1-се Этҡол мәктәбе
Уҡыу көйләүҙәре
1-се Этҡол мәктәбе | |
Нигеҙләү датаһы | 1891 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы, Баймаҡ районы һәм 1-се Эткол |
Электрон почта | school1-itkyl@mail.ru |
Рәсми сайт | 1itkulovo.02edu.ru |
1-се Этҡол мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының 1-се Этҡол ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]БЕРЕНСЕ ЭТҠОЛ УРТА МӘКТӘБЕ, Баймаҡ р‑ны. 1891 й. мәҙрәсә базаһында урыҫ‑башҡорт халыҡ училищеһы булараҡ нигеҙ һалына, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1928 й. — крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1932 й. — өлгөлө тулы булмаған урта мәктәп, 1952 й. хәҙ. статусын ала. 1992 й. Б.Ғ.Юлыев исеме бирелә. Компьютер кабинеты, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, ағас эше һәм тегеү оҫтаханалары, китапханаһы, спорт залы, мәктәп яны участкаһы бар. Уҡыу йорто м‑н Т. Х. Аслаев, Б. М. Мәмбәтҡолов, С. Р. Әлибаев, Юлыев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Урта мәктәпте 4 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар араһында З. Ш. Аҡназаров, С. Ә. Галин, Р. Түләк, Ә. Үтәбай, Ә. З. Әсфәндиәров. Мәктәп бинаһына Чечнялағы хәрби хәрәкәттә һәләк булған мәктәпте тамамлаусылар К.А.Исмәғилев м‑н Х.М.Усмановҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2007) [1] |
Етәкселәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәхмүтов Шамил Азат улы
Уҡытыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғүмәрова Вәлиә Зөбәйер ҡыҙы — тарих уҡытыусыһы
- Дәүләтбаева Фәнисә Әмир ҡыҙы — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
- Ишҡыуатова Гүзәл Айҙар ҡыҙы — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
- Мәхмүтов Шамил Азат улы — тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы
- Мәхмүтова Фәнүзә Фирғәт ҡыҙы — математика уҡытыусыһы
- Мәхмүтова Яҙгөл Уйылдан ҡыҙы — педагог-психолог.
- Солтангәрәев Фәнзил Фәрғәт улы — математика һәм информатика уҡытыусыһы
- Йортбәков Рәсих Рәсүл улы — физик культура һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы
Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Байрамғолов Нәбиулла Ғәбделмәнән улы
- Галин Салауат Әхмәҙи улы — филология дфәндәре докторы, бында ете йыллыҡ мәктәптә уҡыған
- Байтурина Зәһүрә Дәүләтша ҡыҙы
- Ҡарағолова Фәйрүзә Хәмзә ҡыҙы (18 май 1964 йыл) — педагог, Бөрйән районы Байназар урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2010).
Шулай уҡ уҡығыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәктәп сайты Сведения об образовательной организации(недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1-се Этҡол мәктәбе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.