Йомағара
Уҡыу көйләүҙәре
Йомағара | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Buteo lagopus Pontoppidan, 1763 | ||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 106003521 |
Йомағара, ҡар һары, тау һары (рус. мохноногий канюк )(лат. Buteo lagopus)- ҡарсығалар ғаиләһендәге йыртҡыс ҡош.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарғанан ҙурыраҡ. Ҡанаттарыняй ғына һелтәп, ауыр оса. һауала бер урында туҡтап «бейей», йыш ҡына айырым торған ағас, бағана йәки кә¬бән башына ҡуна. һырты ҡара-һоро, ҡара таптар менән сыбарланған. Ҡорһағы ҡара. Түше буй-буй һыҙыҡлы һарғылт аҡ. һарҙан ҙурыраҡ булыуы, ҡара ҡорһағы һәм йөнлө аяҡтары менән айырыла.
Тауышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауышы көслө: «ҡйяу-ҡйяу-ҡйяу» (күптәр уның тауышын бесәй мыяулауына оҡшата).
Йәшәү рәүеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урманда, тундрала йәшәй. Ваҡ кимереүселәр һәм ҡоштар менән туҡлана. Күсмә ҡош. һирәк осрай. Беҙҙә иртә яҙ, көҙ көндәрендә генә күренә. Беҙҙең яҡтарҙа оя ҡормай. Зарарлы кимереүселәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]{{|de}}