Брадис Елизавета Модестовна
Брадис Елизавета Модестовна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 31 июль (13 август) 1900 или 13 август 1900 |
Тыуған урыны | Псков, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 5 май 1975 (74 йәш) |
Вафат булған урыны | Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | биолог |
Эш урыны | Институт ботаники имени Н. Г. Холодного НАН Украины[d] |
Уҡыу йорто |
МДУ-ның биология факультеты[d] М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | биология фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Брадис Елизавета Модестовна (13 август 1900 йыл — 5 май 1975 йыл) — СССР ғалимы, геоботаник. Биология фәндәре докторы (1952). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. «Четырехзначные математические таблицы» төҙөгән күренекле математик В. М. Брадистың бер туған һеңлеһе[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Елизавета Модестовна Брадис Псковта 1900 йылдың 13 авгусында башланғыс мәктәп уҡытыусыһы Модест Васильевич Брадис менән Елизаветы Васильевна Брадис ғаиләһендә тыуған. Ағаһы Владимир Модестович — «Четырехзначные математические таблицы» китабын төҙөүсе (мәктәптә ҡулланылған Брадис таблицаһы)[2].
1909 йылда Модест менән Владимир Брадисты революцион эшмәкәрлек өсөн Себергә һөрәләр[3]. Һөргөнгә ебәрелгәндәргә ҡаҙнанан аҡса бирелә (айына 5 һумдар артыҡ), бынан тыш улар эшләй ҙә алған. Владимир Брадис өйҙә балаларҙы математиканан уҡыта, шул арала гимназия курсы өсөн экзамендарға ла әҙерләнеп өлгөрә. Модест Васильевич менән Владимир Модестович Елизавета Васильевнаның тормошон еңеләйтеү өсөн Ксения менән Елизаветаны үҙҙәре янына ебәреүҙе үтенә. Елизавета Модестовна һеңлеһе Ксения менән бер нисә йыл Туринск ҡалаһында аталары һәм ағалары янында йәшәй[4].
Елизавета Брадис революциянан һуң «геоботаника» фәне буйынса Мәскәү дәүләт университетын тамамлай, ул һаҙлыҡтарҙы өйрәнә һәм геоботаник районлаштырыу менән шөғөлләнә.
1934 йылда ул «Растительный покров как показатель почвенных условий» теаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, биология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһен ала һәм 1941 йылға тиклем Академии наук Украина ССР-ы Фәндәр академияһының Биология институтында эшләй .
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Елизавета Модестовна Украина ССР-ы Фәндәр академияһы Биология институты хеҙмәткәрҙәре менән вӨфөгә эвакуациялана. 1941—1947йылдарҙа Елизавета Брадис Башҡортостан райондарының флораһын тикшерә, һаҙлыҡтарҙы өйрәнә, уларҙы экология һәм фитоценотик сифаттары буйынса классификациялай .Геоботаник Е. М. Брадистың эштәре практик әһәмиәткә эйә була, сөнки республикала күп кенә предприятиелар арзан яғыулыҡ- торфта эшләй.
Елизавета Брадис һәм уның Киевтан килгән коллегаларының фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостанда ботаника, коллег из Киева,Өфөлә биология фәне, Өфөләге Ботаника баҡсаһы үҫешенә һиҙелерлек йоғонто яһай,[5].
Елизавета Модестовна Өфөлә Ботаника баҡсаһында республика гербарийы һаҡланған бинала эшләй (ныне Южно-Уральский ботанический сад-институт УНЦ РАН). Ғалим республика флораһы системалаштыра, яңы төр үҫемлектәр аса, гербарий фондын байыта. Елизавета Брадис активное монументаль хеҙмәт — «Определителя высших растений Башкирской АССР» китабын төҙөүгә үҙ өлөшөн индерә[6].
Был хеҙмәт 1959 йылға әҙер була һәм 1966 йылда профессор Евгений Васильевич Кучеров етәкселегендә донъя күрә.
1941—1947 йылдарҙа Башҡорт АССР-ында йыйған бай материал Е. М. Брадистың буласаҡ докторлыҡ диссертацияһының нигеҙен тәшкил итә, «Торфяные болота Башкирии» темаһына диссертацияны Елизавета Модестовна 1951 йылда яҡлай. 1952 йылда ул биология фәндәре докторы дәрәжәһен ала[7].
Елизавета Брадистың Башҡортостандағы эшмәкәрлеге Өфөлә 1951 йылда СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Агробиология институтын (хәҙерге Институт биологии Уфимского научного центра РАН) асыуға ярҙам итә.
1947 йылда Елизавета Брадис Киевҡа ҡайта, уҡытыу һәм фәнни эшмәкәрлек менән шөғөлләнә, профессор дәрәжәһен ала .
Елизавета МодестовнаУкраиналағы торф һәм һаҙлыҡтар райондарын , торф запасын билдәләү менән шөғөлләнә. Ул ул һаҙлыҡ үҫемлектәрен классификациялағанда экология һәм фитоценотик принциптан сығып классификациялау яҡлы була. Ул Укараина һаҙлыҡтары флораһын беренсе булып классификациялаған ғалим.
Елизавета Модестовна «Белем» йәмғиәтенең Украина республика бүлексәһе эшмәкәрлегендә лә әүҙем ҡатнаша, лекциялар уҡый.
Елизавета Брадис- 70 -тән артыҡ фәнни хеҙмәт авторы.
Ботаника үҫемлектәр физиологияһы өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн ул Почёт Билдәһе орденына лайыҡ була.
Елизавета Модестовна Брадис күп кенә Украина ботаниктарының фәнни етәксеһе була, мәҫәлән, Лев Сергеевич Балашов, Анатолий Иванович Кузьмичёв һәм башҡалар.
Елизавета Брадис 1975 йылдың 15 майында Киевта вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Почет Билдәһе» ордены,
- «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы.
- М. Г. Холодный исемендәге Украина фәндәр академияһы премияһы (Ботаника һәм үҫемлектәр физиологияһы өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн).
Төп фәнни хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Растительный покров как показатель почвенных условий» (1934),
- «Торфяные болота Башкирии» (1951)
- «Растительность Закарпатской области» (1954)
- «Торфяной фонд Украинской ССР» (1959, в соавторстве),
- «Геоботаническое районирование Украинской ССР» (1977, в соавторстве).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Андриенко Т. Л. Модестовна. Рассказ об учителе / Под ред. В. В. Протопоповой. — К.: Альтерпрес, 2013. — 72 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- БЭ Брадис Елизавета Модестовна(недоступная ссылка)
- Болота Республики Башкортостан как объект первостепенной охраны
- [ http://bryophytes-bashkortostan.ru/Main/History 2020 йыл 23 октябрь архивланған. История изучения биофлоры Республики Башкортостан ]
- [ Вековому юбилею Русского ботанического общества стр 13-17 ]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ БЭ Брадис Елизавета Модестовна(недоступная ссылка)
- ↑ [ http://www.bashinform.ru/news/755148-ona-vnesla-bolshoy-vklad-v-razvitie-bashkirskoy-biologii-k-115-letiyu-so-dnya-rozhdeniya-vidnogo-bio/ Она внесла большой вклад в развитие биологии ]
- ↑ Псковская ЦБС Брадис В. М.
- ↑ [ https://www.elibrary.ru/item.asp?id=28101325(недоступная ссылка) Владимир Модестович Брадис в Тобольске ]
- ↑ Болота Республики Башкортостан как объект первостепенной охраны
- ↑ [ http://www.bio.vsu.ru/bim/knigi/vo%20rbo/%D0%A0%D0%91%D0%9E_2015_%D0%A2_2.pdf Вековому юбилею Русского ботанического общества стр 13-17]
- ↑ Торфяные болота Башкирии. Брадис Е. М.