Түләков Рәйес Ғөссәм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Түләков Рәйес Ғөссәм улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 14 октябрь 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Баймаҡ районы, Буранбай
Вафат булыу көнө 2008
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Өфө
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Түләков Рәйес Ғөссәм улы (псевдонимы Рәйес Түләк; 14 октябрь 1959 йыл — 31 март 2007 йыл) — башҡорт шағиры. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы (1992).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәйес Ғөссәм улы Түләков 1959 йылдың 14 октябрендә БАССР-ҙың Баймаҡ районы Буранбай ауылында тыуған.

Башланғыс белемде 1-се Этҡол урта мәктәбендә алғандан һуң Сыңғыҙ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡый, 10-сы класты Беренсе Этҡол ауылында тамамлай. 1977—1979 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәренең Һауа—десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә,запасҡа ҡайтарылғас, колхозда малсы булып эшләй.

1987 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлап, Баймаҡ районының төрлө ауыл мәктәптәрендә уҡыта.

1993 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының Сибай яҙыусылар ойошмаһында яуаплы секретарь булып эшләй. 1994 йылдан — Сибай педагогия колледжында, 1996 йылдан Сибай институтында уҡыта.

2000 йылдан башлап «Тамаша» журналында, «Башҡортостан» гәзитендә һәм башҡа матбуғат баҫмаларында хеҙмәткәр булып эшләй.

2007 йылдың 31 мартында Өфөлә вафат була.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәйес Түләков башҡорт шиғриәтенә «Ирәндек таңдары» (1988) исемле шиғырҙар китабы менән аяҡ баҫа. Уның шиғырҙарының төп идея-тематикаһы — Башҡортостан яҙмышы, уға исем биргән милләттең бөгөнгөһө һәм киләсәге. Рәйес Түләковтың «Ҡашмау йәки „Йүгәнем бар — атым юҡ“» (1992), «Егет һүҙе» (1997), «Буранбайҙың яҙған хатын уҡып» (2002), «Мең дә бер кис» (2007)китаптарына тупланған ижадында башҡорт характерының бөтөн яҡтары: саялығы ла, сәмһеҙлеге лә, мәғәнәлелеге лә, мәғәнәһеҙлеге лә, моңлолоғо ла, моңһоҙлоғо ла үҙенсәлекле сағылыш таба. Шағир башҡорт образын яңыса, заманса тыуҙырырға ынтыла. Шиғри әҫәрҙәре халыҡ рухы, халыҡ өсөн янып-һыҙланыуҙарға ҡоролған.

Маҡтаулы исеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ирәндек моңдары. Өфө, 1998 й.;
  • Ҡашмау йәки «Йүгәнем бар — атым юҡ». Өфө, «Китап», 1992;
  • Егет һүҙе. Өфө, «Китап», 1997 й.;
  • Буранбайҙың яҙған хатын уҡып… Өфө, «Китап», 2002 й.;
  • Мең дә бер кис. Өфө, «Китап», 2007 й;
  • Йырлы йәндә ҡояш байымай. Өфө, «Китап», 2010 й.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бикбаев Р. Т. Заман ағышы, шиғри быуындар яҙмышы. — «Ағиҙел» журналы, 1992, 96-108-се биттәр;
  • Ғәниева Т. Ә. Ир күңелендә ат ятыр. — «Шоңҡар» журналы, 1994, 2-се һан, 131-133-сө биттәр;
  • Бикбаев Р. Т. Йәшәй ерҙә ике ауылдаш, ике шағир. — Түләк Р., Үтәбай Ә. Буранбайҙың яҙған хатын уҡып. — Өфө, 2002 й., 3-10-сы биттәр

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]