Ҡарағош (ҡош)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡарағош
Ҡарағош (ҡош)
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Ыласын һымаҡтар
Ғаилә: Ҡарсығалар
Суб-ғаилә: Һарҙар
Ырыу: Бөркөттәр
Төр: Ҡарағош
Латинса исеме
Aquila clanga
Pallas, 1811
Ареал
рәсем

  Оялау урындары

  Ҡышлау урындары

ITIS 175411
NCBI 52409
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Vulnerable species
Юғалыуға бирешеүсе төр
IUCN 3.1 Vulnerable : / 106003531

Ҡарағош (урыҫ.Большой подорлик) (лат. Aquila clanga) — ҡарсығалар ғаиләһендәге ҡош.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡарағоштоң ҙурлығы ҡаҙҙай. Кәүҙә оҙонлоғо 65 — 73 см һәм ауырлығы 1,6 — 3,2 кг. Инә ҡоштар аталарына ҡарағанда ҙурыраҡ. Йәйелгән ҡанаттарының оҙонлоғо: ата ҡоштоҡо 158—176 см, инә ҡоштоҡо — 167—182 см, кәүҙәләренең оҙонлоғо — ата ҡоштоҡо 65 — 70 см һәм инә ҡоштоҡо 67 — 73 см. Дөйөм төҫө ҡара көрән, ҡойроғоноң өҫтө һәм аяғының ҡауырһындары арҡаһына ҡарағанда аҡһылыраҡ, ҡойроҡ аҫты һарғылт һәм ваҡ аҡ таптар бар, яурындары һорғолт. Елкәһе, муйыны аҡһылыраҡ, ҡойроғо ҡара көрән. Ҡарағоштоң күҙе, суҡышы — көрәндән ҡара төҫкә тиклем, тырнаҡтары бөтөнләй ҡара, ауыҙ тирәһе һәм аяҡтары һары төҫтә. Ҡарағош еңел оса. Ергә йыш ултыра һәм ваҡ кимереүселәргә, бөжәктәргә һунар итә. Ҡорбандарын һағалағанда бер урында оҙаҡ баҫып тора ала. Ҡарсыға кеүек, йыш ҡына йәшеренеп торған еренән һөжүм итә.

Таралыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Европала Финляндияла, Польшала, Венгрияла һәм Румынияла, Азия ҡитғаһында Монголияла, Ҡытайҙа һәм Пакистанда осрай. Рәсәй биләмәләрендә Калининградтан алып Алыҫ Көнсығышҡа тиклем таралған. Һиндостанда, Иранда һәм Һиинд-Ҡытай ярымутрауында ҡышлайҙар.

Башҡортостан биләмәләрендә ҡарағош XIX быуат аҙағында — XX быуат башында бөтә ерҙә лә осраған һәм оя ҡорған, ә таулы райондарҙа һирәгерәк. С. В. Кириков (1952), мәҫәлән, 1931 һәм 1940 йылда уны Йылайыр янында Бараҡал йылғаһы һәм Ағиҙел йылғаһы үҙәнендә осратҡан. Әммә В. Е. Фомин (1983) өс миҙгел (1973—1975 йылдар) күҙәтеүҙәр ваҡытында тик бер генә ҡошто Ағиҙел йылғаһы үҙәнендә осратҡан һәм ҡарағош беҙҙә оялауҙан туҡтаған тигән һығымтаға килгән. Н. М. Лоскутова ла шундай фекерҙә була, ул 1985—1988 йылдарҙағы күҙәтеүҙәрендә ҡарағоштарҙы ҡоштарҙың күсеү ваҡыттарында ғына күргән. И. В. Карякин (1998) белдереүенсә, ҡарағош Благовещенск янында Ағиҙел йылғаһы үҙәненән түбәнгәсә, Һаҡмар, Нөгөш, Йылым, Сөм, Инйәр, Танып, Өфө һәм уның ҡушылдыҡтары — Әй, Йүрүҙән йылғалары буйҙарында, ә шулай уҡ Урал аръяғында — Оҙонкүл, Яҡтыкүл күлдәре тирәһендә 50-ләп пар оя ҡорған. 1994—2001 йылда ҡарағоштоң Кушнаренко районы Дмитриевск урмансылығы биләмәһендә осрағаны теркәлгән. Ырымбур өлкәһендә оялай.

Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡарағош ҡатнаш урмандарҙа, шулай уҡ һыубаҫар болондар, һаҙлыҡтар, йылғалар һәм күлдәр янында йәшәй. Асыҡ ерҙәрҙә һунар итә. Кешенән ҡурҡа, йомортҡа баҫып ултырған ояһынан да осоп китә.

Күсмә ҡош. Һирәк осрай. Ҡарағош бөтөнләй юғалып барған ҡоштар иҫәбенә инә. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына (1-се категория) индерелгән. Ҡарағош үрсеһен өсөн, аҡландарҙы, һаҙлыҡлы һыу ятҡылыҡтарын һаҡларға кәрәк. Оя ҡорған урындарҙа заказниктар булдырыу отошло.

Туҡланыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күберәк ерҙә һунар итә, әммә һыу ятҡылығының һайыраҡ урындарында осоп барғанында балыҡты эләктереп ала. Уның аҙыҡтары — ваҡ кимереүселәр, һирәгерәк ҡоштар, эре тура ҡанатлы бөжәктәр. Тәлмәрйен, кеҫәртке һәм йылан да уның ҡорбаны булырға мөмкин.

Үрсеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡарағош Һиндостанда
Clanga clanga

Бөтә йыртҡыс ҡоштар кеүек үк ҡарағоштар ҙа парлы ғаилә булып йәшәйҙәр һәм ояларын күп йылдар ҡулланалар. Беҙгә ҡарағоштар апрелдең икенсе яртыһында осоп ҡайталар. Ҡарағоштар ояларын ағас башында 3 м-ҙан 25 м-ға тиклемге бейеҡлектә ҡоралар. Ҡайһы саҡта сит ояны ҡулланалар йәки үҙгәртеп ҡоралар.

Йомортҡа һалыу ваҡыты — май урталарына тиклем, ояла һорғолт көрән таптар менән ҡапланған 1-3 аҡ йомортҡа була, йышыраҡ — 2. Инә ҡош 42-44 тәүлек йомортҡа баҫа, әммә ғәҙәттә берәүһе генә тере ҡала. Ҡошсоҡто ашатыуҙа ата ҡош та ҡатнаша. 6-7 аҙналыҡ ҡошсоҡ оса башлай. Август аҙағына тиклем ғаилә оя янында ҡала, һуңынан ҡышлауға осҡанға саҡлы урындан-урынға күсеп йөрөйҙәр.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Баянов М. Г., Маматов А. Ф. Птицы Южного Урала. — Уфа: Китап, 2009. — 376 с.
  • Бейчек В., Штясны К. Птицы. Иллюстрированная энциклопедия. М.: Лабиринт-пресс 2004
  • Жизнь животных Т.6 Птицы. М.: Просвещение 1986
  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. — Өфө, 1986.
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы
популяция ҡыҫҡара
ИПЭЭ РАН сайтында эҙләргә