Ғизетдинов Мәхмүт Фәттәх улы
Ғизетдинов Мәхмүт Фәттәх улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 25 май 1927 |
Тыуған урыны | Айыухан, Раев ауыл Советы (Дәүләкән районы), Дәүләкән районы |
Вафат булған көнө | 10 июль 2006 (79 йәш) |
Вафат булған урыны | Иркутск, Рәсәй |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ғизетдинов Мәхмүт Фәттәх улы (25 май 1927 йыл — 10 июль 2006 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1966—1997 йылдарҙа Братск алюмин заводы бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәхмүт Фәттәх улы Ғизетдинов 1927 йылдың 25 майында хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Айыухан ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
14 йәшенән колхозда эшләй, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда хеҙмәт армияһында ағас ҡырҡыуҙа була.
1944 йылда армияға алына, Тымыҡ океан флотында минасы булып хеҙмәт итә, Аляскала ленд-лиз буйынса фрегаттар ҡабул итә. Артабан Камчаткала һәм Кореяла хеҙмәт итә.
1952 йылда демобилизацияланғандан һуң Краснотурьинск ҡалаһының Богословлаг алюмин заводында электролизлаусы, 1958 йылдан Сталинград алюмин заводында электролизлаусылар бригадиры булып эшләй. 1964 йылда «Почетлы металлург» исеме ала, Волгоград тарихи музейында уның бригадаһына арналған стенд бар.
1966 йылда Братск алюмин заводына эшкә саҡырыла, 9-сы, 10-сы һәм 12-се корпустарҙы сафҡа индереүҙә ҡатнаша. 1968 йылдан алып пенсияға сыҡҡанға тиклем 1-се корпуста бригадир булып эшләй.
Ғизетдинов Мәхмүт Фәттәх улы партия өлкә комитеты составына һайлана, Братск ҡала Советы депутаты була. Ул ике Ленин, Октябрь Революцияһы ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.
Пенсияға сыҡҡас, Волгоградҡа ҡайта, бында 2000 йылға тиклем алюмин заводында эшләй. Ғүмеренең һуңғы йылдары Иркутск ҡалаһында үтә[1].
Улы Федор — бард-йырсы[2].
Хеҙмәт батырлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1973 йылдың 29 декабрендә, күрһәткән хеҙмәт батырлығы һәм 1973 йылға ҡабул иткән социалистик йөкләмәләрен үтәгәндә өлгәшкән ҙур ҡаҙаныштары өсөн Ғизетдинов Мәхмүт Фәттәх улына «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Указ Президиума Верховного Совета СССР // Вост-Сиб. Правда, 31.12.1973 г.
- Л.Даниленко. Трудовая доблесть // Вост-Сиб. Правда, 29.01.1974 г.
- Бархатов, Ю. М. Иркутяне — Герои Социалистического Труда: [научно-справочное издание] / Ю. М. Бархатов.— Иркутск: Оттиск, 2013. — с. 50.
- Мы славим металлурга труд святой
- И. Сгибнева «БРАТСК НА ПОРОГЕ ЗРЕЛОСТИ»
- 25 майҙа тыуғандар
- 1927 йылда тыуғандар
- Дәүләкән районында тыуғандар
- 10 июлдә вафат булғандар
- 2006 йылда вафат булғандар
- Иркутскиҙа вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Японияны еңгән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- Шәхестәр:Иркутск өлкәһе
- Алфавит буйынса шәхестәр