Абрамова Ирина Евгеньевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Абрамова Ирина Евгеньевна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 18 март 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (45 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө
Һөнәр төрө спортсы
Квалифицирован для ҡатын-ҡыҙ спорты[d]

Абрамова Ирина Евгеньевна (18 март 1974 йыл) — спортсы. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы (1996) һәм атҡаҙанған спорт мастеры (2000). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1999). Донъя (1999—2001), Европа һәм Рәсәй (1999, 2000) чемпионы, Рәсәй Кубогы эйәһе (1998—2000). Ҡатын-ҡыҙҙар араһында 60 килограммға тиклем ауырлыҡ категорияһында сүгәләү, штанга менән күтәрелеү, өс төрҙән ярышта донъя һәм Европа кимәлендә 11 тапҡыр, Рәсәй буйынса (1998—2001) 17 тапҡыр рекорд ҡуя. Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзаһы (1997—2001).

Белеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2002 йылда Мәскәү физик культура академияһын тамамлай.


Карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үҫмер спортсы карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1996 йылда үҫмер спортсылар араһында Европа чемпионатының бронза призеры. 1997 йылда үҫмер спортсылар араһында Европа чемпионатының көмөш призеры. Тренеры Лев Никифоров[1].

1998[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

60 килограмға тиклем категорияла сығыш яһап, Рәсәй чемпионы була. Европа чемпионатында көмөш миҙал яулай.

1999[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ятҡан килеш штанга күтәреү һәм көс талап итә торған өс төрҙән ярышта Рәсәй чемпионы, Европа һәм донъя чемпионы.

2000[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй, Европа һәм донъя чемпионы була. Шулай уҡ суммала (550 кг) Рәсәй рекорды һәм штанга менән күтәрелеүҙә (222,5 кг) донъя рекорды ҡуя.

2001[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

225 кг сумма менән милли чемпионаттың көмөш миҙалын яулай. 220 кг сумма менән донъя чемпионы була. 2001 йылда Бөтә донъя уйындарында, уртаса ауырлыҡта сығыш яһап, көмөш миҙал яулай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]