Популяция

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Популяция
Ҡайҙа өйрәнелә популяционная биология[d]

Популяция (лат. populatio — халыҡ) — үҙ-ара иркен ҡауыша алған бер үк төр заттарының ареалдың билдәле бер өлөшөндә шул уҡ төр заттарының башҡа йыйылмаларынан оҙаҡ ваҡыт сағыштырмаса айырым йәшәй алған йыйылмалары.

Термин тәү башлап фәнгә 1903 йылда Дания биологы, Института физиологии растений Копенгаген университетының Үҫемлектәр физиологияһы институты профессоры, Швеция фәндәр Академияһы ағзаһы Вильгельм Иогансен тарафынан тәҡдим ителә. Бөгөнгө көндә был термин биологияның, экологияның, демографияның, медицинаның һәм психометриканың төрлө бүлектәрендә ҡулланыла.

Популяция — төрҙөң тәбиғәттә йәшәү формаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һәр төрҙөң заттары ареал эсендә тигеҙһеҙ, утрау-утрау булып таралған. Йәғни заттар йыш урынлашҡан ерҙәр һирәк урынлашҡандары менән алмашына.

Көнбайыш Себерҙең урманлы далаларында ҡайын өйкөм-өйкөм сауҡалыҡтар булып таралған. Илебеҙҙең Европа өлөшөндәге һыҙатта ҡайын ағастары ҡуйы булып үҫә.

1 км2 саф ҡайын урманында меңдәрсә ҡайын үҫһә, ҡатнаш урмандарҙа бер нисә йөҙ самаһы ғына була. Бындай ҡатнаш урмандар 1 км2 майҙанда ҡайындар берәм-һәрәм генә осраған болондар менән алмашына.

Бер үк төр заттарының ареалда тигеҙ таралмауы уның төрлө урындарындағы тереклек итеү шарттарының (микроклимат, аҙыҡ объекттары, тупраҡ, башҡа төрҙәр һәм башҡа сәбәптәр) айырмалыҡтары менән бәйләнгән.

Тереклек итеүҙәре ағас үҫемлектәренә бәйле төрҙәр ареалдарҙа урманлы майҙандарҙы биләп тора. Европа һуҡыр сысҡаны колониялары урман ситтәрендә, болондарҙа осрай, саға торған кесерткән йырындарҙа, йәшелсә баҡсаларында, юл буйҙарында үҫә.

Ҡайһы ғына төр заттарын алып ҡарамайыҡ, улар берәмләп түгел, ә төркөм-төркөм булып йәшәй. Оҙаҡ ваҡыт бергә йәшәү һөҙөмтәһендә был төркөмдәрҙәге заттар араһында ҡатмарлы мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килгән.

Популяция — төрҙөң йәшәү формаһының иң ябай структураһы.

Заттарҙы бер популяцияға нимә берләштерә һүң[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иң төп берләштереүсе фактор — уларҙың бер-береһе менән иркен ҡауыша алыуы. Бер популяция заттары араһында бөтә булған үҙсәнлектәре һәм билдәләре буйынса оҡшашлыҡ шул уҡ төрҙөң күрше популяциялар заттарына ҡарағанда күберәк була. Бер популяция заттары араһында төрлө енес заттарының осрашып ҡауышыу мөмкинлеге күрше популяция заттары менән булғанға ҡарағанда байтаҡҡа ҙур.

Популяцияларҙың ҡатнашып китеүенә төрлө ҡаршылыҡтар ҡамасаулай[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1.Географик ҡаршылыҡтартауҙар, йылғалар, диңгеҙҙәр, климат, тупраҡ;

2.Биологик ҡаршылыҡтар:

Хайуандарҙың:

-енес аппараты төҙөлөшөндәге,

-ҡауышыу һәм оялау ваҡытындағы,

-өң һәм оя ҡороу инстинктындағы,

-ҡауышыу осоронда үҙҙәрен тотоуындағы ҡайһы бер айырмальптар;

Үҫемлектәрҙә:

-сәскә атыу,

-һеркәләнеү осорондағы,

-һеркәләрҙең өлгөрөп етеү тиҙлегендәге,

-һеркәләндереүсе бөжәктәр менән мөнәсәбәтендәге айырмалыҡтар.

Популяциялар тураһында бөтә әйтелгәндәр башлыса ике енесле хайуандарға һәм ситтән һеркәләнеүсе үҫемлектәргә ҡағыла.

Бер төрҙөң популяциялары араһындағы айырмалыҡтар түбәндәге миҫалда асыҡ күренә. Киң таралған ябай алабуға балығы төрө ҙур күлдәрҙә ике популяция барлыҡҡа килтерә.

Бер популяция яр тирәһендә генә йәшәй, заттары ваҡ хайуандар менән туҡлана, әкрен үҫә. Популяцияларҙың икенсеһе тәрәндә тереклек итә, балыҡ һәм уның ыуылдырыҡтары менән туҡлана, тиҙ үҫә.

Популяцияларҙа һәр ваҡыт нәҫелдән килгән үҙгәреүҙәр булып тора. Ҡауышыу һөҙөмтәһендә улар популяция буйынса тарала һәм уны байыта, популяцияла айырмалыҡтар барлыҡҡа килә.

Популяцияла һәр ваҡыт йәшәү өсөн көрәш һәм тәбиғи һайланыш бара, һәм шул арҡала ошо шарттарҙа файҙалы үҙгәрештәре булған быуындар ғына үлмәй тороп ҡала һәм тоҡом ҡалдыра.

Популяция —эволюция берәмеге лә булып тора.

Эволюция һәм экология күҙлегенән популяция[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге эволюцион тәғлимәттәрҙә (мәҫ,Эволюцияның синтетик тәғлимәтендә ) популяция микроэволюция процессының элементар берәмеге итеп ҡарала.

Популяция — популяцион генетиканың төп өйрәнеү объекты.

Йәғни, популяция:

-бер төр заттары йыйылмаһы,

-уртаҡ генофондҡа эйә,

- төр заттарының һанын тотороҡло арттырыу һәләтенә эйә (енси, панмиксия аша, енси булмаған юл менән дә),

-төр эсендәге башҡа төркөмдәрҙән (популяцияларҙан) сағыштырмаса айырымланған (географик һәм репродуктив кәртәләр менән) һәм гендар менән алмашыныу сикләнгән бер төр йәки төрсәнең эсендәге заттар йыйылмаһы.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Дөйөм биология. Урта мәктәптең 10— 11 синыфтары өсөн дәреслек/Ю . И. Полянский, А. Д. Браун, Н. М. Верзилин һ. б.;

Ю. И. Полянский редакцияһында.— 20-нсе баҫманан тәржемә.— Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1996.— һүрәттәре менән 292 бит. Тәржемәсеһе: С. И. ЙӘНТҮРИН, биология фәндәре кандидаты ISBN 5-295-01897-0

  • Популяция // Биологический энциклопедический словарь / Гл. ред. Гиляров, Меркурий Сергеевич. — М.: Советская энциклопедия, 1986. — С. 499-500.
  • Тимофеев-Ресовский, Николай Владимирович, Яблоков, Алексей Владимирович, Глотов, Николай Васильевич. Очерк учения о популяции / Институт биологии развития АН СССР. — М.: Наука, 1973. — 280 с. — 5300 экз.