Эстәлеккә күсергә

Копенгаген университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Копенгаген университеты
Исеме

Københavns Universitet

Халыҡ-ара исеме

The University of Copenhagen

Асылған йылы

1479

Ректор

Рудольф Штайнберг

Урынлашыуы

Копенгаген, Дания Дания

Сайт

[1]

Копенгаген университетыДанияла иң боронғо университеттарының береһе һәм иң ҙур уҡыу-тикшеренеү учреждениеһы. 1479 йылда король Кристиан I тарафынан нигеҙләнгән. Башта тик руханиҙар факультеты ғына эшләгән. 1736 йылда юридик факультет булдырылған (1848 йылда уң киңәйтелгән һәм дәүләт хоҡуҡи атамаһын алған). 1788 йылда фәлсәфә һәм медицина факультеттары, ә 1850 йылда тәбиғи-математик факультеты ойошторолған.[1]

TIME журналының уҡыу йорттарын күҙәтеүенә ярашлы, Копенгаген университеты донъяла 66-сы һәм Европала 20-се урында биләй. Шулай уҡ уның буйынса, Гуманитар факультеты донъяла 18-сы урында тора, ә ижтимағи фәндәр факультеты үҙ өлкәһендәге 50 иң яҡшы факультеттар иҫәбенә ингән. Университетта яҡынса 100 төрлө институттар, факультеттар, лабораториялар, уҡыу үҙәктәре һәм музейҙар бар.

Дания короле Кристиан I Рим папаһы Сикст IV-нән ризалыҡ алғандан һуң, Копенгаген университеты рәсми рәүештә 1479 йылдың 1 июнендә асылған.

Немец университеттарының өлгөһө буйынса ойоштороған университет дүрт факультеттан торған: руханиҙар факультеты, юридик факультет, шулай уҡ медицина һәм фәлсәфә факультеттары. Барлыҡ башҡа урта быуат университеттары кеүек, Копенгаген университеты Рим-католик сиркәүенең бөр өлөшө булған.

1536 йылғы Реформация Дания йәмғиәтендәге университеттың хәлендә һәм ролендә радикаль үҙгәреүҙе аңлатҡан. Әммә ойоштороу ҡарашы яғынан университет урта быуат моделе өлгөһө буйынса ҡорлған уҡыу йорто булып ҡалырға тейеш булған, ул университеттың эшмәкәрлеген алыҫ киләсәккә планлаштырған. Һәм тик 1771 йылда университет үҙенең юрисдикцияһын юғалтҡан. Ә XX быуаттың икенсе яртыһында «профессор власы» тип аталған нимә тамам юҡҡа сыҡҡан.

1479 йылдан 2004 йылға тиклем университет менән ректор һәм консистория етәкселек иткән. 2004/2005 йылдарҙа университет менән идара итеү принциптарында ҙур үҙгәрештәр булған, һәм консистория Идарасылар советы менән алмаштырылған.

1788 йылда ҡабул ителгән устав университеттың эшмәкәрлек даирәһен билдәләгән, шулай итеп ул әкренләп классик Европа университетынан хәҙерге заман фәнни-тикшеренеү учреждениеһына әйләнеүенә булышлыҡ иткән.

1788 йылда университетта яҡынса 20 даими уҡытыусыла һәм 1000 студент иҫәпләнгән. 1900 йылға ҡарай уҡыу йортонда 60 уҡытыусы эшләгән һәм 4000 студент белем алған. XXI быуат башында университетта 35000 студент һәм 7 меңдән ашыу уҡытыусылар һәм хеҙмәткәрҙәр иҫәпәләнә, был Данияла иң ҙур күрһәткес булып тора.

Университеттың алты факультеты студенттарға 200 программа буйынса буҡыу тәҡдим итә, улар иҫәбенә гуманитар фәндәр, юриспруденция, тәбиғи фәндәр, һаулыҡ һаҡлау һәм теология керә.

Копенгаген университеты күп төрлө өлкәләрҙә ғалим дәрәжәһен алыу өсөн уҡыу тәҡдим итә. Дәрәжәне алыу процессы өс кимәлгә бүленгән. База университет курсы буйынса 3 йыл уҡығандан һуң студент бакалавр дәрәжәһен ала, ә тағы 2 өҫтәмә уҡыу йылынан һуң магистра дәрәжәһенә эйә була. Был моделдән тик теология, медицина һәм теш дауалау эше өлкәләрендә уҡыу дәрәжәһен алыу процессы ғына айырыла. Копенгаген университетында алынған барлыҡ магистрҙар дәрәжәһе, уҡыусыларға университетта йәнә 3 йыл уҡып доктор дәрәжәһен алырға мөмкинлек бирә.

Сит ил студенттары өсөн университет шулай уҡ күп төрлө курстарҙы тәҡдим итә, уларҙа уҡыу инглиз телендә алып барыла.

Факультеттары һәм уҡыу үҙәктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Түңәрәк башня — XVII быуат уртаһында король Кристиан IV-нең күрһәтеүе буйынса Троицк сиркәүе мәхәлләһендә университет өсөн төҙөлгән биналарҙың береһе
  • Теология факультеты
  • Юридик факультет
  • Ижтимағи фәндәр факультеты
  • Кеше һаулығы тураһында фән факультеты
  • Гуманитар факультет
  • Тәбиғи фәндәр факультеты

Айырым әйткәндә, тәбиғи фәндәр факультеты үҙенә артабанғы бүлектәрҙе һәм уҡыу үҙәктәрен индерә:

Бүлектәр:
  • Арктик станция
  • Химия бүлеге
  • Иҫәпләү машиналары һәм системалары теорияһы бүлеге
  • Геология институты
  • Биология институты
  • Физкультура институты
  • География институты
  • Математик фәндәр институты
  • Молекуляр биология һәм физиология институты
  • Дания тәбиғи тарих музейы:
    • Ботаника баҡсаһы
    • Ботаника музейы
    • Геология музейы
    • Зоология музейы
  • Нильс Бор институты (Төоретик астрономия, физика һәм геофизика институты)
Үҙәктәр:
  • Биоинформатика үҙәге
  • Планетар фәндәр үҙәге
  • Тәбиғәт һәм фәнни тикшеренеүҙәр фәлсәфәһе үҙәге (CPNSS)
  • Фәнни белем үҙәге
  • Ижтимағи эволюция һәм симбиоз үҙәге
  • Нанофәндәр үҙәге


  1. Копенгагенский университет // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.