Арый янындағы дала сейәһе ҡыуаҡлыҡтары
Арый янындағы дала сейәһе ҡыуаҡлыҡтары | |
---|---|
урыҫ Заросли степной вишни у с. Ариево | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 22 |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 17 август 1965 |
Урынлашыуы | |
55°34′05″ с. ш. 58°10′31″ в. д.HGЯO | |
Арый янындағы дала сейәһе ҡыуаҡлыҡтары — Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы биләмәһе составындағы Арый һәм Ҡаракүл ауылдарынан көнбайышта урынлашҡан тәбиғәт ҡомартҡыһы[1][2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәбиғи дала сейәһе ҡыуаҡлыҡтары Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында, Дыуан районында, Арый ауылы эргәһендә үҫә. Тәбиғи һәйкәл Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1965 йылдың 17 авгусында ҡабул ителгән «Башҡорт АССР-ының тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау тураһында» тип аталған 465-се рәсми ҡарары менән раҫланған[3].
Реченский тауҙарында (Ҡаракүлдән һәм Арыйҙан көнбайышта ятҡан эрозиялы ҡалҡыулыҡ) XX быуаттың 50-60-сы йылдарында ҙур ғына майҙандарҙа дала сейәһе ҡыуаҡлыҡтары (Cerasus fruticosa Pall) урынлашҡайны.
Борондан йәшәгән кешеләрҙең күрһәтеүенсә, сейә ҡыуаҡлыҡтары Ҡушҡаяҡ йылғаһынан Төлкөтауға тиклемге биләмәләрҙә үҫкән. Ғалим Байков иҫәпләп сығарғанса, 1958 йылда уның майҙаны 22 гектар тәшкил иткән, һәм ул шулай уҡ сейә емештәренең форма төрлөлөгөн дә өйрәнгән. Урман-дала шарттарында ул далала ла, урман ҡапламаһы аҫтында ла үҫкән. Урындағы халыҡ хәбәр итеүенсә, сейә күп булған һәм уны «һатыуға ылау менән сығарғандар».
БАССР Министрҙар Советы ҡарарында тәбиғәт һәйкәленең сиктәре һәм уның майҙаны билдәләнмәгән. Артабан сейә ҡыуаҡлыҡтары ысынлап һаҡланылмаған. 80-се йылдарҙа колхоз малын көтөү һөҙөмтәһендә Реченский тауҙарындағы сейә ҡыуаҡлыҡтары тәүге уңдырышлығын юғалта. 1984 һәм 1993 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Биология институты (Мулдашев А. А. һ. б.), яраҡлы сейә ҡыуаҡлыҡтарын табып, һәйкәлде тергеҙергә тырыша. Әммә элеккегә оҡшаш көслө ҡыуаҡлыҡтар асыҡланмай. "Башҡортостандың махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре кадастры"на популяцияны тергеҙеү мөмкинлеге буйынса махсус тикшереүҙәр кәрәклеге тәҡдимен күрһәтмәйенсә индерелә.
2000 йылдың сентябрендә Арый ауылы халҡынан һорау алыу юлы менән, ауылдан төньяҡ-көнбайышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан Остотауҙа (икенсе исеме Сусаҡтау) ҙур сейә ҡыуаҡлыҡтарының бер аҙ һаҡланыуы асыҡлана. Тау Реченский тауҙарының эзбизташтарҙан торған конус формаһындағы ҡалдығы (остаец) рәүешендәге армыт формаһында. Көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш битләүҙәренән тыш, тау битләүҙәре ҡайын урмандары менән ҡапланған. 70-се йылдарҙа ошо тауҙың элек сейә үҫкән көнсығыш битләүенә ҡарағай һәм шыршы ултыртыла. Шул уҡ ваҡытта тауҙа мал көтөү тыйылған, был сейә ҡыуаҡлыҡтарын ҡотҡарыуға ярҙам иткән. Ылыҫлы үҫентеләрҙең артыуы, күрәһең, сейәне ҡыҫырыҡлаған. Әлеге ваҡытта сейә 1—2 гектар самаһы майҙанда, һирәгерәк ылыҫ рәттәре араһында һәм урман ситтәрендә һаҡланған. 6—8 метр бейеклеккә еткән шыршы һәм ҡарағай күләгәһендә ҡалған үҫемлектәр тотҡарланып, һуҙылып үҫә, һәм емеше ваҡ, көсһөҙ[4].
Маҡсаты һәм бурыстары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә был мәғлүмәттәр тәбиғәт ҡомартҡыһын тикшереү һөҙөмтәләре буйынса төҙөлгән Актта сағылған. Дала сейәһе популяцияһын һаҡлау һәм тергеҙеү буйынса тикшереү һөҙөмтәһендә был сейә популяцияһын «Арый сейәлеге» тәбиғәт ҡомартҡыһы менән тиңләргә тәҡдим ителгән. Һәйкәлдең майҙаны Башҡортостандың Остотауҙа осраған башҡа һирәк үҫемлектәрен иҫәпкә алып та билдәләнгән. Остотауҙың көнсығыш битләүе Ҡыҙыл китап төрҙәре: Исәт скабиозаһы (Scabiosa isetensis L.), дөйә ҡылған (Stipa pennata L.) һәм күп тамырлы суҡмарбаш (Bupleurum multinerve DC.) тереклек иткән болонло далалар менән ҡапланған. Шунда уҡ бурһыҡтарҙың ҙур колонияһы табыла. Дөйөм майҙаны — 22 га. Шунан сығып, һәйкәлде һаҡлау режимы булдырылған[5].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Постановление Совета Министров Башкирской АССР от 17.08.1965 № 465 «Об охране памятников природы Башкирской АССР»
- Заросли степной вишни у с. Ариево
- д. Ариево и окрестности на карте
- Памятники природы Дуванского района
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Арый янындағы дала сейәһе ҡыуаҡлыҡтары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ д. Ариево и окрестности на карте
- ↑ Постановление Совета Министров Башкирской АССР от 17.08.1965 № 465 «Об охране памятников природы Башкирской АССР»
- ↑ Постановление Совета Министров Башкирской АССР от 17.08.1965 № 465 «Об охране памятников природы Башкирской АССР»
- ↑ Памятники п<rрироды Дуванского района
- ↑ Памятники п<rрироды Дуванского района