Бер өлөшлөләр
Бер өлөшлөләр | |||||||||||
| |||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| |||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||
Liliopsida Batsch (1802) | |||||||||||
Отряд | |||||||||||
|
Цветок частухи обыкновенной (Alisma plantago-aquatica) крупным планом
|
Бер өлөшлөләр (лат. Liliopsida, Monocotyledones, Monocotyledoneae, ингл. monocots) — ябыҡ орлоҡло сәскәле үҫемлектәр типында 50 000 мең төрҙө берләштергән үҫемлектәр классы.
Бер өлөшлөләр класында 63 мең тирәһе төр үҫемлек билдәле. Уларҙы 104 ғаилә һәм 3000 тирәһе ырыуға төркөмләйҙәр. Сама менән сәскәле үҫемлектәрҙең 1/4 өлөшөн тәшкил итәләр.
Төркөмләү өсөн иң ауыр бирелгән класс үҫемлектәре булып торалар.
XX быуат аҙағында — XXI быуат башында систематик-ботаниктар элек ҡабул ителгән ғаиләләрҙе тарҡатып яңыларының һанын арттыра башланылар. Ләлә сәскәлеләр ғәиләһенән тиҫтәләгән ғәиләне айырып сығарҙылар инде.
Иң күп һанлы (899 ырыуҙы тәшкил иткән 27 801 төр үҫемлек) һәм төркөмләү өсөн иң ауыры булып Орхидеялар ғаиләһе тора. Шулай уҡ, Ҡыяҡлылар ғаиләһе 759 ырыуға ҡараған 11 554 төрҙө берләштерә.
Уларҙан ҡала күп һанлылар булып Күрәндәр (110 ырыу, 5784 төр), Ароидтар (117 ырыу, 3368 төр), Пальмалар (185 ырыу, 2522 төр) ғаиләләре тора.
Морфологик билдәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Берөлөшлөләрҙе айырып торған билдәләр:
- Бәбәге бер орлоҡ өлөшлө;
- Тамыр системаһы: 1) сығышы буйынса өҫтәлмә тамыр системаһы булып тора, 2)формаһы буйынса суҡ тамыр системаһына ҡарай;
- Үткәргес бәйләмдәре (проводящие пучки) һабаҡта һибелеп урынлашҡандар һәм камбий юҡ;
- Һабаҡтары —үлән (бик әҙҙәрендә генә ағасланған һабаҡ).Сөнки, камбий булмағас, йыуанлыҡҡа үҫә алмайҙар;
- Япраҡтары ябай, ситтәре бөтөн, күпселеге һапһыҙ, еңсәле (влагалищные)була. Япраҡ йәймәләре параллель йәки дуға һымаҡ һеңерсәле;
- Сәскә өлөштәренең һаны 3-кә бүленә.
Бер өлөшлөләрҙә орлоҡ яралғанда бер орлоҡ өлөшө үҫемлектең беренсе япрағы була.
Был классҡа кергән иң әһәмиәтле ғаиләләр — ләлә сәскәлеләр һәм ҡыяҡлылар.
Был ботаника буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |