Ниғәмәт мәктәбе
Ниғәмәт мәктәбе | |
Ҡыҫҡаса исеме |
Баймаҡ районы Ниғәмәт мәктәбе |
---|---|
Нигеҙләнгән |
1927 |
Адресы |
Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Баймаҡ районы, Ниғәмәт ауылы, К. Дияров урамы, 3 |
Ниғәмәт мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы, Ниғәмәт ауылында урынлашҡан уҡыу йорто
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1927 йылда Ниғәмәт ауылында наҙалыҡты бөтөрөү мәктәбе ойошторола. Мәктәптең тәүге уҡытыусыһы һәм ойоштороусыһы — Урманшин Сәйет. Архив мәғлүмәттәре буйынса, башланғыс белем биреү мәктәбе 1931 йылда эшләй башлай.
1949/1950 уҡыу йылында 5-се класс асыла. 1950—1951 йылдарҙа 7 йыллыҡ мәктәпкә әүерелә, һәм уҡыусылар яңы бинала уҡый башлай.
1960 йылда уҡытыусы-фронтовик Абзаков Әхмәтситдыҡ Ибраһим улы һәм директор Йосоп Әхмәт улы Ноғоманов инициативаһы менән мәктәптең яңы бинаһын төҙөлә башлай, 1961 йылдың ғинуарынан уҡыусылар яңы мәктәптә уҡыуын дауам итә. 1961/1962 уҡыу йылында һигеҙ йыллыҡ мәктәпкә әйләнә. 1966—1967 уҡыу йылынан мәктәп урта мәктәп итеп үҙгәртелә.
1960 — 1970-се йылдарҙа бында 2-се Этҡол, Байым, Иҫән, Һаҡмар, Түбәнге Яйыҡбай, Үрге Яйыҡбай ауылдары балалары уҡый.
1978 йылда Салауат исемендәге колхоз үҙ аҡсаһына 469 уҡыусыға иҫәпләнгән өс ҡатлы мәктәп төҙөтә.
Етәкселәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Урманшин Сәйет
- Сәлимов Тажетдин Хәйретдин улы (1934)
- Рафиҡов Камил Фәттәх улы
- Лоҡманов Мансур Ибәтулла улы (1960—1986)
- Ҡайыҡбирҙин Кирәймәргән Әҙеһәм улы (1986—1995)
- Мөхәмәтйәнов Фәрит Әбдрәхим улы (1995—2008)
- Рәхмәтуллин Юлай Йосоп улы (2010—2016)
- Иҫәнбаев Наил Әхмәҙулла улы (2016 йылдан)
Уҡытыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бикмәтова Шәмсиямал (1928)
- Әминева Зөхрә
- Мәмбәтҡолов Әбүзәр
- Азаматов Ғәлимйән
- Ҡорбанова Рауза
- Камалова Маһи
- Ғатауллин Абдулла Ғөбәйт улы
- Мотаева Рәйсә
- Иҙрисов Ғәйзулла
- Имелбаев Дауыт
- Бураншин Ғөбәйт
- Мәғәфүров Әхтәм
- Дияров Кәрим Мөхәмәҙи улы
- Сөләймәнова Фәрзәнә
- Баймырҙина Фәриҙә Ҡотлоғужа ҡыҙы
- Асаинова Сәғирә Суфиян ҡыҙы
- Сиргалин Ишбулды Нурғәле улы
- Усманова Рәүилә Сибәғәт ҡыҙы
- Сөләймәнова Аминә Нәжметдин ҡыҙы
- Йәнбәкова Лира Исхаҡ ҡыҙы
- Зекрина Мөнирә Ғәббәс ҡыҙы
- Алтынғужина Тәнзилә Хажи ҡыҙы
- Алтынғужин Мостафа Хажи улы
- Мырҙағәлин Әмир Ғилметдин улы
- Ниғмәтуллина Миңзифа Насип ҡыҙы
- Мөхәмәтйәнов Фәрит Әбдрәхим улы
- Ғәлимйәнов Рәил Әхәт улы
- Әхмәҙуллина Фирҙәүес Борисовна
- Хәсәнова Менәүәрә Ғәлимйән ҡыҙы
- Кәримов Фәтҡулла Зәйнетдин улы
- Юлмөхәмәтова Рәйлә Хәлфетдин ҡыҙы
- Иҫәнбаева Рәйсә Миҙхәт ҡыҙы — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
- Игебаева Римма Хөснихаҡ ҡыҙы (1985 йылдан)
- Ҡорманаева Фәрзәнә Йәүҙәт ҡыҙы
- Хәмитова Земфира Нуриәхмәт ҡыҙы
- Мөхәмәтйәнов Өлфәт Хәмит улы — физика уҡытыусыһы
- Ишмырҙина Гөлйемеш Хөрмәт ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Йәшлек» гәзите. 9 сентябрь 2021 Ниғәмәт мәктәбе «Үҫеш нөктәһе» ярҙамында үҫәсәк
- «Аманат» журналы. 10 сентябрь 2021, Баймаҡ районының Ниғәмәт мәктәбе уҡыусылары "Аманат"лы балалар
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәктәп сайты О школе 2022 йыл 2 апрель архивланған.