР-ы Фрунзе (Чүй) өлкәһе Кемин районы Воронцовка ауылында колхозсы Аҡай Тоҡоев ғаиләһендә тыуа. Сығышы менән — Сарыбағыш[4]ҡәбиләһенән. 1961 йылда урта мәктәпте алтын миҙал менән тамамлай.

1968 йылда отличие менән тамамлай Ленинград теүәл механика һәм оптика институтын тамамлай һәм аспирантураға уҡырға инә. 1980 йылда Мәскәү инженер-физик институтында[5] докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1984 йылда Ҡырғыҙ СССР-ы фәндәр академияһы ағза-корреспонденты итеп һайлана, шул уҡ йылда Ҡырғыҙ ССР-ы Фәндәр академияһы академигы. Аскар Акаев — Рәсәй фәндәр академияһы профессоры, почётлы докторы һәм сит ил ағзаһы, 150-гә яҡын фәнни эше, 43 мәҡәләһе, 7 уйлап табыуы бар. Ул 20 кандидат һәм 3 фән докторы әҙерләне. Уның ете уҡыусыһы төрлө премиялап лауреаты булды. Голография өлкәһе белгесе академик Юрий Денисюкфекеренсә, Асҡар Аҡаев «ике ғилми өлкә — оптика һәм компьютер технологияларын сигендә шаҡ ҡатырғыс һөҙөмтәләргә ирешә алды»[6][7][8][9]. 1989—1990 йылдарҙа — Ҡырғыҙ ССР-ы Фәндәр академияһы президенты.

1990 йылдың июлендә КПСС-тың XXVIII съезында КПСС Үҙәк Комитеты.ағзаһы итеп һайлана. 1990 йылдың 27 октябрендә республиканың Юғары Советы тарафынан ойошторолған Ҡырғыҙ ССР-ы президенты вазифаһына һайлана[10].

1991 йылдың авгусында ГКЧП барлыҡҡа килеүен һәм уның ҡан ҡойошҡа килтергән ғәмәлдәрен тәнҡитләй (Ҡырғыҙ Республикаһы территорияһында ГКЧП ғәмәлдәрен тыйыу буйынса бер нисә указ сығара). Ҡырғыҙ Республикаһы Юғары Советы менән бергә ҠР бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә. 1991 йылдың 21 декабрендә Алма-Атала башҡа элекке союздаш республикаларҙың башҡа президенттары менән бергә БДБ булдырыуҙа ҡатнаша; бер нисә халыҡ-ара килешеүгә һәм көрсөктән сығыу клешеүҙәренә ҡул ҡуйҙы. 1992 йылдың 2 мартында БМО штаб-фатирында Ҡырғыҙстанды БМО берләшмәһе ағзаһы итеп ҡабул итеү буйынса тауыш биреүҙә ҡатнаша. БМО штаб-фатиры янында Ҡырғыҙстан флагы күтәрелеүен күҙәтте.

]</ref>.

В июле 2021 года Акаева объявили в Киргизии в международный розыск по обвинению в причастности к коррупции на золоторудном месторождении Кумтор[11].

2 августа 2021 года Государственный комитет национальной безопасности Киргизии объявил, что Акаев доставлен в Бишкек[12]. Было заявлено, что Акаев сам вызвался приехать в Бишкек и согласился сотрудничать со следствием[13]. -->

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡырғыҙстан почта маркаһы, 2001
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1981);
  • Пушкин миҙалы (1999 йылдың 23 авгусы, Рәсәй) — Ҡырғыҙ Республикаһында рәсәй мәҙәни мираҫын һаҡлауға һәм таратыуға индергән ҙур өлөшө өсөн[14];
  • I дәрәжә Достык ордены (Дуҫлыҡ) (Ҡаҙағстан, 21 йылдың 10 декабре)[15];
  • I дәрәжә Ике Тапҡыр Аҡ Тәре ордены (Словакия, 2003 йылдың декабре);
  • Ҡырғыҙстан ЛКСМ премияһы лауреаты (1977) — ЭВМ йылытылған проблемаһы буйынса математик тикшеренеүҙәр;
  • "йәмәғәт фәндәре үҫешенә ҙур өлөш индергән өсөн 2012 йылғы Н. Д. Кондратьев алтын миҙалы лауреаты[16].

Фәнни эше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй фәндәр академияһы сит ил ағзаһы, «МИР: Модернизация. Инновация. Развитие» журналының фәнни-редакция советы ағзаһы. Фәнни иҫәпләүҙәр теорияһы өлкәһендә, макроиҡтисад, клиодинамика һ. б. өлкәһендә ғилми хеҙмәттәре бар.

Библиографик материал[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ләлә революцияһы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Askar Akajew // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  2. Чешская национальная авторитетная база данных
  3. Askar Akaev // Прабук (ингл.) — 2018.
  4. Досье :: Акаев Аскар Акаевич :: StanRadar — новости Центральной Азии
  5. Каталог РНБ
  6. Президент Киргизской республики Аскар Акаев. — Формула власти
  7. Аскар Акаев — Биография. — Аскар Акаев. Официальный сайт
  8. Акаев Аскар Акаевич. — Время Востока
  9. http://www.vb.kg/doc/226752_akaev_askar_akaevich.html.
  10. Закон Киргизской ССР от 24 октября 1990 г. № 222-XII «Об учреждении поста Президента Киргизской ССР и внесении изменений и дополнений в Конституцию (Основной Закон) Киргизской ССР»
  11. Экс-президентов Киргизии Акаева и Бакиева объявили в международный розыск
  12. Первый президент Киргизии Акаев доставлен в Бишкек
  13. Акаев добровольно приехал в Бишкек для дачи показаний
  14. Указ Президента Российской Федерации от 23 августа 1999 года № 1106 «О награждении медалью Пушкина»
  15. Указ Президента Республики Казахстан от 10 декабря 2001 года № 739 «О награждении орденом „Достык“ I степени Акаева А. А.»
  16. アーカイブされたコピー. Дата обращения: 18 октябрь 2013. 2013 йыл 12 октябрь архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Акаев, Аскар // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2004. — Т. I. — ISBN 9965-9389-9-7.
  • Койшиев Т., Плоских В., А. Акаев: Учёный, политик. Штрихи к политическому портрету, Бишкек, 1990;
  • Кто есть кто в кыргызской науке, Бишкек, 1997.
  • Международная инженерная академия : Справочник (1992—2002) = International Academy of Engineering : Handbook (1992—2002) / под. ред. В. К. Хомерики. — М.: МИА, 2002. — 224 с.
  • Храмов, Ю. А. Акаев Аскар Акаевич // Физики : Биографический справочник / Под ред. А. И. Ахиезера. — Изд. 2-е, испр. и доп. — М. : Наука, 1983. — 400 с. — 200 000 экз.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]