Эстәлеккә күсергә

Һарҙар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һарҙар
Һарҙар
Һар
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Ыласындар
Ғаилә: Ҡарсығалар
Суб-ғаилә: Һарҙар
Ырыу: Һарҙар
Латинса исеме
Buteo Lacepede, 1799
ITIS 175349
NCBI 30396

Һарҙар (лат. Buteo, (рус. Настоя́щие канюки́) — ҡарсығалар ғаиләһендәге йыртҡыс ҡоштар; ваҡ кимереүселәрҙе күпләп ҡырыуы арҡаһында ауыл хужалығы өсөн файҙалы булған көндөҙгө йыртҡыс ҡоштар[1].

25 төрө билдәле, Европа, Азия, Африка һәм Америкала таралғандар. күсмә ҡоштар. Ябай һарҙар ҡатнаш яҡты урмандарҙа йәшәй. Кәүҙә оҙонлоғо 50 см-ға ҡәҙәр, ата ҡоштоң ауырлығы 600—800 г, инә ҡоштоҡо — 800-1200 г. Ҡанаттары киң, сағыштырмаса ҡыҫҡа. Ҡойроғо ҡыҫҡа, түңәрәкләнгән. Ҡаурый ҡапламының өҫкө өлөшө ҡара ҡоңғорт, аҫты ҡыҙғылт-көрән. Яҙын, апрельдең икенсе яртыһында осоп килә. Ояны ағастарҙа яһай.

Ҡыҙыл ҡанатлы һар (Buteo jamaicensis) ҡыр сысҡанан кимерә

Ҡоңғорт таплы 2—3 йәшкелт аҡ йомортҡа һала. Йөнтәҫ аяҡлы һарҙар октябрьҙә килә һәм декабрьгә ҡәҙәр тотҡарлана, һайһы ваҡыт ҡышларға ла мөмкин. Ата ҡоштоң ауырлығы 850 г, инә ҡоштоҡо 1100 г тирәһе. Арҡаһы ҡара-ҡоңғорт, ҡаурыйҙары һоро ҡуныҡлы. Күкрәгендә тамсы һымаҡ тимгелдәре бар. Ҡанаттары киң. Ҡойроғо асыҡ төҫтә, түңәрәкләнгән. Төп айырымлыҡ билдәһе аяҡтарының шүре өлөшөнөң бармаҡтарға ҡәҙәр тейәрлек йөнләнгән булуыуы. Ояны ерҙә, һайһы ваҡыт ағастарҙа яһай. Ҡыҙғылт-һары таплы 2—7 аҡ йомортҡа һала. Тау ҡарсығаһы - осраҡлы осоп килеүсе төр. Ҡаурый ҡапламы сыбар. Кәүҙә оҙонлоғо 65 см-ға ҡәҙәр, ауырлығы 1000 г-ға ҡәҙәр. Балсыҡлы текә ярҙарҙа, ағастарҙа оялый. Барлыҡ төрҙәре лә сысҡан һымаҡ кимереүселәр, ғөмүмән алғанда, ҡыр сысҡандары, шулай уҡ ер сысҡандары, һуҡыр сысҡандар, һирәк кенә ҡоштар (миләш сыпсыҡтары, ваҡ сыпсыҡтар) менән туҡланалар.

  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)