Һанашмаҡтар
Һанашмаҡтар | |
Әҫәрҙең теле | башҡортса |
---|
Һанашмаҡтар | |
---|---|
күп | |
урам | |
юғары |
Һанашмаҡтар — фольклор жанры, балалар уйындарында ролдәрҙе бүлеү өсөн ритмлаштырылған һәм рифмалы ҡыҫҡа шиғри юлдар[1].
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо заманда һанашмаҡтар община ағзалары араһында хеҙмәт төрҙәрен бүлгәндә, ситләтеп әйтелгән телмәр шарттарында (мәҫәлән, һунар ваҡытында) һ. б. ҡулланылған.
Сюжетлы Һанашмаҡтар, Һанашмаҡ-диалогтар, Һанашмаҡ-иҫәпләү һ. б. төрҙәре бар.
Уйын башлар алдынан көтөүсе йәғни алып барыусыны билдәләү өсөн хеҙмәт иткән һанашмаҡ балалар фольклорында әлеге көнгә тиклем һаҡланған. [2].
Күмәк балалар ҡатнашҡан уйындарҙа ике тигеҙ төркөмгә бүленеү процесын ишләшеү (уҙаҡлашыу) үтәһә, һанашмаҡ, ғәҙәттә, бер көтөүсе һайларға кәрәк була.
Балалар түңәрәк яһап баҫалар, араларынан берәү уртаға сыға ла үҙенән башлап, һәр һүҙҙе бер кешегә тура килтереп, һанап китә:
- Гәрәй бабай юлға сыҡҡан,
- Тәгәрмәсе ватылған,
- Уны йүнәтеү өсөн,
- Нисә сөй кәрәк булған?
Булған һүҙе сыҡҡан бала тиҙ генә бер һан әйтә, әйтүсе ошо һан буйынса һанап, әйтелгән һанға барып етә, ошо бала сыға.
Һанашмаҡтың аҙағында һуңғы һүҙ йәки ижекте әйткәндә, кемгә ҡарата әйтелә, шул уйынсы алып барыусы була. Йәшенмәк йәки баҫтырыш уйнағанда эҙләүсе йәки баҫтырып тотоусыны шартлы рәүештә «ҡалыусы» тип атарға була. Сөнки уға «Һин ҡалдың» тиҙәр. Ҡалған уйынсылар ҡайһы ҡайҙа йәшенгәнсе һәм йүгерешеп таралышҡансы, ҡалыусы битен ҡулы менән ҡаплап арты менән баҫа. «Булды» тигән иҫкәртеүҙән һуң ғына көтөүсе эҙләй йә баҫтыра башлай.
Уйын бер тапҡыр тамамланһа, һанашмаҡ йәнә башлана һәм түңәрәктә бер бала ҡалғансы дауам итә.
Тиҙ ойошторолған уйындарҙа (йәшенмәк, баҫтырыш, һ.б.) беренсе булып сыҡҡҡан бала көтөүсе була.
Мәҫәлән: «Ҡыш китте, яҙ килде, /Өйрәк-ҡаҙҙар ҡайтты, /Һандуғастар һайрай, /Балалар йыйылды. /Ҡарға, турғай, /Һин туҡта, хәҙер ул сыға!».
Һанашмаҡ йәки әйтештәр йәшенмәк, баҫтырыш уйындарына бер типта ғына (унифицированный) беркетелмәгән. Жанрҙың шиғриәтендә аллегория, өн берләшмәләрен ҡабатлау, метафоралар, төрлө һүҙ төркөмдәре, ымлыҡтар һ. б. әүҙем ҡулланыла.
Башҡортостанда жанрҙағы үҙ-ара ижади процесс барышында ике, өс телле текстар күҙәтелә.
Мәҫәлән: «Муравьёшка, муравьёшка /Бир миңә кусок лепёшка /Кит, зараза, юк лепёшка /Так ответил муравьёшка».
Һанашмаҡтарҙың оҙондары һәм ҡыҫҡалары була. Улар, ғәҙәттә, уйнаусылар һанына ҡарап әйтелә[3][4].
Һанашмаҡ өлгөләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аҡ суҡ
- Ҡара суҡ
- Бында торма
- Бар сыҡ!
- Алма тәгәрәй
- Ҡала тирәләй
- Кем уны тота
- Шул сығып китә.
- Аладан - баладан,
- Бесәй йөрөй йылғанан.
- Сәүкә, сыпсыҡ,
- Һин ҡал был сыҡ!
- Ҡайында – ҡарға,
- Имәндә – сыпсыҡ,
- Ерҙә – йылан,
- Һауала – ҡош,
- Бар, һин сыҡ!
- Ваҡыт күбен белмәйем,
- Ваҡыт күбен белергә,
- Мин бит һеҙҙе күрмәйем.
- Бик тә оҙаҡ гөрләйем,
- Бынан ары түҙмәйем.
- Түҙемлегем бөткәс тә,
- Йөрөп һеҙҙе эҙләйем!
- – Ағаҡайым, ҡайҙа бараң?
- – Кәмә менән тоҙға барам.
- – Кәсептән ҡасан ҡайтаң?
- – Йәйен китеп, көҙ ҡайтам.
- - Көҙ ҡайтмаһам, ҡыш ҡайтам,
- Ҡыш ҡайтмаһам, яҙ ҡайтам.
- Сәпсек, сыйырсыҡ,
- Бында торма, бар сыҡ!
- Алатыр, былатыр,
- тау яғынан таң атыр,
- алабуға-бүҙәнәк,
- ялпаҡ, ҡалпаҡ, ҡуян,
- ҡарға, сыпсыҡ,
- һин ҡал, мин сыҡ[5].
- — Ҡара ҡуян,
- Ҡайҙа бараң?
- — Кәмә менән
- Тоҙға барам.
- — Ҡасан ҡайтаң?
- — Яҙ ҡайтам.
- Яҙ ҡайтмаһам,
- Көҙ ҡайтам.
- Һары балсыҡ,
- Аҡ балсыҡ,
- Балта ал да
- Ярға сыҡ!
- Әпкә-бипкә,
- Ләмән төпкә,
- Ағас, ҡуян, ҡас!
- Сәүкә, сыпсыҡ,
- Һин ҡал, был сыҡ![6]
.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡ тирәк, күк тирәк. Өфө, 1991; Балалар фольклоры: Мөғжизәле, әкиәтле бала саҡ — уйындарҙа һәм уйҙарҙа ҡаласаҡ. Өфө, 1996
Сөләймәнов Ә. М. Бала‑сағаның уйын фольклоры. Өфө, 2007
Ғәләүетдинов И. Ғ. һәм башҡалар. Балалар фольлоры: Бала саҡ — уйнап көлөп үҫер саҡ (баш.). — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1994. — ISBN 5-295-01280-8.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ф. Ғ. Хисамитдинова. Башкирский язык для малышей
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ СЧИТАЛКА
- ↑ СЧИТАЛКА
- ↑ Ғәләүетдинов И. Ғ. һәм башҡалар. Балалар фольлоры: Бала саҡ — уйнап көлөп үҫер саҡ (баш.). — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1994. — ISBN 5-295-01280-8.
- ↑ Сөләймәнов Ә. М. Бала‑сағаның уйын фольклоры. Өфө, 2007.
- ↑ Һанашмаҡтар
- ↑ Ф. Ғ. Хисамитдинова. Башкирский язык для малышей