Чекирова Людмила Дмитриевна
Чекирова Людмила Дмитриевна | |
Тыуған ваҡыты: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Прокопьевск ҡалаһы |
Һөнәре: |
актёр |
Гражданлығы: | |
Театр: | |
Наградалары: |
Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2000), Төркмән ССР-ының атҡаҙанған артисы (1991). |
Чекирова Людмила Дмитриевна (18 март 1950 йыл) — опера йырсыһы (лирик драматик сопрано), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2000). Төркмән ССР-ының атҡаҙанған артисы (1991) һәм Төркмән ССР-ының Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1985).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Людмила Дмитриевна Чекирова 1950 йылдың 18 мартында Прокопьевск ҡалаһында тыуған.
1979 йылда Мәскәү консерваторияһын (Е. И. Шумилова класы) тамамлағандан һуң Махтумкули исемендәге Төркмән опера һәм балет театры солисы булып эшләй (Ашхабад).
1995 йылдан алып — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 2011 йылдан — педагог репетиторы.
Чекирова Людмила Дмитриевна матур тембрлы көслө тауышҡа эйә. Гастролдәр менән Рәсәй, Германия, Польша, Төркиә буйлап йөрөй.
Спектаклдәрҙәге ролдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чио-Чио-сан (Дж. Пуччини операһы; дебют, Махтумкули исемендәге Төркмән опера һәм балет театры, 1979)
- Аида (Дж. Вердиҙың шул уҡ исемле операһы)
- Ярославна («Князь Игорь», А. П. Бородин)
- Кармен (Ж.Бизеның шул уҡ исемле операһы)
- Шәфәҡ («Ай тотолған төндә») һ. б.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Йәштәр, мәҙәниәт, үҙгәртеп ҡороу» Бөтә союз сәнғәт фестивале дипломанты (Мәскәү, 1988).
- Төркмән ССР-ының Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1985).
- Төркмән ССР-ының атҡаҙанған артисы (1991).
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2000)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирская эниклопедия —Чекирова Людмила Дмитриевна 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 16 март 2019)
- http://bashkiria.prazdnik-land.ru/afisha/2010/3/22/s-lyubovyu-k-vam-lyudmila-chekirova/(недоступная ссылка)