Эстәлеккә күсергә

Ураҡсина Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәсимә Ураҡсина
Тыуған көнө:

19 октябрь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Дәүләкән районы, Яңы Яппар ауылы

Вафат булған көнө:

23 август 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (64 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

Педагог, шағир, драматург

Наградалары:

СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, БАССР мәктәптәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1991)

Ураҡсина Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы (19 октябрь 1950 йыл23 август 2015 йыл) — башҡорт балалар шағиры, яҙыусы, фольклорсы, тәржемәсе, педагог. СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1991). Филология фәндәре кандидаты[1].

Рәсимә Ураҡсина менән Гүзәл Ситдиҡованың филармонияла ижад кисәһе. Сибай ҡалаһы уҡыусылары сығышы. Өфө

Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы Ураҡсина 1950 йылдың 19 октябрендә Башҡорт АССР-ы Дәүләкән районы Яңы Яппар ауылында тыуған. Ауылдарындағы башланғыс мәктәптә, артабан Өфөләге 1-се башҡорт мәктәп-интернатында (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) белем ала.

1974 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, күп йылдар Сибай педагогия училищеһында (хәҙер колледж) һәм 1992—95 йылдарҙа Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡытыусы булып эшләй.

Йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү өлкәһендәге тырыш хеҙмәте һәм алдынғы ҡаҙаныштары өсөн Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы «СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы», «БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды.

Балалар фольклорын өйрәнеү менән эҙмә-эҙлекле шөғөлләнеп, тупланған фәнни мәғлүмәттәре нигеҙендә 1996 йылда, «Башҡорт балалар әҙәбиәте үҫешендә фольклорҙың роле» тигән темаға диссертация яҡлап, Рәсимә Ураҡсина «филология фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһе ала.

1995 йылдан (тәнәфестәр менән) Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙер Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) педагогика һәм мәктәпкәсә белем биреү методикаһы кафедраһы доценты.

1996—2000 йылдарҙа Өфөләге 2-се педагогия колледжында директорҙың фән буйынса урынбаҫары,артабан бер ни тиклем ваҡыт республиканың Милли әҙәбиәт музейендә бүлек етәксеһе була.

2002—2007 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһында М. С. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһында уҡыта.

Рәсимә Ураҡсина 2015 йылдың 23 авгусында Өфө ҡалаһында вафат булды[2][3].

Емешле фәнни-педагогик эшмәкәрлеге менән бер рәттән Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы әҙәби ижад менән дә әүҙем шөғөлләнде. Ул балалар әҙәәтеби һәм драматургия өлкәһендә емешле ижад итте. Талантлы әҙиптең моңло, әсәлек наҙы менән һуғарылған шиғырҙарына композиторҙар Салауат Низаметдинов һәм Әлфиә Зиннурова кескәйҙәр өсөн бер нисә тиҫтә йыр яҙған. 1997 йылда Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар союздары ағза итеп ҡабул ителә.

Әҙиптең балаларға тәғәйенләнгән драма әҫәрҙәре Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры һәм Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры һәм республиканың башҡа театрҙары сәхнәләрендә ҡуйылды[4].

Рәсимә Ураҡсина шулай уҡ тәржемә өлкәһендә лә эшләне. Ул башлыса драматургтарҙың донъя һәм рус әҙәбиәте классикаһына ингән пьесаларын башҡортсаға ауҙарҙы. Улар араһынан Жан Батист Мольерҙың "Дон Жуан"ын, Шекспирҙың «Ромео һәм Джульетта» трагедияһын[5], Сергей Найдёновтың «Ванюшин балалары» (Дети Ванюшина) пьесаһын айырым билдәләргә була.

Һынамыштар, Һанашмаҡтар, Тиҙәйткестәр, Үсекләшеүҙәр һ. б. балалар фольклоры өлгөләре тупланған ике томлыҡ йыйынтыҡты нәшер итеүгә ҙур өлөш индерҙе.[6].

2015 йылдың декабрендә республиканың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында Рәсимә Ураҡсинаның «Тыуған ерем — торған ерем» исемле китабы донъя күрҙе. Ул ике форматта — Брайль шрифты менән һәм электрон вариантта башҡорт һәм рус телдәрендә баҫылған. Китапты нәшер итеү «Башҡортостан Республикаһында Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм халыҡтарҙың этномәҙәни үҫеше» дәүләт программаһы буйынса ғәмәлгә ашырылған. Йыйынтыҡта шиғырҙар, хикәйә һәм пьесалар тупланған[7].

  • Тәтәй ҡалаҡ баҙарҙа: Шиғырҙар. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992. — 24 бит.
  • Тәмле-тәмле-тәмлекәс: Шиғырҙар. — Өфө, Китап, 1996. — 152 бит.
  • Йомро-йомро Ер шарым: Шиғырҙар. — Өфө, Китап, 2001.
  • Бәпес ҡоймағы: Шиғырҙар. — Өфө, Китап, 2005.
  • Тыуған ерем — торған ерем: Шиғырҙар, хикәйә һәм пьесалар, — Өфө, 2015[7].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1990)
  • БАССР мәктәптәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1991)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2007).
  • Наил Ғәйетбай. Рәсимәнең күңел йылыһы. «Башҡортостан» гәзите, 2015, 17 октябрь[8].
  • Романов В. Она была учителем доброты и света (К 65-летию со дня рождения литератора и педагога Расимы Ураксиной). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 19 октябрь[9](рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  1. Ураксина Расима Минибулатовна
  2. Ураксина Расима Минибулатовна
  3. Баш ҡалала шағирә һәм педагог Рәсимә Ураҡсина вафат булды — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
  4. Давлекановская межпоселенческая центральная библиотека. Расима Ураксина (рус.)
  5. БГПУ им. М.Акмуллы " Р. М. Ураксина к.филол.н, доцент — Победитель в номинации «За вклад в искусство воспитания»(недоступная ссылка) (рус.)
  6. Башкирское издательство Китап имени Зайнаб Биишевой > Главная > Наши авторы > Расима Ураксина 2016 йыл 4 март архивланған. (рус.)
  7. 7,0 7,1 Өфөлә Рәсимә Ураҡсинаның «Тыуған ерем — торған ерем» исемле китабы Брайль шрифты менән баҫылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 29 декабрь 2015 йыл
  8. «Башҡортостан» гәзите, 2015, 17 октябрь 2016 йыл 9 март архивланған.
  9. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 19 октябрь (рус.)
  10. В Башкирии именем поэтессы и педагога Расимы Ураксиной назовут улицу и библиотеку — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 18 октябрь (рус.)
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар