Эстәлеккә күсергә

Әберсен

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әберсен
Әберсен
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Күгәрсен һымаҡтар
Ғаилә: Күгәрсендәр
Ырыу: Әберсен
Латинса исеме
Streptopelia
(Bonaparte, 1855)
ITIS 177103
NCBI 8934

Әберсен, ҡыр күгәрсене (рус. Го́рлицы, горлинки, лат. Streptopelia).

Йорт күгәрсененән бәләкәйерәк. Көҙгәһән күмәкләшеп, башҡа ваҡытта парлашып йөрөйҙәр. Оҙон аяҡлы, йоророланып бөткән ҡойроҡло, төҙөк кәүҙәле матур күгәрсен. Һырты һәи елкәһе күкһел һоро. Муйынының ике яғында дүртәр нәҙек ҡара һыҙыҡ бар. Түше, муйынының алғы яғы ғыҙғылт һоро. Ҡанаттары ҡара таплы. Ҡойроғоноң ике яҡ ситенән осҡа ҡарай киңәйә барған һыҙыҡтар үтә. Башҡа күгәрсендәр менән бутау мөмкин түгел.

Тауышы яңғырауыҡлы: "гөрр-көгөрр"

Йылға буйҙарындағы һирәк ағаслыҡтарҙа йәшәй. Үлән орлоҡтары менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң таралған. Ояһын ағас баштарына ҡора. 2 бөртөк аҡ йомортҡаһы була Һирәкләп ите өсөн аулайҙар.

  1. Nesoenas mayeri: информация на сайте Красной книги МСОП  (инг.)