Бүтәгә
Бүтәгә, һолобаш | |||||||||||||||||||||
Festuca eskia. Общий вид растения | |||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||
Бүлендек таксондар | |||||||||||||||||||||
|
Бүтәгә, һолобаш (рус. овсяница, лат. Festuca) — ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек төрө.
Болондарҙа, урмандарҙа осрай. Ер шарының һалҡын, уртаса һәм субтропик климатлы бөтә өлкәләрендә, шулай уҡ тропиктарҙың таулы райондарында үҫә.
Синонимдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Синонимдар[2]:
- Amphigenes Janka
- Anatherum Nabelek
- Argillochloa W.A.Weber
- Bucetum Parn.
- Dielsiochloa Pilg.
- Drymochloa Holub
- Drymonaetes Fourr., nom. inval.
- Festucaria Heist. ex Fabr.
- Gnomonia Lunell
- Gramen E.H.L.Krause
- Helleria E.Fourn.
- Hellerochloa Rauschert
- Hesperochloa (Piper) Rydb.
- Laston Pau
- Leiopoa Ohwi
- Leucopoa Griseb.
- Lojaconoa Gand.
- Loliolum V.I.Krecz. & Bobrov
- Micropyrum (Gaudin) Link
- Nabelekia Roshev.
- Narduroides Rouy
- Pseudobromus K. Schum.
- Psilurus Trin.
- Schedonorus P.Beauv.
- Schoenodorus Roem. & Schult., orth. var.
- Vulpia C.C.Gmel.
- Wangenheimia Moench
- Wasatchia M.E.Jones
Таралыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]300‑ҙән ашыу төрө билдәле, ике ярымшарҙың тропик булмаған бүлкәттәрендә һәм тропик бүлкәт тауҙарында таралған. Башҡортостанда 9 төрө үҫә. Болон бүтәгәһе, валиссия бүтәгәһе (типсәк), ҡая бүтәгәһе, ҡыҙыл бүтәгә, ялған һарыҡ үтәгәһе республиканың бөтә биләмәһендә тиерлек таралған, эндемик Игошина бүтәгәһе, реликттар гигант бүтәгәһе һәм һонтор бүтәгә — тау болондарында һәм тау тундраһында, ҡамышүлән бүтәгә — һирәкләп Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында.
Ботаник яҙма
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оҙон йәки ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, 20—160 см бейеклектә. Япрағы ҡыяҡ, яҫы, буй бөкләнгән йәки төрөлгән, ҡытыршы, һирәгерәк шыма, төклө йәки төкһөҙ; япраҡ еңсәһе йомоҡ йәки бүленгән, йыш ҡына ҡолаҡлы, телсәһе ярылы. Башағы ян-яҡтан ҡыҫылған, 2—10 сәскәле. Башаҡ тәңкәһе тигеҙһеҙ, һиҙелер-һиҙелмәҫ киль менән. Аҫҡы сәскә тәңкәһе осло башлы йәки ҡылсыҡлы. Сәскәлеге — һепертке. Май—август сәскә ата. Емеше — бөртөксә. Болонда, ташлы битләүҙәрҙә, ҡаяла, далала, киң япраҡлы урманда һ.б. үҫә.
Төп элгәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Декоратив, мал аҙығы үҫемлектәре. Культурала болон Б. таралған. 1000 орлоғоноң ауырлығы 1,8—3,2 г. Ҡышҡа һәм ҡоролоҡҡа сыҙамлы үҫемлек. Иртә өлгөрөүе менән айырыла, 2 тапҡыр сабырға мөмкин. Сабылғандан һәм тапалғандан һуң да яҡшы үҫә. Йәшел мал аҙығы өсөн бер йыллыҡ үләндәр, аралыҡ һәм ужым иген культуралары. Иртә яҙ сәселә. Сәсеү нормаһы (кг/ га): рәт ысулы менән сәскәндә 14—16, киң рәтләп — 8—10, күмеү тәрәнлеге 1,5—1,8 см. Уңдырышлылығы (ц/ га): йәшел масса 150—180, бесән 40—50, орлоҡ 3,5—4,0; 100 кг йәшел массала 26,3 аҙыҡ берәмеге, 2,2 кг үҙләштерелеүсе протеин бар (Өфө тәжрибә-производство хужалығы, 1981—84).
Культуралы сабынлыҡ һәм көтөүлек булдырғанда үлән ҡатнашмаһында ҡулланыла. Бүтәгә агротехникаһын эшләү һәм сорттарын сығарыу буйынса фәнни тикшеренеүҙәр 20 быуаттың 50‑се йылдарынан башлап Башҡортостан ауыл хужалығы институтында(хәҙерге Башҡорт дәүләт аграр университеты) (Ғ. Ҡ. Зарипова, Р. С. Йәнекәев һ.б.) тарафынан алып барыла. Урал аръяғы дала зонаһында, Урал алды дала зонаһында һәм көньяҡ урман-дала зонаһында үҫтереүгә тәҡдим ителгән. Башҡортостан буйынса ҡулланылышҡа Моршанская 1304, Пензенская 1 сорттары индерелгән.
Таксономия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бүтәгәләр ырыуы Ҡыяҡлылар (башаҡлылар) (Poaceae) ғаиләһенә ҡарай аҫ рәт Ҡыяҡ сәскәлеләр (Poales).
тағы ла 17 ғаилә ( APG II системаһына ярашлы) | ||||||||||||
яҡынса 300 төр | ||||||||||||
тәртип Ҡыяҡ сәскәлеләр | ырыу Бүтәгә | |||||||||||
бүлек Сәскәлеләр, йәки ябыҡ орлоҡлолар | ғаилә Ҡыяҡлылар(башаҡлылар) | |||||||||||
тағы ла сәскәле үҫемлектәоҙең 44 тәртибе бар ( APG II системаһына ярашлы) |
тағы ла яҡынса 600 ырыу | |||||||||||
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Об условности отнесения описываемой в данной статье группы растений к классу однодольных см. раздел «Системы APG» статьи «Однодольные».
- ↑ По данным сайта GRIN (см. карточку растения).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кречетович В. И. и Бобров Е. Г. Род 179. Овсяница — Festuca. // Флора СССР. В 30-ти томах / Главный редактор акад. В. Л. Комаров; Редакторы тома Р. Ю. Рожевиц и Б. К. Шишкин. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1934. — Т. II. — С. 497-535. — 778 + XXXIII с. — 5175 экз.
- Цвелев Н. Н. Род 78. Овсяница — Festuca. // Злаки СССР / Отв. ред. Фёдоров А. А.. — Л.: Наука, 1976. — С. 382—418. — 788 с. — 2 900 экз.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бүтәгә, һолобаш — Башҡорт энциклопедияһы 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 10 июль 2017)
- Овсяница на сайте Плантариум 2011 йыл 5 июль архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 декабрь 2009)