Ибраһимов Фәттәх Әҙелмырҙа улы
Ибраһимов Фәттәх Әҙелмырҙа улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1892 |
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы Верхнеурал өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1937 |
Үлем төрө | атып үлтереү[d] |
Һуғыш/алыш | Рәсәйҙә Граждандар һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ибраһимов Фәттәх Әҙелмырҙа улы (1892—1937) — Граждандар һуғышында ҡатнашыусы (1918—1921). Бөрйән-Түңгәүер кантонының хәрби комиссары (1921 - 1922). БАССР-ҙың почетлы таусыһы.
Ибраһимов Фәттәх Әҙелмырҙа улы 1892 йылдың 22 мартында Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙенең Әлмөхәмәт ауылында (хәҙерге Әбйәлил районы) тыуған. 1917 йылғы революцияға тиклемге биографияһы тураһында мәғлүмәттәр юҡ.
1918 йылда аҡтар яғында Башҡорт армияһы сафтарында, 1-се Башҡорт кавалерия полкында хеҙмәт иткән булһа кәрәк[1]. 1920 йылда Польша фронтында ул Айырым Башҡорт кавалерия бригадаһында 28-се кавалерия полкы командиры ярҙамсыһы вазифаһында була. 1920 йылдың июнендә Киев операцияһыбарышында ҡаһарманлыҡ күрһәтеп Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була. Реввоенсоветтың 1921 йылдың 17 февралендә сыҡҡан 57- се фарманында былай тиелгән:
«1920 йылдың 5 июнендә Башҡорт кавалерия бригадаһы Пиняево ауылына һөжүм иткән ваҡытта ул бер эскадрон менән дошман батареяһының артына үтеп инә һәм ҡапыл ябырылып, уларҙы ҡасырға мәжбүр итә һәм кешеләре менән бергә ике орудиены, боеприпастары, 2 пулемёт һәм ике ылауҙы ҡулға төшөрә»,— Ярмуллин А. Ш. Комбриг Мортазин һәм уның яуҙаштары. — Өфө, 2011. — С. 49. — 280 с.
— тиелә.
Ҡыҙыл Байраҡ ордены уға 1922 йылда тапшырыла. Фронттан ҡайтҡас, 1922 йылға тиклем Бөрйән-Түңгәүер кантонының хәрби комиссары булып хеҙмәт итә. Артабан Иркутск ҡалаһында Себер тау институтында уҡып, тау инженеры һөнәрен үҙләштерә. Баҡырүҙәк һәм Ишбирҙе мәғдәнлектәрендә эшләй, артабан Түбә мәғдән идаралығының (рудоуправление) идарасыһы вазифаһын башҡара. БАССР-ҙың почетлы таусыһы исемен ала[1].
1930-сы йылдар аҙағында эҙләнеү партияһы начальнигы булып эшләй. Репрессия елдәре Фәттәх Ибраһимовты ла урап үтмәй, 1937 йылдың 21 авгусында ҡулға алына. Шул уҡ йылдың 8 декабрендә Өфөлә атып үлтерелә.