Лутыев Лутфир Лутый улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Лутыев Лутфир Лутый улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1918–1937).svg РСФСР
Тыуған көнө 18 март 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй, Кушнаренко районы
Вафат булыу көнө 2008
Һөнәр төрө педагог
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Дан ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Лутыев Лутфир Лутый улы - рус. Лутыев Лутфир Лутыевич - (18 март 19242008), педагог, мәғариф эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.II дәрәжә Ватан һуғышы һәм III дәрәжә Дан ордендары кавалеры. РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы [1].

Биографияһынан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лутфир Лутый улы Лутыев Кушнаренко районында 1924 йылдың 18 мартында донъяға килгән.

1965—1985 йылдарҙа Кушнаренко ауылындағы 2-се урта мәктәп уҡытыусыһы һәм директоры. Лутфир Лутый улы был ваҡытта Кушнаренконың 70 тәжрибәле, мәғлүмәтле педагогы, 1400-ҙән ашыу уҡыусы белем алған 2-се һанлы мәктәбенең етәксеһе булып эшләй. Лутыев Л. Л. тырышлығы менән мәктәп районда беренсе булып уҡытыуҙың кабинет системаһына күсә, был уҡытыу-тәрбиә биреү эшмәкәрлеген яҡшыртырға мөмкинлек бирә [2].

"Райондың халыҡ мәғарифын үҫтереүгә күп йылдар дауамында уҡыусыларға белем биреү һәм тәрбиә эшенең заманса форма һәм ысулдарын ҡулланыу буйынса нигеҙ булып торған 1-се һәм 2-се мәктәптәрҙең директоры булып эшләгән Лутфир Лутый улы Лутыев ҙур өлөш индерҙе. Ил алдындағы ҙур хеҙмәттәре өсөн Л. Л . Лутыев Дан ордены, II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, миҙалдар менән бүләкләнгән. Уға "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы" тигән маҡтаулы исеме бирелгән", - тип яҙылған уның тураһында район сайтында [3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Дан ордены
  • II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены
  • РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы [4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. О календаре праздничных и памятных дней, профессиональных праздников и юбилейных дат Республики Башкортостан на 2009 год [1]
  2. МБОУ СОШ №1 с. Кушнаренково [2]
  3. Образование в Кушнаренковском районе [3]
  4. Образование в Кушнаренковском районе [4]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Образование в Кушнаренковском районе [5]
  • МБОУ СОШ №1 с. Кушнаренково [6]