Австралия милли университеты
Австралия милли университеты (ANU) | |
Исеме |
The Australian National University |
---|---|
Девиз |
лат. Naturam Primum Cognoscere Rerum |
Асылған йылы |
1947 |
Тип |
Дәүләт |
Ректор |
Брайан Шмидт |
Студенттар |
14 757 |
Бакалавриат |
10 231 |
Магистратура |
8 283 |
Аспирантура |
4 382 |
Уҡытыусылар |
1 599 |
Урынлашыуы | |
Сайт |
Австралия милли университеты (ингл. The Australian National University, ANU) — Канберрала (Австралия) урынлашҡан дәүләт университеты. 1946 йылдың 1 авгусында ойошторолған. Башта тикшеренеүҙәр эшендә махсуслашҡан. 1960 йылда Канберра университет колледжы менән берләшкән һәм шулай уҡ юғары белемдә бирә башлаған.
Австралия милли университеты — илдең иң алдынғы университеттарының береһе, ул Австралияның 8 алдынғы дәүләт университеттарының берләшмәһенә — «Һигеҙ төркөмөнә» керә. 2017 йылдың мәғлүмәттәренә ярашлы университетта 25 меңдән ашыу студент белем алған[1]. «U.S. News & World Report» нәшриәтенең рейтингыһы буйынса, 2018 уҡыу йылында донъя рейтингыһында университет 59-сы һәм Австралия университеттары араһында 4-се баҫҡысты биләгән[2]. Ә 2006 йылда шул уҡ нәшриәт тарафынан университет Австралияның и яҡшы юғары уҡыу йорто тип иҫәпләнгән[3].
Австралия милли университеты донъяның алдынғы тикшеренеүҙәр университеттарының береһе булып тора. считается одним из ведущих мировых исследовательских университетов. 2019 йылғы QS World University рейтинг буйынса ул Австралия һәм бөтә Океанияла 1-се урында һәм донъяла 24-се урынды биләй[4], 2019 йылғы Times Higher Education рейтингыһына ярашлы донъяла 49-сы (Австралияла 2-се) урында булған[5]. Университет бигерәктә сәнғәт һәм социаль фәндәр өлкәһендә үҙенең программалары менән билдәле һәм донъяла бер нисә дисциплина, шул иҫәптән сәйәсәт һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр, социаль сәйәсәт һәм география буйынса иң яҡшыларының береһе булып тора[6].
Университет ҡарамағында Астрономия һәм астрофизика тикшеренеүҙәр мәктәбе эшләй, уның нигеҙендә Австралия ҡитғаһындағы иң ҙур обсерватория — Сайдинг-Спринг обсерваторияһы төҙөлгән.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Австралия милли университеты премьер-министр Бен Чифли һәм һуғыштан һуңғы реконструкциялау министры Джон Дедмэндың Федераль парламентҡа индергән закон нигеҙендә булдырылған. Закон 1946 йылдың 1 авгусында оппозицияның лидеры Роберт Мензистың хуплауы менән ҡабул ителгән. Австралия милли университеты федераль закон нигеҙендә ойошторолған Австралияның берҙән-бер юғары уҡыу йорто булып ҡала.[7]
Башта был аспиранттар өсөн тикшеренеүҙәр университеты булған. 1960 йылда Австралия милли университетына Канберра университет колледжы ҡушылған, ул 1929 йылда Мельбурн университетының кампусы булараҡ нигеҙләнгән һәм студенттарҙы уҡыта башлаған[8]. 2012 йылда университет фонды 1,13 млрд австралия доллары тәшкил иткән[9].
Австралия милли университеты күтәрелеүендә ҡатнашҡан Австралияның күренекле ғалимдары төркөмөнә артабанғылар ингән: радарҙар үҫтереүҙә һәм ядро физикаһы өлкәһендәге лидер сэр Марк Олифант; пенициллин асыуҙа ҡатнашҡан сэр Хоуард Уолтер Флори; күренекле тарихсы сэр Кейт Хэнкок; билдәле иҡтисадсы һәм йәмәғәт эшмәкәре Херберт Кумбс.[10]
Академик ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Австралия милли университеты үҙенә 7 колледж һәм Алдынғы тикшеренеүҙәр институты индергән. Колледждар бакалаврҙар, магистрҙар һәм тикшеренеүҙәр эшмәкәрлеген әҙерләүҙе тормошҡа ашыра. Алдынғы тикшеренеүҙәр институты тик тикшеренеүҙәр эшендә һәм магистрҙар әҙерләүҙә махсуслашҡан һәм 9 тикшеренеүҙәр мәктәбенән һәм тикшеренеү үҙәгенән тора.
Колледждар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сәнғәт һәм социаль фәндәр колледжы
- Азия һәм Тымыҡ океан төбәге колледжы
- Бизнес һәм иҡтисад колледжы
- Инженер һәм компьютер фәндәре колледжы
- Хоҡуҡ колледжы
- Медиуина, биология һәм тирә-яҡ мөхит колледжы
- Физик һәм математик фәндәр колледжы
Тикшеренеүҙәр мәктәптәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Астрономия һәм астрофизика тикшеренеүҙәр мәктәбе
- Биология фәндәренең тикшеренеүҙәр мәктәбе
- Химия тикшеренеүҙәр мәктәбе
- Ер тураһында фәненең тикшеренеүҙәр мәктәбе
- Информацион фәндәр һәм инжиринг тикшеренеүҙәр мәктәбе
- Тымыҡ океан һәм Азия тикшеренеүҙәр мәктәбе
- Физик һәм инженер фәндәренең тикшеренеүҙәр мәктәбе
- Социаль фәндәр тикшеренеүҙәр мәктәбе
- Джон Кертин медицина тикшеренеүҙәр мәктәбе
- Тәбиғи ресурстар һәм тирә-яҡ мөхит тикшеренеүҙәр үҙәге
Кампусы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Университеттың төп кампусы Канберраның бөтә тиерлек Эктон районын биләй, уның майҙаны — 1,45 км². Университеттың төп биналары:
- Брюс залы
- Урсула залы
- Феннер залы
- Бургмэн колледжы
- Джон XXIII колледжы
- Бёртон һәм Гэррэн залф
- Тоад залы
- Университет йорто
- Тамамлаусылар йорто
Феннер залы кампус аръяғында күрше Брэддон районында Норфборн авенюһфнда урынлашҡан.
Астрономия һәм астрофизика тикшеренеүҙәр мәктәбе шулай уҡ төп кампусттан ситтә Канберраның көньяғында Вестон Крик округы тирәһендә Стромло тауындағы обсерваторияла урынлашҡан. Шулай уҡ мәктәп Яңы Көньяҡ Уэльс штатының Кунабарабран ҡала тирәһендә Сайдинг-Спринг обсерваторияһына эйә. Был обсерватория 2003 йылғы урман янғындарында Стромло тауындағы обсерватория юҡ ителгәндән һуң берҙән-бер юулып ҡалған. Университеттың шулай уҡ Яңы Көньяҡ Уэльс штатының көньяҡ яр буйындағы Киолоа кампусы һәм Төньяҡ территорияларҙың Дарвин ҡалаһындағы Төньяҡ Австралия тикшерене-ҙәр подразделениеһы бар.
Билдәле тамамлаусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кевин Радд, Австралияның элекке премьер-министры.
Ғалимдар:
- Мэннинг Кларк (тарих)
- Барт Бок (астрономия)
- Хана Ньюмэн (математика).
Нобель премияһы лауреаттары:
- Сэр Хоуард Уолтер Флори (һуңыраҡ — лорд Флори), 1945 йылда бүләкләнгән. Лорд Флори университеттың тәүге академик кәңәшсеһе һәм 1965—1968 йылдарҙа уның ректоры булған.
- Профессор Джон Экклес 1963 йылда медицина өлкәһендә һөтимәрҙәрҙең үҙәк нервы системаһы аспектары буйынса эше өсөн бүләкләнгән.
- Профессор Харсэйни 1994 йылда иҡтисад өлкәһендә иҡтисади анализдың яңы ҡоралын асҡан уйын теорияһы эше өсөн бүәләкләнгән. Профессор Харсэйни 1958—1961 йылдарҙа университетта иҡтисадты уҡытҡан һәм был осорҙа үҙенең уйын теорияһы буйынса иртә тикшеренеүҙәренең ҡайһы берҙәрен тамамлаған.
- Профессор Рольф Цинкернагель һәм профессор Петер Дохерти 1996 йылда медицина өлкәһендә иммунология буйынса революцион эш өсөн бүләкләнгәндәр. Улар Джон Кертин медицина тикшеренеүҙәр мәктәбендә тәүге тапҡыр осрашҡандар һәм бергә эшләгәндәр.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Quick statistics (ингл.). Australian National University. Дата обращения: 23 октябрь 2018. 2016 йыл 24 декабрь архивланған.
- ↑ U.S. News & World Report. Australian National University (ингл.). Best Global Universities. U.S. News & World Report LP. (2018). Дата обращения: 23 октябрь 2018.
- ↑ Newsweek Top 100 Global Universities 2008 йыл 22 май архивланған.
- ↑ QS World University Rankings Results 2019 . QS Quacquarelli Symonds Limited. Дата обращения: 30 октябрь 2018.
- ↑ World University Rankings 2019 (инг.) // Times Higher Education : magazine.
- ↑ The Australian National University . Дата обращения: 17 февраль 2018.
- ↑ Австралийский национальный университет, профайл
- ↑ Timeline . Australian National University. Дата обращения: 6 апрель 2013.
- ↑ Investment Performance Summary for Year Ended 31 December 2012 . Australian National University. Дата обращения: 15 март 2015. 2015 йыл 2 апрель архивланған.
- ↑ S.G. Foster, M.M. Varghese. The making of the Australian National University 1946—1996. Allen & Unwin, Sydney, 1996. ISBN 1-86448-083-1
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Stephen Foster, Margaret Varghese: The making of The Australian National University. 1946–1996. Allen & Unwin, Sydney 1996, ISBN 1-86448-083-1. (Online bei Australian National University), PDF.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Австралия милли университеты Викимилектә | |
Австралия милли университеты Викияңылыҡтарҙа |