Фәттәхетдинов Хәлфетдин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Фәттәхетдинов Хәлфетдин
Тыуған ваҡыты

1892({{padleft:1892|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Верхнеурал өйәҙе, Салауат ауылы

Үлгән ваҡыты

1938({{padleft:1938|4|0}})

Вафат урыны

Башҡорт АССР-ы, Әбйәлил районы, Таштимер ауылы

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй Рәсәй, Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

кавалерия

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы 19161917
Flag of Bashkurdistan.svg 19181919
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР 19191922

Часть

Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы

Хәрби алыш/һуғыш

Беренсе донъя һуғышы,
Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы,
Совет-поляк һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Хәлфетдин Фәттәхетдинов (1892—1938) — хәрби эшмәкәр. Беренсе донья, Граждандар һәм совет-поляк һуғыштарында ҡатнашыусы. 27-се кавалерия полкының 1-се эскадроны командиры (1920, 1921). Ике тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән яугир (1921, 1922).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәттәхетдинов Хәлфетдин 1892 йылда Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙенең Салауат ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Әбйәлил районы) тыуған. 1916 йылда Беренсе донъя һуғышына алына. Ул башта армияһында фельдфебель (хәҙергесә өлкән сержант дәрәжәһенә тап килә) званиеһын ала. һуғышта взвод командиры була.

Хәлфетдин Фәттәхетдиновтың һуғыштан ҡайтыуына Башҡортостанда автономия өсөн көрәштең ҡолас йәйгән мәле була. Дары еҫен еҫкәп ҡайтҡан федьфебелде 1918 йылда йәш автономияның яңы ойошторолоп ятҡан хәрби көстәре — Башҡорт армияһына хеҙмәткә алалар. Ул Әмир Ҡарамышевтың 1-се Башҡорт кавалерия полкында хеҙмәт итә (1919 йылдың ғинуарынан был полкка Муса Мортазин командалыҡ итә). 1919 йылдың февралендә 1-се Башҡорт кавалерия полкы составында ҡыҙылдар яғына сыға. Март аҙағында Мортазин менән ҡабат аҡтар яғына китә. 1919 йылдың авгусында Мортазиндың бригада кимәлендә үҫкән полкы менән тағы ҡыҙылдар яғына сыға. Тәүҙә Айырым Башҡорт кавалерия бригадаһының 6-сы полкында, 1919 йылдың ноябренән 5-се кавалерия полкында (һуңынан ул 27-се полк тип атала)[1].

Бригада менән тәүҙә аҡтарға ҡаршы Урал фронтында (хәҙерге Ҡаҙағстан территорияһы), 1920 йылдың апрелендә Мортазин бригадаһы Польша фронтында ташлана. Хәлфетдин Фәттәхетдинов 1920 йылдың июнендә 27-се кавалерия полкының 1-се эскадроны командиры ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә. Башҡорт атлылары фронтҡа килеү менән 12-се армия составында поляктарға ҡаршы ташлана. Июнь башында ҡыҙылдар командованиеһы поляктарҙы Киев ҡалаһынан ҡыуып сығарыу буйынса операция башлай. Башҡорт бригадаһы Киевтың төн яғынан Днепрҙы кисеп сығып Киев-Коростень тимер юлын кисеү маҡсатында алға ынтыла.

Х. Фәттәхетдинов Пиняево ауылы янында булған һуғыштағы батырлығы өсөн тәүге Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була. РСФСР Реввоенсоветының 1921 йылдың 17 февралендәге 57-се һанлы фарманында былай тиелгән:

«Утверждается присуждение… Реввоенсоветом 12-й армии ордена Красного знaмени: Башкирских кавполков… 27-го помощнику командира 1-го эскадрона тов. Фаттахетдинову — за захват во главе трех красноармейцев у дер. Пиняево 6 июня 1920 г. 25 поляков, 2 автоматических винтовок и запасных частей…»

Ярмуллин А. Ш. Комбриг Мортазин һәм уның яуҙаштары — Өфө, 2011. — Б. 37. — 280 б.

.

1920 йылдың октябрендә Совет Рәсәйе менәнПольша араһында солох төҙөлә һәм поляктарға ҡаршы һуғыш тамамлана. Башҡорт атлылары поляктар менән бергә Ҡыҙыл Армияға ҡаршы һуғышҡан Семен Петлюраның армияһына ҡаршы ташлана. 1920 йылдың ноябрендә Башҡорт бригадаһы Котовскийҙың бригадаһы менән С. В. Петлюраның ғәскәрен тар-мар итә. Бында ла эскадрон командиры Фәттәхетдинов ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, тағы бер Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була. Орден менән бүләкләү тураһында Реввоенсоветтың 34-се һанлы фарман 1922 йылдың февралендә донъя күрә. Унда былай тиелгән:

«…Утверждается присуждение…Реввоенсоветом Киевского военного округа ордена Красного знамени: 2-го Башкирского кавалерийского полка… командиру взвода тов. Фаттахетдинову Хальфетдину — за отличие, оказанное в бою 21 ноября 1920 г. у дер. Клининцы…»

Ярмуллин А. Ш. Комбриг Мортазин һәм уның яуҙаштары — Өфө, 2011. — Б. 36. — 280 б.

.

Хәлфетдин Фәттәхетдиновтың икенсе батырлығы хаҡында полк командирының орденға тәҡдим итеп яҙған представлениеһында (1920 йылдың декабре) ентекле бәйән ителгән:

«…1920 йылдың 21 ноябрендәге һуғышта Клининцы ауылына баҫып инеп, бер орудиенан картечь менән һаман утҡа тотҡан дошманға ташлана һәм уны сабып үлтерә, шунан һуң, пулеметтан атыуын туҡтатмаған офицерға килеп етеп, уны ла сабып үлтерә, орудиеның һәм пулеметтың ҡалған хеҙмәтләндереүселәре Фәттәхетдиновҡа һәм килеп еткән ҡыҙылармеецтарға бирелеләр. Ҡыҙыармеецтарҙы үҙ артынан эйәрткән Фәттәхетдиновтың эшенең һөҙөмтәһендә бер орудие, ике пулемет һәм бер нисә әсиргә эләккән дошман була…»

Ярмуллин А. Ш. Комбриг Мортазин һәм уның яуҙаштары — Өфө, 2011. — Б. 38. — 280 б.

.

Һуғыштан һуң Х. Фәттәхетдинов 2-се Башҡорт кавалерия полкы 1-се эскадронының взвод командиры итеп тәғәйенләнә. 1921 йылдың февраль-мартында ошо полктың хужалыҡ командаһы начальнигы вазифаһын үтәй. Ошо йылда ул демобилизацияланып, тыуған яғына ҡайта.

Шулай итеп, Польша фронтында һәм Петлюра ғәскәрен ҡыйратыуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Хәлфетдин Фәттәхетдинов ике тапҡыр (1921, 1922 йылдарҙа) Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була. Беренсе орден менән бүләкләү тураһында фарман 1921 йылдың февралендә үк донъя күреүгә ҡарамаҫтан, орден тик 1922 йылдың июнендә Башвоенкоматҡа килә. 1922 йылдың 28 июнендә БАССР хәрби комиссары Әхмәтйән Тереғолов «Известия Всебашкирского центроисполкома» гәзитендә Башҡорт бригадаһында хеҙмәт иткән 10 кешегә, шул иҫәптән Х. Фәттәхетдиновҡа, Ҡыҙыл Байраҡ ордены килгәнлеге тураһында хәбәр итә: «Бывшему помощнику командира 1- се эскадрона 27-го Башкавполка т. Фаттахетдинову, ныне находящнмуся в Тамьян-Катайском кантоне. Орден № 12095. Приказ РВСР 1921 г. № 57». Хәрби комиссар: «ордена будут вручены по принадлежности при торжественной обстановке»[1].

1921—1922 йылдарҙа Башҡортостанда ҡот осҡос аслыҡ була. Хеҙмәттән ҡайтҡас та Хәлфетдин Фәттәхетдинов Тамъян-Ҡатай кантонында «Башпомгол»дың урындағы ойошмаһында эшләй. Артабан Салауат ауыл советы рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡара. 1930 йылдан Таштимер элемтә бүлексәһен етәкләй. 1938 йылда ауырып вафат була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Ярмуллин А. Ш. Комбриг Мортазин һәм уның яуҙаштары — Өфө, 2011. — Б. 36-38. — 280 б.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]