Алатаубала (һырт)
| Алатаубала | |
|---|---|
| Характеристики | |
| Оҙонлоғо | 12 км |
| Киңлеге | 3 км |
| Бейек нөктәләре | |
| Иң бейек түбәһе | Абараш-Баш |
| Абсолют бейеклеге | 548 м |
| Урынлашыуы | |
| 54°32′15″ с. ш. 56°58′43″ в. д.HGЯO | |
| Ил | |
| РФ субъекты | Башҡортостан |
| Тау системаһы | Урал тауҙары |
Алатаубала — тау һырты, Алатау һырты армыты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә, Ишембай районында урынлашҡан.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишембай районы буйлап Үрек йылғаһының үрге ағымынан Ҡолғона ауылына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 12 км, киңлеге 3 км тиклем, абсолют бейеклеге 548 м ашыу. Алатауайыры һәм Ҡалыуайыры йылғалары (Еҙем йылға бассейны) һыу айырғысы булып тора. Өҫкө рифейҙың инйәр һәм минйәр свиталары эзбизташтары, ҡомташтары, алевролиттары, һәүерташтары, доломиттарынан тора. Өҫтө (ландшафт) һоро урман тупрағындағы ҡайын-уҫаҡ-ҡарағай һәм йүкә-имән-ҡарағай урманы менән ҡапланған.
Топонимика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атама кесе алатау тигәндән килеп сыҡҡан.Бала термины икенсе төрлө бәләкәй тигән мәғәнәлә йөрөй.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]И.М.Япаров, Тәржемәсе И.М.Япаров. / Алатаубала (һырт) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
| Был Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |