Әйтеш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Әйтеш (ҡаҙ. айтыс, ҡырғ. айтыш[1] — башҡорттарҙа, ҡаҙаҡтарҙа һәм ҡырғыҙҙарҙа ике аҡындың импровизациялы ярышы, ауыҙ-тел ижадының йыр поэзияһы формаһы. Ҡыллы музыка ҡоралдары аккомпанементы ҡулланып башҡарыла.

Әйтеш ваҡытында, ҡара-ҡаршы ултырған (һирәк осраҡта — баҫып торған) ике аҡын даими сиратлашып һәм ҡаршы яҡтың әйткән һүҙен дауам итеп, үҙенсәлекле йырлы әңгәмә башҡара. Бындай йыр ярышында тема иреклегенә юл ҡуйыла. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса, моңдо, ритмды тойоуын, шулай уҡ ҡаршы яҡтың дәлилдәрен ҡире ҡағыу зирәклеген иҫәпкә алып, еңеүсе һайлана.

Әйтештә бер нисә аҡын ҡатнаша ала, шулай ҙа парлы сығыштар иң таралғандарҙан һанала, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында үткән ярыштарҙы ла йыш күҙәтергә мөмкин.

2015 йылда «ЮНЕСКО-ның кешелектең матди булмаған мәҙәни мираҫының репрезентатив исемлегенә» Ҡырғыҙстан-Ҡаҙағстандың «Айтыш/Айтыс — импровизация сәнғәте» номинацияһы индерелде[2].

Әйтеш Башҡортостанда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һүҙ оҫталарының әйтеш жанрындағы ярыш-диалогы Башҡортостанда халыҡ байрамдарында уҙғарыла. Ярыш думбырала уйнау менән үрелеп бара. Әйтеш жанрында башҡорт халыҡ эпостары һәм ҡобайырҙары геройҙары: Нәркәс менән Һәүбән («Аҡбуҙат»), Һабрау йырау менән Туҡтамыш хан («Иҙеүкәй менән Мораҙым»), Ҡужаҡ батыр менән һәм нуғай Тарғын («Тарғын менән Ҡужаҡ»); әкиәттәрҙән: («Торахан менән Йәнәбәхан һәм Ерәнсә сәсән»). Ризаитдин Фәхретдин иҫкә алыуынса, 1894 йылдың көҙөндә Өфөлә Аҡмулла менән Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, ә 1917 йылда — Ырымбурҙа Шәйехзада Бабич һәм Төхвәт Ченәкәй араһында әйтештәр була[3].

Байыҡ Айҙар (1710—1814), Аҡмулла (1831—1895) һ. б. Башҡортостанда һүҙ жанры оҫталары һанала. Башҡорт шағирҙары Ғ. Ғ. Зарипов, Б. М. Исҡужин, Ә. Үтәбайҙарҙың әҫәрҙәре әйтеш жанрында яҙылған.

Әйтеш Ҡырғыҙстанда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2001 йылда Ҡырғыҙстанда аҡындарға ярҙам күрһәтеүсе һәм әйтеш традицияһын үҫтереүсе «Айтыш» йәмәғәт фонды булдырыла.

2008 йылдан Ҡырғыҙстанда халыҡ-ара әйтеш конкурсы уҙғарыла. Беренсе халыҡ-ара «Айтыш» фестивале Бишкәктә 2008 йылдың авгусында үткәрелә. Ул ваҡытта аҡын тигән маҡтаулы исем өсөн 50-ләп кеше көрәшә. Икенсе фестиваль 2009 йылда Ош ҡалаһында үтә[4]

Совет осоронда әйтеш менән шөғөлләнгән билдәле аҡындары — Туҡтағол Сатылғанов (1864—1933), Калык Акиев, Турсуналий Эстебес, Айталиев Ашыраалы, Абдиев Тууганбай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һытанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]