Эстәлеккә күсергә

Һары мәтрүшкә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һары мәтрүшкә
Һары мәтрүшкә
Һары мәтрүшкә.
Сәскә атыусы үҫемлектең дөйөм күренеше.
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Ике өлөшлөләр
Тәртип: Мальпиг сәскәлеләр
Ғаилә: Һары мәтрүшкәләр
Ырыу: Hypericum
Төр: Һары мәтрүшкә
Латинса исеме
Hypericum perforatum L. (1753)
ITIS 21454
NCBI 65561

Һары мәтрүшкә (рус.  Зверобо́й продыря́вленный, Зверобо́й обыкнове́нный, лат. Hypéricum perforátum) — күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 30-100 см. Июндән алып авгусҡа тиклем һары сәскә ата, июнь-сентябрҙә орлоғо өлгөрә.

Европала Атлантик океандан алып Себер, Монголия, Ҡытайға тиклем таралған. Төньяҡ Африкала осрай. Күсерелгән үҫемлек булараҡ Яңы Зеландия, Япония, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала үҫә. Үҫемлек урман ситендә, туғайҙарҙа, урман яландарҙа үҫә. Башҡортостанда киң таралған, бигерәк тә Көньяҡ Уралда күпләп осрай.


Һары мәтрүшкә О. В. Томе, «Flora von Deutschland, Österreich und der Schweiz», 1885 китабынан ботаник иллюстрация


Дауалау үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дауаға ярағаны борондан билдәле.

Дарыуға уның япрағы ваҡ ҡына тишеклеһен ҡулланалар. Уның составында дуплау матдәләре, эфир майы, β-ситостерин, тритерпен (сапонин), С витамины , E, флавоноид (гиперозид, рутин), антрахинон, макро- һәм микроэлемент һәм башҡа биологик актив матдәләр, гиперицин буяу матдәһе бар.

Төнәтмәһен, настойкаһын ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын, бауыр һәм үт ҡыуығын дауалағанда ҡулланлар, тамаҡ шешкәндә һарҡынтыһы менән сайҡаталар. Бөйөр, артрит, радикулит булғанда ла ҡулланалар. Ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙары, балаларҙа диатез булғанда файҙаһы тейә. Үпкә туберкулеҙы булғанда ыңғай йоғонтоһо күҙәтелә. Халыҡ медицинаһында башҡа бик күп сирҙәргә ҡаршы ла файҙаланалар.

Һары мәтрүшкәне башҡа төр дарыуҙар эскәндә бик һаҡ ҡулланырға кәрәк. Беренсе сиратта иммуносупрессанттар менән бер ваҡытта эсеү тыйыла.

  • Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. − 160 б. — ISBN 5-295-01499-1
  • Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 904. Hypericum perforatum L. — Зверобой продырявленный // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2003. — Т. 2. Покрытосеменные (двудольные: раздельнолепестные). — С. 559. — ISBN 9-87317-128-9.