Пекин университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пекин университеты
(БэйДа)
Исеме

北京大学

Халыҡ-ара исеме

Peking University

Асылған йылы

1898

Тип

дәүләттеке

Ректор

Чжоу Цифэн

Бакалавриат

15 128

Аспирантура

15 039

Уҡытыусылар

4 206

Урынлашыуы

Пекин, Ҡытай

Сайт

http://www.pku.edu.cn

Пеки́н университе́ты (Ҡытай Халыҡ Республикаһы), шулай уҡ ҡыҫҡартылған «Бэйда» исеме аҫтында билдәле 北大 — Ҡытайҙың 1898 йылда нигеҙ һалынған бик ҙур университеты, донъяның иң боронғо юғары уҡыу йорттарының береһе.

Төҙөлөү тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пекин университетына Ҡытайҙың баш ҡалаһы Пекинда 1898 йылдың декабрендә, Ҡытайҙың һуңғы императорынан алдағы Гуансюйҙың «Йөҙ көн реформалар» тип аталған уртасыл ижтимағи-мәҙәни үҙгәртеп ҡороу хәрәкәте ваҡытында, нигеҙ һалына. Башта юғары уҡыу йорто «Баш ҡала уҡытыусылар палаталары» тип атала (ҡыт. 京师大学堂) һәм ике бүлектән тора: «Хеҙмәткәрҙәр һәм өйрәнеүселәр учреждениеһы» (仕学馆) һәм «Өйрәтеүселәр учреждениеһы» (师范馆). Икенсе бүлектән аҙаҡ килеп Пекин педагогия университеты үҫеп сыға, ә беренсеһе 1912 йылда, Синьхай революцияһынан һуң Ҡытай Республикаһы иғлан ителгәс, Пекин университеты булып китә.

Ҡытайҙың мөһим юғары уҡыу йортонда хәл иткес һәм иң әһәмиәтле үҙгәрештәр осорон билдәле ғалим Цай Юаньпэй менән бәйләйҙәр. Ул 1917 йылда университет башлығы вазифаһына тәғәйенләнә. Уның етәкселеге осоронда 14 һөнәр буйынса яңы бүлек асыла, ҡатын-ҡыҙҙар уҡый башлай. Уҡытыусылар вазифаһына илдең иң яҡшы белгестәре һәм ғалимдары, шулар иҫәбендә буласаҡ Ҡытай Коммунистар партияһына нигеҙ һалыусылар Ли Дачжао һәм Чэнь Дусю, Ху Ши һәм башҡалар, тәғәйенләнә.

Икенсе ҡытай-япон һуғышы ваҡытында Пекин университеты Куньмингә, илдең көньяғындағы Юньнань провинцияһының административ үҙәгенә, күсерелә. Унда студенттәр һәм уҡытыусылар тырышлығы менән үҙаллы уҡыу йорто — Милли көньяҡ-көнбайыш университеты асыла.

Пекин университеты кире баш ҡалаға күскәс, бер нисә сит институт уның менән берләшә. Бынан һуң ул «урындыҡы» булыуҙан туҡтай һәм дөйөм милли әһәмиәт ала. Уҡытыу сәнғәт, фәнни-техник, хоҡуҡи, медицина, инженер һәм ауыл хужалығы йүнәлештәре буйынса алып барыла башлай. Шулай уҡ гуманитар фәндәрҙең эҙләнеү институты була. 1946 йылда студенттарҙың дөйөм һаны өс меңгә етә.

Егерменсе быуаттың 50-се йылдарынан алып 1990-сы йылдар аҙағына тиклем Пекин университеты даими үҫә һәм киңәйә. 2000 йылда уға эре Медицина институты ҡушыла, ул Пекин университеты янындағы һаулыҡ Колледжы булып китә.

Хәҙерге торошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дмитрий Медведев Пекин университеты студенттары менән, 2008

Бөгөн Бэйда — Ҡытай Халыҡ Республикаһының иң мөһим юғары уҡыу йорто. Уның структураһы 30 колледжды һәм 12 факультетты үҙ эсенә ала. 93 бакалавр, 199 магистр һәм 173 Фән докторы ғилми дәрәжәләге һөнәрҙәр буйынса уҡытыу алып барыла. Университет янындағы 216 фәнни-эҙләнеү институты, ике инженер фәнни үҙәге дөйөм милли статусына эйә. Урындағы китапханала һигеҙ миллиондан артыҡ китап, ун меңдән артыҡ атамалы ҡытай һәм сит ил журналы бар. Китап һаҡлағыс һәм уҡыу залдарының дөйөм майҙаны 50 мең квадрат метрҙан арта. Был — Азиялағы иң ҙур китапхана.

Профессорҙар, докторанттарҙың фәнни етәкселәре, Ҡытайҙың Фән академияһы, инженер-техник Фәндәр академияһы академиктары һәм студенттарының (улар бында 35 меңдән артыҡ) һаны буйынса Пекин университеты илдә беренсе урынды биләй.

Шулай уҡ бында бик күп сит ил студенттары уҡый. Кампуста һәр ваҡыт ике мең тирәһе сит ил кешеһе урынлаштырыла. Уларҙың 40 проценты — корейҙар, ҡалған 60 проценты Европа, Төньяҡ Америка, Австралия һәм Азия илдәренән. Университет тормошоноң характерлы һыҙаттарының береһе булып төрлө студент ойошмаларының (фәнни, техник, мәҙәни һәм спорт) эшмәкәрлеге тора. Университетта бындай ойошмалар һаны йөҙҙән артыҡ.

1994 йылда Ҡытай иҡтисади эҙләнеүҙәр үҙәге — Пекин университетының бүлексәһе булдырыла.

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1998 йылда табылған эре астероидтың 7072 Beijingdaxue («Пекин университеты») исеме — ҡытай астрономдарының Ҡытай Халыҡ Республикаһы төп юғары уҡыу йортоноң йөҙ йыллығына бүләге.
  • Пекин университеты Пекиндың төньяҡ-көнбайышында, Хайдяньдың «юғары уҡыу йорттар» районында урынлашҡан. Кампус донъяла иң матур урындарҙың береһе һанала. Ул элекке император Цинь династияһы баҡсаһы территорияһын биләй, традицион ҡытай пейзажы һәм күп һандағы боронғо биналар менән уратып алынған.
  • Юғары уҡыу йорто, донъяның иң яҡшы уҡытыу сифаты булған иң заманса институттарын берләштергән Universitas 21 халыҡ-ара селтәрендә ҡатнаша. Университеттың яҡындағы ун йыллыҡҡа планы — планетаның иң яҡшы университеттары араһында төп урындарҙың береһен биләү.
  • Абруйлы инглиз гәзеите The Times рейтингы буйынса, Пекин университеты белем биреү сифаты буйынса Азияла беренсе урынды һәм донъяла 45-се урынды биләй.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]