Эстәлеккә күсергә

Ҡазан дәүләт медицина академияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡазан дәүләт медицина академияһы
Нигеҙләү датаһы 22 апрель 1920[1]
Рәсем
Рәсми атамаһы Казанский клинический институт[1], Государственный институт для усовершенствования врачей имени В.И. Ленина[1] һәм Казанская государственная медицинская академия[1]
Етәксе Хасанов, Рустем Шамильевич[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡазан, Вахитовский район[d] һәм Татарстан Республикаһы
Урынлашҡан урамы улица Бутлерова[d] һәм Улица Муштари[d]
Урын Ҡазан
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй өҙлөкһөҙ һөнәри белем биреү медицина академияһы[d][2]
Адрес 420012, Россия, Татарстан, Казан, Бутлеров урамы, 36 йорт
Рәсми сайт kgma.info
Карта

Ҡазан дәүләт медицина акдемияһы2016 йылға тиклем үҙаллы ВУЗ, 2016 йылдан Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министырлығының өҙлөкһөҙ белем биреү академияһының белем биреү филиалы.

«Ленин исемендәге Ҡазан клиник институты» асыу ҡарары 1920 йылдың 20 апрелендә В.И. Лениндың 50 йыллығына арналған Ҡазан губернаһы башҡарма комитеты ултырышында ҡарала.[3]

1923 йылда Ҡазан клиник институты РСФСР Һаулыҡ һаҡлау буйынса халыҡ комиссарҙары комитеты тарафынан ғилми учреждениеләр иҫәбенә индноелә. 1925 йылда институт В. И. Ленин исемендәге Табибтар квалификацияһын камиллаштырү дәүләт институты (ГИДУВ) тип үҙгәртелә. 1995 йылда ГИДУВ исеме академия тип үҙгәртелә. 2003 йылдан Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Ҡазан дәүләт медицина академияһы тип атала.

Профессор Роман Альбертович Лурия — учреждениеның беренсе ректоры. 1980-2007 йылдарда ректор вазифаларында Марс Константинович Михайлов була. 2007 йылдан 2015 йылға тиклем академия ректоры вазифаһында Камил Шагарович Зыятдинов була. 2015 йылда ректор итеп Рөстәм Шамил улы Хәсәнов һайлана.[4]

Академияның 350 меңгә яҡын китап һаҡланған китапханаһы бар.

2010 йылда Фән һәм ғилми-педагогик кадрҙар әҙерләү үҙәге асыла. 2011 йылда академияла поликлиника эшләй башлай. 2012 йылда Академия тарихы музейы асыла.

Академияла ике диссертация советы эшләй.

Академия Рәсәйҙең Юғары акредетация комиссияһының (ВАК) төп фәнни нәтижәләрен баҫтырып сығарыу өсөн тәғәйенләнгән 4 журналды («Неврологический вестник им. В. М. Бехтерева», «Практическая медицина», «Общественное здоровье и здравоохранение») ойоштороусы булып тора.

2014 йылда академия Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министырлығы тарафынан фәнни экспертиза үткәреү һәм дарыу препараттары исемлеген формалаштырыусылар исемлегенә инә. Ошо уҡ йылда академия Росздравнадзор бойороғона ярашлы Медицина изделиеларын клиник һанап ҡараусы ойошмалар исемлегенә керетелгән.

Университет структураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Терапевтика факультеты:

  • Аллергология һәм иммунология кафедраһы
  • Дерматовенерология косметологи кафедраһы
  • Балалар неврологиһы кафедраһы
  • Клиник фармакология һәм фармакотерапия кафедраһы
  • Неврология кафедраһы
  • Педиатрия һәм неонатология кафедраһы
  • Психотерапия һәм наркология кафедраһы
  • Психиатрия һәм суд-психиатрия экспертизһы
  • Реабилитология һәм спорт медицинһы кафедраһы
  • Госпиталь һәм поликлика терапияһы кафедраһы
  • Терапия, гериатрия һәм ғаилә медицинаһы кафедраһы
  • Функциональ диагностика кафедраһы
  • Эндокринология кафедраһы

Хирургия факультеты:

  • Акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы
  • Анестезиология - реаниматология һәм трансфузиология кафедраһы
  • Кардиология, рентгенэндоваскуляр һәм йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһв М
  • Нур диагностикаһы кафедраһы
  • Онкология, радиология һәм паллиатив медицина кафедраһы
  • Ортопедик стоматология һәм стоматология кафедраһы
  • Оториноларингология кафедраһы
  • Офтальмология кафедраһы
  • Пластик хирургия кафедраһы
  • Терапевтика, балалар стоматологияҙы һәм ортодонтияһы кафедраһы
  • Травматология һәм ортопедия кафедраһы
  • Ультратауыш диагностикаһы кафедраһы
  • Урология һәм нефрология кафедраһы
  • Хирургия кафедраһы
  • Бит-яҡаҡ хирургияһы һәм хирургик стоматология кафедраһы
  • Эндоскопия һәм эндоскопияй хирургияһы кафедраһы

Медик-профилактика факультеты:

  • Йоғошло ауырыуҙар кафедраһы
  • Клиник лаборатория диагностика кафедраһы
  • Микробиология кафедраһы
  • Кафедра общей гигиены
  • Йәмҡиәт һаулығы, һаулыҡ һаҡлау менән идара итеү кафедраһы
  • Ашығыс медицина ярҙамы, катастрофалар медицинаһы һәм һаулыҡ һаҡлау белгестәрен мобилизацион әҙерләү кафедраһы
  • Фтизиатрия һәм пульмонология кафедраһы
  • Эпидемиология һәм дезинфектология кафедраһы